«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һәр тауы, яланы тарих һөйләй



24.01.2012 һәр тауы, яланы тарих һөйләй

Ибрай ауылының килеп сығыу тарихы
һәр тауы, яланы тарих һөйләй
Быуындан-быуынға, телдән-телгә күсә килгән мәғлүмәттәр буйынса, Ибрай ауылына 1750 йылдар тирәһендә нигеҙ һалынған. Өмбәт ауылынан айырылып сыҡҡан кешеләр бында килеп ултырған. Быны ауылдағы күп кенә ара шәжәрәләренең Атнағол (Аҙнағол) исеме менән бәйләнгән булыуы раҫлай. Архив материалдары буйынса, ибрайҙарҙың күбеһе 1800 йылдан 1920 йылдарға тиклем Атнағолов фамилияһын йөрөткән.
Ауылыбыҙ тарихы тураһында 1909 йылғы ҡартәсәйем Сәйҙә Ғәлиәскәр ҡыҙы ҡолмөхәмәтованан һораштым. Ул мәрхүмә булһа ла, һөйләгән риүәйәте минең хәтеремдә.
“Өмбәт ауылында Аҙнағол тигән ҡарт йәшәгән. Уның һигеҙ улы булған. Етенсе улы Кинйәғол тыуып, дүрт йыл ваҡыт үткәс, тағы бер улы донъяға килгән. “Был беҙҙе алдап йөрөттө, исемде лә Алдарғош тип ҡушайыҡ”, − тигән атаһы. Алдарғош үҫеп ир еткән, һунарға йөрөргә яратҡан. Кәләш алып, хәҙерге Ибрай ауылы ултырған ергә килеп, шунда йәшәй башлаған. Шулай итеп, Ибрай ауылына нигеҙ һалған кеше – ул Алдарғош. Уның ҡатыны – Аҙнабикә, Дауыт исемле бер улы булған. Бөгөнгө Дауытовтар нәҫеле шунан таралған.
Алдарғош бик данлыҡлы һунарсы булған. Үгеҙүлгән тамағында ҡыуыш ҡорған. Уның эсенән шишмә ағып ятҡан. Һунарҙа йәнлек тотҡас, иң беренсе уның елек майын һығып, ҡайнатып эскән”.
Алдарғош яратҡан “Үгеҙүлгән” тигән тауҙың тәбиғәте бик матур. Уның итәге буйлап юл үтә, юл эргәһендә генә − тәрән йырын. Үгеҙ егеп йөрөгән дәүерҙәрҙән Үгеҙүлгән бик күп юл фажиғәһен күргән: аттар, үгеҙҙәр, хатта кешеләр осоп һәләк булған.

“Шауҙым“

Ауылдан ун саҡрым тирәһе үрҙәрәк ҙур аҡлан һәм ҡайынлыҡ бар. Шул ерҙе “Шауҙым” тип атайҙар. Әлеге көндә ул Ибрайҙың ғорурлығы булып тора. ҡая ташлы тауҙарына ҡараһаң, түбәтәйең төшөп китерлек. Аҡландың бөгөлөшөндә, ҡараңғы төндә йөҙәрләп янған майшәм кеүек бер тиҫтер аҡ ҡайындар тора.
Беҙҙең ауылда ир-егеттәр тауҙан бүрәнә шыуҙырырға киткән. Тауҙан бүрәнә шыуҙырып йөрөгәндә берәүһе бүрәнә менән бергә шыуып төшөп киткән. Ул: “Шыуҙым, шыуҙым!”− тип ҡысҡырып ебәргән. Шул ваҡиғанан алып был ерҙе “Шыуҙым” тип йөрөтә башлағандар. Тора-бара “Шыуҙым” “Шауҙым”ға әйләнеп киткән.
(Эльмира Зәбихулла ҡыҙы ҡолғаринанан яҙып алынды).

“Һаҡал бейегән“

Беҙҙең сабынлыҡтың исеме “Һаҡал бейегән” тип атала. Уның тарихы былай.
Элек күп ирҙәр һәм ҡарттар, йәш егеттәр өй төҙөр өсөн урманға ағас ҡырҡырға киткән. Улар барып еткәс, күп итеп ағас ҡырҡҡандар. Аҙаҡ, эшләп арығас, бер матур ғына аҡланға тамаҡ ялғарға ултырғандар. Шунда егет бер бабайҙың ашағанда һаҡалы һелкенеп ултырғанын күргән. Шунда ул: “ҡарағыҙ әле, бынау олатай­ҙың һаҡалы бейегән һымаҡ һелкенеп тора”, − тигән. Шул ерҙе “Һаҡал бейегән” тип атай башлағандар.
(Булат Нариман улы Әбделмәновтан яҙып алынды).

“Күнәр атҡан“
(һөнәр артҡан)

Элек беҙҙең яҡтарҙа арба яһай белмәгәндәр, атты һыбай менеп кенә йөрөгәндәр. Бер ваҡыт, рустарҙан өйрәнеп, тәгәрмәс эшләргә булғандар. Бер үҙәктә туғын бөккәндәр һәм тәгәрмәс яһағандар. Арба яһағас, араларынан береһе: “Бына тағы ла һөнәр артты”, − тигән. Шунан башлап был үҙәкте “Һөнәр артҡан үҙәк” тип йөрөтәләр. “Һөнәр артҡан” яйлап “Күнәр атҡан”ға әйләнгән.
(Сәйҙә Ғәлиәскәр ҡыҙы ҡолмөхәмәтованан яҙып алынды).

“Ғәли мороно“

Элек аслыҡ йылында беҙҙең ауыл малай­ҙары Муса менән Ғәли нимә ашарға белмәйенсә, йыуаға барған. Оҙаҡ ҡына эҙләп йөрөгәндән һуң, ниһайәт, улар бер тауҙа йыуа тапҡан. ҡыуаныстарынан нимә эшләргә белмәгәндәр. Әллә нисәмә көн буйы ашамағанлыҡтан, малайҙар бик хәлһеҙ булған. Улар көс-хәл менән тау башына менгән. Шунан йыуа йыя башлағандар. Йыя торғас, Ғәлиҙең хәле бөткән, һыу эскеһе килгән һәм ул ағаһынан һыу һораған. Ә Муса: “Туҡта, тороп тор, әҙерәк кенә йыяйыҡ та, ҡайтҡас та эсерһең”, − тигән. Әҙерәк йөрөгәс, Ғәли: ”Хәлем бөттө, әҙерәк кенә ятып торам”, − тип ятҡан. Муса тоҡсайын тултырып бөткәс, туғаны янына барған. “Әйҙә тор, ҡайттыҡ”, − тип ҡараһа ла, Ғәли урынынан ҡуҙғалмаған. Муса илай-илай тауҙың моронона ҡустыһын күмеп киткән. Шул ваҡыттан һуң ул ерҙе “Ғәли мороно” тип йөрөтә башлағандар.

“Оҙон ҡарағас“

Эйе, ысынлап та, оҙон ул. Ибрай һыртына сығыу менән йөҙйәшәр имәндәр, йүкәләр, ҡайындар аша ҡайҡайып, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. ҡыҫҡа сағы ҡасан булғандыр инде, әммә быуат башында уҡ инде уға “Оҙон ҡарағас” тигәндәр. Заманында ауылдаштарым уның янына сығып, йәйләү ҡорған, бәйгеләр үткәргән.
Оҙон ғына түгел был ҡарағас, һылыу ҙа! Олоно шәм шикелле төҙ, ботаҡтары ҡуйы.

“Сабата яланы“

Борон һал менән ағас ағыҙыусылар выҡытында була был хәл. Ирҙәр һал ағы­ҙыу­ҙан ҡайтып килгәндә, бер яланда туҡтап, ял итеп, сәй эсмәксе булған. Шунда йүкә һуйып, яңы сабаталар үреп, туҙған сабаталарын алмаштырып алғандар. Иҫке сабаталарын бер урынға өйөп һалғас, күбәгә оҡшаш өйөм барлыҡҡа килгән. Шунан башлап ул яланды “Сабата яланы” тип йөрөтә башлағандар.
(1937 йылғы Бибизиә Мәхмүтйән ҡыҙы Аҡбутинанан яҙып алынды).

“Моһайыр“

Бер ауылда матур ҡыҙ йәшәгән. Күп егеттәрҙең уға күҙе төшкән. Улар ҡыҙҙы һората башлағандар. Бер көндө был ҡыҙ бөтә ауылға: “Кем мине ергә баҫтырмайынса, анау Ослотауға алып менеп, алып төшә, шуға кейәүгә сығам”, – тигән. Был ваҡытта тауҙан ҡар шыуған. Бер егет тә ҡыҙҙы шул тауға алып менә алмаған. Һәм бер егет: “Мин алып менәм”, – тигән дә ҡыҙҙы шул тауға алып менеп, алып төшкән. ҡыҙ батыр егеткә кейәүгә сыҡҡан. Күп кеше: “Был егет маһайыр инде, маһайыр”, − тигән. Маһайыр яйлап Моһайырға әйләнеп киткән. Ослотауҙың (Һүрәм буйлап Ибрайҙан түбән) көньяҡ битен Моһайыр тип йөрөтәләр.

“Мәрхәбә яланы“

Мәрхәбә исемле ҡатын һуғыш ваҡытында хөкүмәткә булған бурысын түләй алмаған. Уны көн һайын идараға саҡыртып: “Нисек булһа ла түлә”, − тип ҡаңғыртҡандар. Ибрай ауылының түбәнге туғай яланында көнбағыш утаған мәл булған. Мәрхәбә бер-ике көн уйланып йөрөй ҙә, бурысын түләй алмағанлығын аңлағас, эшләгән еренән алыҫ булмаған ерҙә бер ағасҡа аҫылынып үлә. Уның Разия исемле ҡыҙы етем ҡала. Мәрхәбә юғалғас, кешеләр уны өс көн буйына эҙләй. ҡатын үлгән урынды Мәрхәбә яланы тип атай башлайҙар. ҡыҙын балалар йортона алып китәләр. Шунан ҡалған атама “Мәрхәп яланы”.
(1931 йылғы Зөлхизә Нуретдин ҡыҙы Иҙрисованан яҙып алынды).

“Абыҙ үлеге“

Беҙҙең ауылдың исеме борон Урмансы булған. Ауыл кешеләре яҙ етеү менән Яҙғы йорт тигән урынға йәйләүгә күскән, көҙ еткәс, ауылға ҡышларға ҡайтҡандар. Улар ара-ара булып, йәғни яҡын туған-тыумасалар бер тирәлә йәйләгән. Яҡын тирәләге ауылдарҙан килен төшөргәндәр, үҙҙәре ҡыҙ биргәндәр. ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып, саҡырышып йәшәгәндәр. Шул ваҡытта инде тирә-яҡҡа яуыз даны сыҡҡан Абыҙ мулла беҙҙең ауылдың муллаһы булып торған. Кешеләр, әлбиттә, был мулланан ҡурҡҡан. Ул һәр эшен “шәриғәт шулай ҡуша” тип эшләгән. Һуңға табан был мулла шундай әшәкелеккә барып еткән: егет кеше менән йәш кәләшкә бата уҡығас, тәүге төндө йәш кәләш мулла менән йоҡларға тейеш булған. Быны инде дин әһеле, шәриғәт шулай ҡуша, тип аңлатҡан. Был хәл егеттәр һәм кешеләр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Егеттәрҙең инде түҙемлеге бөткән һәм улар бер тирмә эсенә тәрән соҡор ҡаҙған. Матурлап соҡор өҫтөнә балаҫ йәйгәндәр, табын әҙерләгәндәр. Шунан мулланы саҡырғандар. Мулла кеше, әлбиттә, көттөрмәй генә килеп еткән һәм тирмәгә уҙған. Уға түрҙән урын тәҡдим иткәндәр. Мулла барып ултырыуы булған, соҡор эсенә төшөп тә киткән. Шуны көтөп торған ғына егеттәр мулланы тереләй күмгән. Үткән, алыҫ йылдарҙың иҫтәлеге булып Яҙғы йорт урынындағы был ер һаман да “Абыҙ үлеге” тип атала.
(Ғөбәйтулла Рәхмәтулла улы Иҫәнсуриндан яҙып алынды).

“Үгеҙүлгән“

Борон аттар, машиналар булмаған саҡта, кешеләр үгеҙ егеп йөрөр булған. Шунда бер кеше йәшәгән. Уның ҙур үгеҙе булған. Ул кешене күп күсеп йөрөгәнгә Күсерхан тип атап йөрөткәндәр. Күсерхан күсеп-күсеп йөрөп, беҙҙең ауылға килеп еткән. Ул кеше бер ҙә үгеҙенән төшмәгән. Бер йылды ул бесән тейәп, тауҙан төшөп килгән саҡта үгеҙе ҡолаған да ҡуйған. ҡолағандан мал тормаған, шунда үлгән. Күсерхан үҙенең берҙән-бер үгеҙен ҡәҙерләп күмеп ҡуйған. Шунан йәйәүләп ҡайтып киткән. Шул ваҡыттан башлап ул ерҙе “Үгеҙүлгән” тип атағандар.
(Зәкир Вәлитдин улы ҡолмөхәмәтовтан яҙып алынды).

“Бабай тыуған“

Беҙҙең яҡта “Бабайтыуған” тигән урын бар. Борон заманда ошо яланда бала тыуған. Ул бабайға оҡшап торған. Шуға күрә Тиләгәне йылғаһының һул ярында урынлашҡан был ерҙе “Бабайтыуған” тип атай башлағандар.

“Һарына янған” битләүе

Был ваҡиғаның осо алыҫ аслыҡ ваҡытына барып тоташа. Аслыҡ йылында, билдәле, аҙыҡ етмәгән, кешеләр күпләп үлгән. ҡар иреү менән ҡырға аҙыҡ эҙләргә сыҡҡандар. Иген өлгөргәнсе һарына, ҡуянтубыҡ, әтмәкәй, йыуа, әтлек тамыры, емеш-еләк менән туҡланғандар.
Шулай бер ваҡыт бер төркөм үҫмер ашар­ға эҙләп, урманға бара. Ишмәмбәт түшен үткәс, тау битләп китәләр. Тамаҡ ялғап алыр­ға әҙер булһын тип, ут яғып, тапҡан һарыналарын бешерергә күмәләр. Үҙҙәре тағы эҙләргә тотона. Бер аҙҙан, ашарға тип килһәләр, күмгән һарыналары янып, көлгә әйләнгән. Һуңынан был урынды (ҡарамалыҡҡа ҡаршы битләү) “Һарына янған” тип йөрөтә башлағандар. Сөнки аслыҡ йылында бындай хәл фажиғә тип иҫәпләнгән.
(Асия Ситдиҡ ҡыҙы Мырҙабаеванан яҙып алынды).

“Мәрғүбә сусағы”

Һүрәмдең ҡушылдығы − Бәрҙәш йылғаһы буйында “Мәрғүбә сусағы” исемле тау бар. Ул исем Бөйөк Ватан һуғышынан һуң барлыҡҡа килә. Һуғыш йылдары осоронда Һүрәм буйы кешеләре Йылайыр баҙарына йөрөгән. Улар унда үҙҙәренең әйберҙәрен аҙыҡҡа алмаштырған. 40 − 50 саҡрым араны бер көн эсендә үтеп, кире әйләнеп ҡайтыр булғандар.
Аслыҡтан йонсоп ҡайтып килгәндә Мәрғүбә исемле ҡатын: “ҡасан һуғыш бөтә инде, тау башына самауыр алып сығып, сәй эсер инем”, − тигән. Тормош һәйбәтләнгәс, ҡатындың хыялы тормошҡа ашҡан. Ул бейек тау башына менеп, сәй эскән. Шунан башлап “Мәрғүбә сусағы” тигән атама барлыҡҡа килгән.
(Рафиҡ Шафиҡ улы ҡолғариндан яҙып алынды).

Ғәзиз АҡБУТИН,
Ибрай урта мәктәбе уҡыусыһы.
Ейәнсура районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға