«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Киләсәккә ниндәй өмөттәр менән йәшәйһегеҙ?



20.01.2012 Киләсәккә ниндәй өмөттәр менән йәшәйһегеҙ?

Быйылғы йыл ишектәребеҙгә шаҡығанда, сәғәт 12-не һуғыу менән тупһаларыбыҙҙан Яңы йыл аша атлап үткән мәлдә киләсәккә ниндәй теләктәр теләнек икән, ниндәй өмөттәр бағланыҡ? Ғәҙәттәгесә, иҫәнлек-һаулыҡ, байлыҡ, мөхәббәт кенә теләнекме, әллә уйынлы-ысынлы, донъя бөтөп ҡуймаһын, тип тә уйланыҡмы?
2012 йыл ниндәйҙер шомло барыбер ҙә. Донъя бөтөүе тураһындағы хәбәрҙәр, ышанмай көлөп кенә ҡараһаҡ та, үҙенең ҡара бер мөһөрөн һуға. Ә кемдәрҙер ышана, алдан әҙерләнә тора, ел-дауыл тейә алмаҫтай бункерҙар төҙөй. Икенсе берәүҙәр, быйыл тағы ла бер көрсөк киләсәк, тип фаразлай. Ә өсөнсөләргә барыбер – көрсөк ни ҙә, донъя бөтөүе ни, яҙмыштан ҡасып булмай. Һуғыш ҡына башланып китмәһен, тип хафаланып йәшәүселәр ҙә бар. Быйылғы һайлауҙарҙан һуң тормоштоң яҡшы яҡҡа үҙгәреп китеүенә өмөтләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә гәзит уҡыусыларыбыҙ нимә көтә икән 2012 йылдан? Донъяның бөтөрөнә ышаналармы?

Гөлсимә БИКМӨХӘМӘТОВА, Миәкә районы, Сәфәр ауылы, пенсионер:
– Донъя бөтөүенә ышанмайым. Матур итеп 2012 йылды ҡаршыланыҡ, артабан да йыл һәйбәт дауам итер, донъялар киләсәктә лә матур торор тип өмөтләнәм. Барыһы ла сәләмәт, бәхетле булһын. Күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен торһон.

Рәлиә НИҒМӘТУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы, студент:
– Минең тормошта әле шундай мәл, бөтә донъянан ҡасып киткем килә. Артымда әллә күпме эшләнгән хаталар, ә мин улар нигеҙендә нимәгәлер өйрәнәһе урынға һаман да шул бер үк хаталарҙы ҡабатлайым. Һәм бының осо-ҡырыйы булмаҫ һымаҡ. Бәлки, был башы ғыналыр әле, тип тә уйлап ҡуям. Киләсәктән нимә көтәм? Әллә, нимә көтәһең инде 2012 йылдан? Яҡшы эш, тормошта үҙ урынымды табырға кәрәк. Тик ҡайҙа ул минең урыным, кем миңә һәйбәт эш әҙерләгән? Арыным. Донъя бөтһә лә, ҡаршы түгелмен.

Дилә ХӘСӘНОВА, уҡытыусы:
– Киләсәккә бер ниндәй ҙә яҡты өмөттәрем юҡ. Бөтә нәмә лә кире яҡҡа тәгәрәй. Кешеләр бер-береһенә ышанмай. Шуға ла нимәлер яҡшыға үҙгәрер тип уйламайым.

Филиә ХӘКИМОВА, Өфө ҡалаһы, секретарь:
– Тормошта, иң мөһиме, үҙеңә юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Нимәгәлер өмөтләнеп кенә, ҡул ҡаушырып йәшәп булмай. Пландар ҡорорға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға ынтылырға кәрәк. Әле алдыбыҙҙа яңы тормош башланып тора, шуға ла донъя бөтөүенә ышанмайым. Беҙҙең йәшәйһебеҙ бар әле.

Динар ЛАСЫНОВ, Сибай ҡалаһы:
– Быйылғы йылдан беҙ ниндәйҙер яңы үҙгәрештәр көтәбеҙ. Алдыбыҙға бик күп маҡсат ҡуйғанбыҙ, пландарыбыҙ ҙа ҙур. Алла бирһә, фатир алырға йыйынабыҙ, ғаиләбеҙҙе арттырасаҡбыҙ.
Ә донъя бөтөүенә ышанмайбыҙ. Ул беҙҙең пландарҙа алдағы тағы мең йылда ла юҡ әле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға