«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Журналистар – йәмғиәт көҙгөһө



17.01.2012 Журналистар – йәмғиәт көҙгөһө

Республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тәбрикләнде
Журналистар – йәмғиәт көҙгөһө
Рәсәйҙең тәүге баҫмаһы “Ведомости” донъя күргәндән алып бөгөнгө гәзиттәр дөрөҫ мәғлүмәт биреү бурысын теүәл үтәп килә. Эйе, беҙҙең йәмғиәтте киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Рәсәй журналистикаhы бына инде өс йөҙ йылдан ашыу Ватанға эскерһеҙ хеҙмәт итә, ижад өсөн үҙеңде ҡорбан итеүҙең өлгөhөн күрhәтә. Ысын журналист үҙенең hәр hүҙе өсөн яуаплы, этика нормаларына тоғро, уҡыусыларының нимә теләгәнен асыҡ тоя.
Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Б. Мелкоедов ҡатнашлығында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре – журналистар, полиграфия хеҙмәткәрҙәре һәм нәшер итеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
“Журналист – ул шул уҡ рәссам, композитор кеүек. Ул да тирә-яҡ донъяны сағылдыра, – тине Борис Николаевич. – Республика баҫмаларының тиражы кәмеү күҙәтелһә лә, был йәһәттән йәштәр матбуғаты (һүҙ “Йәшлек” гәзите хаҡында ла бара) уҡыусыларын юғалтмай, киреһенсә, яңылары табыла. Был уларҙың ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларҙы дөрөҫ итеп бирә белеүенә бәйлелер, моғайын”.
Борис Мелкоедов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рейтингы күтәрелеүен, уларҙың яңы ҡаҙаныштар яулауын маҡтап телгә алды. “Һәр журналистың эше сифатлы, оператив һәм объектив булһын ине”, – тигән теләктә ҡалды министр.
Артабан сараның бүләкләү өлөшөндә республиканың өс киң мәғлүмәт сараһы вәкиле – Әнфисә Кузнецова («Янаульские зори»), Тәүзиә Миронова («Кама таңнары»), Флүзә Шәймөхәмәтоваға («Салауат» редакция-нәшриәт комплексы) Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы «Белебеевские известия» гәзитенең баш мөхәррире Любовь Ивановаға бирелде. Уға шулай уҡ БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Маҡ­тау ҡағыҙы тапшырылды. “Башҡор­тостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараһының атҡа­ҙан­ған хеҙмәткәре” исеменә «Янаульские зори» гәзитенең баш мөхәррире Рима Ғабдулхаҡова менән “Өмет” гәзите хәбәрсеһе Резида ҡадиҡова лайыҡ булды.
Бынан тыш, террорға, коррупцияға ҡаршы иң яҡшы материалдар, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән мәҡәләләр конкурстарында һәм башҡа һөнәри конкурстарҙа еңеү яулаған журналистарҙың исемдәре аталды.
БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков хеҙмәттәштәренә изге теләктәрен еткергәс, эштәрендә яҡшы күрһәткескә өлгәшеүселәрҙе билдәләне.
Журналистарға тәбрик һүҙҙәрен еткерергә Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы, летчик-космонавт Урал Солтанов та килгәйне. Ул, халыҡ араһында танылыуым өсөн нәҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә бурыслымын, тине. Урал Назиб улы космонавтика темаһын әүҙем яҡтыртҡан баҫмаларға БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.


Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға