«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Зебра»ға һунар



10.01.2012 «Зебра»ға һунар

«Зебра»ға һунар
Бөтә Рәсәй халыҡ фонды 2011 йылдың 1 ноябренән илдең төбәктәрендә «Зебра»ға һунар» тип аталған акция башланы. Унда башҡа йәмәғәт ағзалары ла ҡатнаша. Был сара Рәсәй юлдарында йәйәүлеләр өсөн хәүефле участкаларҙы асыҡларға ярҙам итә. Мөһим сараға Башҡортостан да ҡушылды. Беҙҙең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре республика мәктәптәрендә балалар­ға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатыу эштәре алып бара. Хәүеф тыуҙырған, проблемалы юл участкаларына рейдтар үткәрә.
Башҡортостан юлдарында ла көн һайын тиерлек кешеләр үлә. Үткән йылдың 11 айы һөҙөмтәләрен генә барлап, шуны билдәләргә була: машиналар 855 тапҡыр йәйәүлеләрҙе бәрҙергән. Юл хәрәкәтендә ҙур яуаплылыҡты транспорт саралары алһа ла, йәйәүлеләр ҙә үҙҙәренә үҙҙәре проблемалар тыуҙыра. Уларҙың машинанан тапалып үлеүендә һәр ваҡыт тиерлек кешеләрҙең юл аша сығыу өсөн урынды дөрөҫ һайламауы ғәйепле. Кешеләр теләгән бер урында юл аша йүгереп сығырға маташа һәм һөҙөмтәлә, тәгәрмәс аҫтына эләгеп, һәләк була. Етмәһә, йыш ҡына ҙур тиҙлектә килгән машиналар йәйәүлене бәрҙереп, ҡаршыға хәрәкәт иткән машиналар аҫтына бәрә. Бындай ауыр фажиғәгә эләккән кешеләрҙең тере ҡалыуы бик икеле. Ә бит ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү меңләгән кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыр ине.
Әлбиттә, Рәсәй закондары буйынса, юл ҡағиҙәһен боҙған йәйәүлеләр өсөн дә штраф ҡаралған. Уның күләме − 200 һум. Ләкин ысынбарлыҡта был штрафты түләүселәр бик һирәк, йәйәүлеләр үҙҙәре теләгәнсә йөрөүен дауам итә. Шуныһы ла бар: «зебра» аша сыҡҡан ваҡытта транспорт сараларының ниндәй арала булыуын баһалап атлау йәйәүленең бурысы. ҡурҡыныс фажиғәләр тап «зебра»лар тирәһендә теркәлә. Кешеләр машиналар яҡын булған осраҡта ла «зебра» аша сығырға маташа, ә водителдәр машинаһын туҡтатып өлгөрмәй.
ҡараңғы ваҡытта юлда йөрөргә мәжбүр булған кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың кейемендә утҡа ялтыраған таҫмалар булырға тейеш. Юл ситенән атларға тура килгәндә кешеләр транспорт хәрәкәтенә ҡаршы килә.
Йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән хәлдә генә юлдарҙа тәртип буласаҡ. Юл хәрәкәтенең бөтә ҡатнашыусылары ла − водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә башҡа кешеләр һәм үҙҙәренең ғүмере, һаулығы өсөн берҙәй яуап бирә. Юл аша биш секундҡа алдараҡ сығырға тырышҡансы, саҡ ҡына көтөп тороу хәйерлерәк бит. Әхирәтең менән осрашыуға ике минутҡа һуңлауҙан бер ни ҙә булмаҫ, ә бына машина бәрҙереп киткән осраҡта эҙемтәләр бик насар буласаҡ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға