«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Ҡыйыу һәм тәүәккәл булығыҙ»



31.01.2012 «Ҡыйыу һәм тәүәккәл булығыҙ»

БР Президенты Рөстәм Хәмитов студенттар менән осрашты
«Ҡыйыу һәм тәүәккәл булығыҙ»
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының аҡ залына килеп инеү менән студенттар­ҙың, педагогтар­ҙың тулҡынланғаны күҙгә ташланды. «Бер нисә минуттан Президент килеп етәсәк, әҙер булығыҙ», «Һағыҙ сәйнәп ултырмағыҙ әле», «Тәк-тәк, Хәмитовҡа ниндәй һорау­ҙар бирергә икән?» тигәнерәк һүҙҙәр ишетелде.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты студенттар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Республика башлығының галстукһыҙ булыуы осрашыуҙа рәсмилек тоны булмаясағына, аралашыу ҡыҙыҡлы үтәсәгенә ишара ине.
Рөстәм Зәки улы, барыһын да сәләмләп, юғары уҡыу йортоноң юбилей датаһы – 45 йыллығы менән ҡотланы. Шунан үҙенең карьераһы нисек башланып китеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ республиканың бөгөнгө хәле, алдағы йылдарға үҫеш перспективалары менән таныштырҙы. «Республиканың 25-се, 30-сы, ә, бәлки, 50-се йылдарҙа ниндәй хәлдә булыуы алдағы өс, биш, ун йылға эште нисек планлаштырыуыбыҙға бәйле», – тип билдәләне.
Рөстәм Хәмитов: «Хәҙерге заманда яңы белем, яңы кешеләр, эшкә икенсе ҡараш, икенсе идара итеү системаһын талап иткән яңырыу юлы кәрәк. Тик әле үк идара итеү системаһын емерергә, унлаған, йөҙләгән белгесте урамға сығарырға хоҡуғым юҡ. Бында эҙмә-эҙлеклелек, ваҡыт кәрәк», – тине. Президент билдәләүенсә, әлегә төп бурыс – кадрҙар потенциалын формалаштырыу.
Республика етәксеһе, телмәрен тамамлағас, студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар, уҡытыусылар абруйын күтәреү буйынса саралар күреүгә, йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуға, спорт залдары төҙөүгә, коррекцион мәктәп-интернаттарҙа эшләүсе тәрбиәселәргә һәм педагогтарға хеҙмәт хаҡын арттырыуға ҡағылды. Әйткәндәй, һуңғы һорауға килгәндә, Президент, быйыл уларға хеҙмәт хаҡы артасаҡ, тип вәғәҙә итте.
Студенттарға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙҙәренең ижади потенциалын, яңы идеяларын ҡулланырға тәҡдим итте. Рөстәм Зәки улы мөмкин тиклем булышлыҡ итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Художество-графика факультетының 5-се курс студенты Евгения Ар­хипова осрашыуға Рөстәм Хәмитовтың портретын эшләп килтергән. ҡулына диплом алырға йы­йынған ҡыҙ, форсаттан файҙаланып, уға үтенесен еткерҙе – эшкә урынлашырға ярҙам итеүен һораны. Президент сая студенттың яҙмышын хәстәрләргә вәғәҙә бирҙе. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы ла тормошта тәүәккәл, ҡыйыу булырға өндәне.
һуңғы һорауҙы психология факультеты студенты бирҙе. «Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле кеше тип тояһығыҙмы?» – тип һораны ул. «Моғайын, бәхетлемендер», – тип яуапланы Президент.
Ғөмүмән, аралашыу бик йәнле барҙы. Осрашыу ваҡыты планлаштырылғандан күпкә уҙып китһә лә, таралышырға ашыҡманылар. Рөстәм Хәмитов студенттар менән хушлашҡанда: «Киләсәктә тағы ла осрашырбыҙ», – тине.
Бындай саралар йәштәрҙең көнүҙәк һорау­ҙарына властың иғтибарын йүнәлтә, шулай уҡ ҡыҙҙар һәм егеттәрҙә юғарыраҡ үрҙәргә ынтылырға дәрт уята, тип икеләнмәй әйтергә мөмкин.
Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға