20.01.2012 Донъя – ҡуласа...
Борон-борон заманда, кәзә – командир, һайыҫҡан – һалдат, өйрәк үрәтник булған саҡта... Ә-ә-ә-й-й-й, юҡ, борон түгел, ә нәҡ әлеге заманда, йәғни бөгөн, күмәкләп ҡорған хужалыҡтар тарҡалып, халыҡтар тырым-тырағай таралып йәшәп ятҡан саҡта Күгәрсен тип аталған райондың С. ауылы-батшалығы үҙ көнөн күреп, һәүетемсә генә йәшәп ята, ти. Шуныһы ҡыҙыҡ, ошо батшалыҡта бәләкәй-бәләкәй генә тағы ла тиҫтәләгән батшалыҡ та бар, ти. Уларҙың да һәр береһенең – үҙ көнө, үҙ көйө, үҙ яйы. Тик шул тиҫтәләгән батшалыҡтың береһендә генә тормош тигәнеңдең аҫты-өҫкә килеп ята, ти. Сөнки унда бына етмеш йылдан артыҡ инде законды – закон, туғанды туған тип белмәгән, хатта үҙ балаларын ҡыйырһытып, ситкә тибәргән, бөтөн мир һүҙен һүҙ итмәгән, үҙе килеп тороп яһил, үҙе мыжыҡ, үҙе һаран һәм был батшалыҡта ғына түгел, ә Аллаһы Тәғәлә биргән ошо донъяла мәңгелек йәшәргә йыйынған хәтәр бер Әбей батша хакимлыҡ итә, ти.
Әбей батша заманында йәш булған. Уның шул тиклем дә егәрле, ҡулдары алтын ире лә булған. Уларҙың бер-бер артлы бына тигән өс улы тыуған, ти. Малайҙар, ай үҫәһен көн үҫеп, береһенән-береһе матур, батыр, үгеҙҙе генә түгел, ә арыҫландың арыҫланын йығып һалырҙай бәһлеүән булып үҫеп еткән, ти. Шуныһы йәл: атайҙары улдарының үҫеп буй еткергәнен күрә алмаған – йәшләй генә гүр эйәһе булған.
Әбей батша, әлбиттә, малайҙарын тырышып-тырмашып үҫтергән, үҙендә булған аҡыл-хазинаны, эшһөйәрлек, илһөйәрлек сифаттарын түкмәй-сәсмәйенсә тапшырырға тырышҡан, ти. Тик малайҙарҙа атай ҡанының йоғонтоһо көслөрәк булған: уларҙың өсөһөнөң дә ҡулдары, атайҙарыныҡы кеүек, алтын булған. Балта эше тиһеңме, таш эшеме – барыһын да бына тигән итеп башҡарыр булғандар, ти. Улдарының, ире кеүек үк, кәртинкәләй матур, оһолло, шул тиклем дә һөймәлекле булыуын күреп, Әбей батша уларҙы йәш ҡыҙҙарҙан көнләшә башлаған. Малайҙарын һабантуйҙарға, мәжлестәргә сығармайынса, бикләп тә тотоп ҡараған, ти. Тик атайҙары кеүек ирек, азатлыҡ яратҡан улдарын уй-хыялдары гел ситкә тартып торған икән. Әбей батшаның көс-ихтыяр бығауынан саҡ ҡотолоп, уртансы һәм кесе ул үҙ юлы менән сәфәр сығып киткән, ти. Тик бына йәшләй генә әсәһенең төп эш, бигерәк тә ҡара эш ҡоралына әйләнгән өлкән улының ғына Әбей батшалығын ташлап китергә көсө етмәгән. Хатта әрме хеҙмәте лә уның әсәһенә ҡарата булған һөйөү-ихтирамын һүндерә алмаған – Әбей батшаның донъяһын нығытырға, мал-мөлкәтен арттырырға керешкән, ти. Тик ул күпме генә әсәһенә тоғро хеҙмәт итмәһен, Әбей батша бер ҡасан да уның башынан һыйпамаған, арҡаһынан тупылдатып һөймәгән, арғымаҡ бүләк итмәгән, хатта батша һарайынан бер аҙым ситкә сығырға ла рөхсәт итмәгән. Бисара егет башын баҫып, тешен ҡыҫып эшләгән дә эшләгән, ти.
Был батшалыҡҡа һирәк-һаяҡ ҡына осоп килгеләгән почта күгәрсендәре егеткә ике энеһенең дә, үҙ иштәрен табып, үҙ ояларын ҡороуы тураһында хәбәр килтергән. Әбей батша ҡоллоғонан ысҡына алмаған егет ҡустылары өсөн ныҡ ҡыуанып, үҙенең бәхетһеҙ булыуына эстән генә көйөнөп йәшәгән, ти.
Йылдар артынан йылдар үткән. Инде дүртенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан өлкән улдың бер һылыуға күҙе төшкән, ти. Егет менән ҡыҙ йәшеренеп кенә осраша башлаған. Көнсөл әсәһенең ризалығын алмаясағын белһә лә, һөйгәненән башҡа йәшәй алмауын аңлаған егет ҡыҙ менән барыбер йәрәшә һәм Әбей батшаның фатихаһынан тыш йәш кәләшен атай нигеҙенә алып ҡайта, ти. Тормош йәмен ебәреп, Әбей батша көн дә өйҙәрендә ут сәсеп, ел-дауыл ҡуптарып торған. Бәлки, ейән-ейәнсәрен күрһә, баҫылыр, тип, йәштәр бала табырға була. Тыуа үҙҙәренә оҡшап торған һылыуҙан-һылыу ҡыҙҙары. Тик әбейҙең күңелен был бер ҙә йомшартмаған, ә, киреһенсә, оторо ҡотортҡан, ти. Асыуын, ыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Әбей батша тиреһенә генә түгел, ә бөтә донъяға һыймай, көн дә ыҙғыш-талаш ҡуптарып торған. Хатта эш шуға барып еткән ки – улы өйҙә юҡ саҡта киленен дөмбәҫләр булып киткән, ти. Йәберләү-рәнйетеүҙәргә түҙмәгән йәш килен балаһын ҡосаҡлаған да, тыуған яғына ҡайтып киткән.
Әбей батша, әйтерһең дә, шуны ғына көткән: һаҡалы биленә етеп килгән улын, килене артынан ебәрмәйенсә, бикләп ҡуйған, ти. Күндәм егет ни, тағы ла Әбей батшаға буйһоноп, баш баҫып эшләүен дауам иткән.
Көндәр артынан көндәр үтеп кенә торған. Тиҫтерҙәренең, туғандарының ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, донъяһын нығытып йәшәүенә ҡарап, егеттең күҙе ҡыйған, күңеле болоҡһоған. Уйлаған-уйлаған да, ул шундай ҡарарға килгән: Әбей батшанан айырылмайынса, уға бәхет һис тәтемәйәсәк!
Һәм егет, әсәһенең батшалығынан бер батшалыҡ аша буш торған ер участкаһына йорт һалмаҡ булып, силсәүиттән рөхсәт ала. Алтын ҡуллы егеттең ҡулдарында балтаһы уйнап ҡына торған, ти. Бер аҙ ваҡыттан һуң әсәһенең батша һарайынан да ҙурыраҡ һәм матурыраҡ йорт ҡалҡып сыҡҡан. Иркенгә сығып, егет үҙ аллы тормош көтә башлаған. Ауылдарындағы, күрше ауылдарҙағы ҡыҙҙарға күҙ һалып йөрөр булған. Тик, әлеге лә баяғы, әсәһенең һүҙе һүҙ икән: улы оҡшатҡан һәр ҡыҙ-ҡатын, уныңса, йәнәһе, йә ҡылый ҙа, йә бөкрө...
Инде илле йәшенә еткән улына Әбей батша берҙән-бер көндө кәләште үҙе һайлап алып бирә, ти. Бер ай матур, татыу ғына йәшәгәндәр, ти, ике ай, өс ай. Һигеҙ ай тулды тигәндә Әбей батша менән килене араһы һыуынған да ҡуйған. Баҡһаң, әбей килененең бер етешһеҙ яғын тапҡан, ти. Шунан киткән дә инде янъял, ыҙғыш...
Әбей батша, һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып килеүгә ҡарамаҫтан, бик ушлый булып сыҡҡан. Киленен еңер өсөн, малайының йортон үҙләштермәк булып, баш вата башлаған, ти. Бәлки, берәй советнигы ла ярҙам иткәндер инде. Йәнәһе, улың һалған йорт хәтле йортто туранан-тура үҙ исемеңә яҙҙырта алмаҫһың, быға сәүит тә ҡаршы килер, закон да нимә тиҙер әле. «Улыңдың йортон үҙләштереүҙең бер бик хәйләле генә юлы бар: йорт ултырған ер участкаһын үҙеңә юлла!»
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ: Әбей батша, әмәлен табып, тиҙҙән тәки ерҙе үҙ исеменә юллап ала! Үҙенә, уның әсәлек тойғоһона ныҡ ышанған улын һәм киленен шул рәүешле һемәйтеүенән бот сабып көлә, ти, хәҙер. Әсәһенең шул тиклем дә мәкерлегенә ышанмаған илле йәшлек ир уҙаманы кәләшен генә түгел, ә ер участкаһы менән ҡуша йортон да нисек ҡайтарып алыу тураһында баш вата, ти.
Был тарихтың иң аянысы шунда ла инде: ер әбейҙеке булғас, тимәк, йорт та уныҡы булып сыға! Һәм, йәнде иң әрнеткәне, закон да шуны раҫлай.
Ауылдаштар, ярай, сит кеше. Силсәүит һүҙе лә һүҙ түгел Әбей батша өсөн. Ике, өс туғандарының түгел, ә бер туған ҡустыһының да уны ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә саҡырыуы нипочем. Ә улдарымы? Һи-и-и, улар кешеме ни батша тиклем Әбей батша өсөн!? Хет бәхетһеҙ, уңышһыҙ, билдәре бөкрәйгәнсе яңғыҙ ултырһын, сәстәре менән иҙән һеперһен уның алдында улдары, ул үҙенекен һис бирмәйәсәк! Әбей батша законы улдары өсөн дә закон булырға тейеш!
Редакциябыҙҙың дежур телефонына Күгәрсен районының бер ауылында булған был тетрәндергес хәл тураһында ауылдаштары шылтыратып һөйләгәс, күмәкләп уйға ҡалдыҡ: күренекле рус психологы Анатолий Некрасов әйтмешләй, әсә һөйөүе тип аталған ауырыу шауҡымымы был, әллә булмаһа, рухи байлыҡтан матди байлыҡ өҫтөнлөк иткән замана сиреме? Кем белә инде, әммә ысын әсә булған кеше балаларының бәхете менән бәхетле – кешелек законы ғына түгел, тәбиғәт ҡануны бит был! Ауылдың был таш йөрәкле Әбей батшаһының әлегә сәләмәтлеге шәптер ҙә ул, ә көс-ғәйрәте ҡайтҡан хәлдә шул улының ҡулына ҡалһа, үҙе уға күрһәткәндәрен күреп ултырмаҫ тип кем әйтә ала? Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигән әйтем бар бит халҡыбыҙҙа.
Икенсенән, Әбей батшаның үҙ батшалығы – үҙ ер участкаһы, үҙ йорто бар. Ә ер менән юридик яҡтан эш итеүсе ведомстволар әбейгә тағы ла бер ер участкаһын нисек үҙенә юллап алырға рөхсәт иткән – закон боҙоу түгелме икән ни был эш?
Өсөнсөнән, еренән, үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортонан яҙған иргә: «Был тәңгәлдә һиңә бер генә сара ҡала: кәләшең менән бергә булғың килһә, барыһына ла төкөр ҙә, уның янына кит. ҡулың алтын бит – тағы ла йорт һалып инерһең әле», – тигән кәңәшебеҙгә күндәм ирҙең яуабы былай булды: «Улдар атай нигеҙен ҡоротмаҫҡа тейеш тигән законға таянып, мин атайым йортонан алыҫ китмәйенсә йорт һалдым. Ғаилә ҡороп, балалар һөйөрмөн тип хыялландым. ҡартайған әсәйем дә янымда булыр тип уйланым. Кәләшемә лә беҙҙең ауыл ныҡ оҡшағайны, бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тик...»
Ғәжәп, ошо әсә менән ул осрағында тәбиғәт ҡануны ниндәйҙер бер этабында боҙолған кеүек: әсәй өсөн бала илле-алтмыш йәштә лә бала, күҙ ҡараһы, йөрәк пәрәһе булып ҡалырға тейеш тә бит...