20.01.2012 3 миллион «ДИАБЕТИК»
Донъяла иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән «GfK HealthCare» медицина фирмаһы тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, һуңғы биш йылда Рәсәйҙә диабет менән яфаланыусылар һаны 20 процентҡа артҡан. 2006 йылда ошо диагноз дөйөм халыҡтың 1,76 процентына ҡуйылһа, былтыр был күрһәткес 2,12 процентҡа еткән. Ул өс миллион кеше «диабетик» тигән һүҙ.
Сирҙең «йәшәреүе» теркәлгән – элегерәк ошондай диагноз 56 йәштән өлкән кешеләргә күберәк ҡуйылһа, хәҙер 50 йәшлектәрҙә лә йыш осрай. Йәнә шуныһы: 35 – 65 йәштәгеләр үлеменең 10 проценты әлеге ауырыуға бәйле.
Донъяла ла һуңғы өс йылда диабет сиренә тарыусылар һаны ике тапҡырға артҡан, был һан үҫә бара. Ғалимдар фаразлауынса, ауырыу бигерәк тә Тымыҡ океан дәүләттәрендә, Төньяҡ Америкала һәм Фарсы ҡултығының ҡайһы бер илдәрендә нығыраҡ тараласаҡ. Был халыҡтың ҡартайыуына, теүәлерәк әйткәндә, өлкәндәр һаны артыуына бәйле.
«Наш мир» сайты
мәғлүмәттәрен файҙаланып, Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.