«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һалҡындарға бирешмәйбеҙ



24.01.2012 Һалҡындарға бирешмәйбеҙ

Алһыуланған биттәр, йылмайған йөҙҙәр һәм күтәренке кәйеф – һырғалаҡта
Һалҡындарға бирешмәйбеҙ
ҡышҡыһын иң күңелле ял һырғалаҡталыр ул. Йәштәр, ололар, бәләкәй генә балалар күмәкләшеп боҙҙа өйрөлә. Кемдер эргәңдән елдәй етеҙ елеп үтеп китһә, икенсеһе боҙға тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан да, нисек тәүге аҙымдар­ҙы яһарға белмәй, баҙап ҡалған. Ярай эргәһендә дуҫы бар, ул иптәшен етәкләп, конькиҙа йөрөү серҙәренә төшөндәрә. Уҡы­тыусыһы һәйбәтме, әллә өйрәнеүсеһе отҡормо, бер нисә сәғәт йөрөгәндән һуң тимераяҡта апаруҡ баҫып тора башлай һырғалаҡҡа килеүсе.
«Һырғалаҡҡа ял һайын йөрөргә тырышабыҙ, – ти беҙ «Динамо» стадионында осратҡан Әминә менән Гөлсинә. – Беҙҙең өсөн конькиға баҫыу – күңелле ял да, яратҡан шөғөл дә, үҙебеҙҙе формала тотоу ысулы ла. Айырыуса ял көндәрендә, кистәрен бында кеше бик күп була – бик оло йәштәге инәй-олатайҙар ҙа, бәләкәй генә балалар ҙа, тиҫтерҙәребеҙ ҙә байтаҡ йөрөй. Ул саҡтарҙа бигерәк тә күңелле».
Һалҡындарға бирешмәйбеҙ
Яңы йыл алдынан «Динамо» стадионында башҡорт һырғалағы ла ойошторолдо. ҡыш бабай менән ҡарһылыулы һыр­ғалаҡҡа байтаҡ ҡына башҡорт йәштәре йыйылды. Улар башҡорт йырҙары аҫтында рәхәтләнеп күңелдәре булғансы боҙҙа шыуҙы. Осрашыуҙар, танышыуҙар, аралашыу­ҙар, һөнәрен күрһәтеп, ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу һәр кемдең күңеленә хуш килде. Һырғалаҡтың студенттар өсөн мөһим булған тағы ла бер яғы булды – унда 60 процентлы ташлама ҡаралғайны. Боҙға сығыуҙың – 100, конькиҙы прокатҡа алыу сәғәтенә тағы ла 100 һум икәнен иҫәпкә алғанда, башҡорт һырғалағында йәштәр бушлай тип әйтерлек, күңелдәре булғансы шыуа алды. Һырғалаҡты ойоштороусы Руслан Күскилдин киләсәктә лә ошондайыраҡ саралар үткәрергә ниәтләй.
Һырғалаҡҡа йыш йөрөйөм тиһәң, әлбиттә, иң отошлоһо – үҙ конькиҙарың булыуы. Юҡ икән, аҡса байтаҡ ҡына китәсәк. Өфө һырғалаҡтарының хаҡтарын сағыштырып ҡарайыҡ. Якутов исемендәге паркта боҙға сығыу – ололарға 50, балаларға 40 һум, конькиҙы прокатҡа алыу – сәғәтенә 100 һум. Тик администраторҙарҙың бик ҡунаҡсыл булмауы сәбәплеме, беҙ һырғалаҡҡа барған мәлдә унда бер кешене лә осратманыҡ. «Аҡбуҙат» ипподромының «Hollywood» һырғалағында ла хаҡтар шундай уҡ, биш йәшкә тиклемге балалар бушлай ҙа шыуа ала. М. Ғафури исемендәге паркта бындай ял 250 һумға төшә (прокат – 150 һум, боҙға сығыу – 100 һум). «Тө­ҙөүсе» һәм «Нефтсе» стадиондарында һырғалаҡҡа барыу иң арзаны (прокат – 60 һум, боҙға сығыу – 50 – 60 һум). «Каруан­һарай» сауҙа-эш комплексы эргәһендә урын­лаш­ҡан һырғалаҡта студенттар, уҡыусылар һәм ун кешенән торған төркөмдәр өсөн ярайһы уҡ ташламалар ҡарал­ған.
Хаҡтарҙы бик арзан түгел тиһәк тә, артыҡ ҡыйбат та түгел. Студент халҡының кеҫәһенә бик ныҡ һуға, тип тә әйтеп булмай. Сөнки улар барыбер шул аҡсаны дискотекаларға, киноға йөрөүгә бөтөрә. Ә саф һауа, әүҙем ял, дуҫтар менән аралашыу, һаулығыңды нығытыу – быларҙың барыһы күпкә отошлораҡ килеп сыға бит.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА
Юлай КӘРИМОВ фотолары







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға