«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәбиғәттең мөмкинлектәре сикһеҙ түгел



20.01.2012 Тәбиғәттең мөмкинлектәре сикһеҙ түгел

Тәбиғәттең мөмкинлектәре сикһеҙ түгел
Fалимдар иҫәпләүенсә, 2051 йылға Ер шары халҡы 9,3 миллиардҡа етәсәк. Әгәр беҙ планетаның тәбиғи ресурстарын бөгөнгө кеүек ҙур тиҙлектә юҡҡа сығара барhаҡ, ярты быуаттан hуң ҡот осҡос hәләкәткә юлығыуыбыҙ ихтимал.
Бер кешегә көнөнә 50 литр hыу кәрәк тип hанала. Нигеҙҙә, был ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн. Хәҙер кешелек донъя­лағы hыу запасының 54 процентын ҡуллана икән. Алдағы 50 йылда был күләм артырға тейеш. Шул ваҡытта hыу запасының 70 проценты файҙаланыласаҡ, 2051 йылда Ер шары халҡының 45 процентына (йәғни 4,2 миллиард кешегә) hыу етмәйәсәк.
БМО эксперттары hүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр кешелек алдағы ярты быуатта ауыл хужалығы продукцияhы етештереүҙе яңы биотехнологиялар, ген инженерияhы hәм фәндең башҡа мөғжизәләре иҫәбенә арттырыуға ирешhә, был көрсөктән сығыу юлын табасаҡ икән. Әгәр тапмаhа, киләсәк быуынды нимә көткәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға