20.01.2012 «Хеҙмәт ветераны» исемен нисек алырға?
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законы үҙ көсөнә инде.
Был Закон менән хеҙмәт ветерандарының өҫтәмә категорияһы – “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” билдәләнде. Законға ярашлы, 60 йәше тулған ир-егеттәр өсөн – 40 йыл, 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл страховка стажы булыу мотлаҡ. Был төркөмгә ҡараған граждандар – бер ниндәй ҙә дәүләт наградаһы булмаған, оҙаҡ йылдар ойошма һәм предприятиеларҙа намыҫлы эшләүселәр. Уларға 2012 йылдың 1 ғинуарынан ай һайын 145 һум 93 тин өҫтәмә аҡса түләнәсәк.
“Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән исемде юллау өсөн үҙ төбәгегеҙҙәге хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түбәндәге документтар талап ителә: ғариза, паспорттың күсермәһе (фото һәм теркәлгән урын күрһәтелгән биттәр), пенсия таныҡлығының күсермәһе, 3х4 см ҙурлыҡтағы бер фото, 60 йәше тулған ир-егеттәр өсөн – 40 йыл, 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл страховка стажы булыуын раҫлаусы документтар (Пенсия фонды идаралығынан страховка стажы һәм Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләр тураһындағы белешмәләр), хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе (бөтә биттәре). Үҙегеҙ менән барлыҡ документтарҙың төп нөсхәләрен алып килергә.
“Хеҙмәт ветераны” исеме алырға 2012 йылдың 1 майына тиклем ғариза биреүселәрҙең барыһына ла социаль ярҙам саралары 2012 йылдың 1 ғинуарынан түләнһә, 1 майҙан һуң мөрәжәғәт итеүселәргә ғариза биргән айҙан иҫәпләнәсәк.
ҡулдарында “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән исем биреү тураһындағы белешмә булған граждандарға хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: ғариза, паспорттың күсермәһе (фото һәм теркәлгән урын күрһәтелгән биттәр), “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән белешмә, 3х4 см ҙурлыҡтағы бер фото, хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе (бөтә биттәре). Үҙегеҙ менән документтарҙың төп нөсхәһен килтереү мотлаҡ.
Граждандарҙың пенсия таныҡлығындағы вкладышы (ир-егеттәр өсөн – 40 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йылдан кәм булмаған страховка стажы булһа) 2012 йылдың 1 июленән “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән таныҡлыҡҡа алмаштырыласаҡ.
Һорауҙар менән БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «ҡыҙыу номеры»на 8 (347) 273-52-12 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Г. ЯХИНА әҙерләне.