«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иң үтемлеһе – ит



27.01.2012 Иң үтемлеһе – ит

Баҙарҙағы хаҡтар йәй айҙарында тиҙ-тиҙ генә үҙгәреп тороусан. Ә ҡышын улар бер ни тиклем тотороҡло булған кеүек. Яңы йыл байрамы алдынан ғына төрлө сюрприздар була ла, ғинуар әллә ни аптыратмай. «Һыуыҡтар ваҡытында баҙарҙа ит, сусҡа майы күп һатыла», − тип билдәләй һатыу­сылар. Емештәрҙе халыҡ аҙыраҡ ала башлай, бигерәк тә ситтән килгән емеш-еләкте мөрхәтһенмәйҙәр. Бының сәбәптәре күп, әлбиттә, иң мөһиме − ҡышҡы емештәрҙең тәбиғи шарттарҙа үҫмәүе күңелде төшөрә.
Түбәндәге таблицала бер килограмм аҙыҡ-түлектең хаҡтары 25 ғинуарға ҡарата баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән.
Хаҡтар − һумда

ҡарабойҙай
ярмаһы 32 − 37
Дөгө ярмаһы 28 − 44
Тары ярмаһы 14 − 16
Макарон
изделиелары 19 − 44
Шәкәр 28 − 32
Картуф 10 − 15
Һуған 12 − 15
Кишер 10 − 15
Һыйыр ите 220 − 320
Йылҡы ите 240 − 270
Һарыҡ ите 260 − 340
ҡаҙ 250 − 300
Өйрәк 230 − 250
Эре малдың
бауыры 180 − 190
Тауыҡ бото 87 − 99
Ауыл эремсеге 120 − 130
Ауыл майы 250
Ауыл сыры
(кәзә һөтөнән) 450
Үҫемлек майы 65 − 70
10 дана йомортҡа 32 − 80
1 литр һөт 29 − 38
Банан 40 − 55
Бер услам йәшел
тәмләткес 20 − 25







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға