«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Минең тамырҙарым



10.01.2012 Минең тамырҙарым

Минең ата-бабаларым ҡаңны-Төркәй ауылына нигеҙ һалып, ошо ауылда донъя көткән. ҡаңлы ырыуының үҙәк ауылына әйләнеп, улустың үҙәген тәшкил иткән. Ораныбыҙ – «туҡсаба», ҡошобоҙ – торна, ағасыбыҙ – ерек, тамғабыҙ – ҡапҡа булып, Сыңғыҙхан тарафынан «аҫабалыҡ» бирелгән. Ошо беҙҙең аҫабалыҡты Иван Грозный 1553 йылда раҫлап, «охранный грамота» биргән. Унда ерҙәребеҙҙең сиктәре күрһәтелгән: ҡармасан йылғаһының көнбайыш ярынан Сәрмәсән йылғаһының ҡушылдыҡтары менән, Асылыкүл, ҡандракүл, Өҫән (Усень) йылғаһының йылан ерҙәренә ҡәҙәр, ҡармасан тамағынан Ағиҙел буйлап Борай урманына тиклем, Бөрө йылғаһы үҙәне менән һәм Кеүәш йылғаһының башына тиклем.
ҡаңлылар боронғо әрий тигән халыҡтан айырылып, үҙ аллы халыҡ булып бик күп төрлө дәүләт төҙөгән һәм төҙөшкән. Бик күп халыҡтарҙың халыҡ булып формалашыуында ҡат­наш­ҡан. Рәсәй дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылғас, ҡаңлы башҡорттары ҡытай, Һинд, Урта Азия төбәктәренән кар-уан йөрөтөп, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург ҡалаларында сауҙа иткән.
Билдәле шәхестәрҙе телгә алғанда, түбәндәге яҡташтарҙы һанап үтеү мөһим: Башҡорт автономияһы хөкүмәте рәйесе булған Аҡтау ауылы башҡорто А. Халиҡов, Ыласынтау ауылынан ҡаңлы егете, СССР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары булып эшләгән З. Нуриев, элекке КПСС өлкә комитетының беренсе секретары М. Шакиров, тәүге «Әлифба» китабын төҙөүсе З. Шакиров, бөйөк шағирыбыҙ Ш. Бабич, шулай уҡ Хәким Ғиләжев, Абдулла Ғиләжев, Факиһа Туғыҙбаева. Башҡорт казактарының берҙән-бер атлы полкы командиры булған ҡартатайым Йомағол Күсемәк улы ҡанмырҙинға батша указы нигеҙендә дворян дәрәжәһе бирелә. Бабайым Мырҙағол Йомағолов, ҡартатайым Муллаҡай Йомағолов Бородино һуғышында көмөш миҙал менән бүләкләнә һәм икеһе лә офицер булып ҡайта (бындай миҙал менән тик мосолман халҡын бүләкләгәндәр, дәрәжәһе буйынса ул тулы Георгий миҙалдары кавалерына тиң булған). ҡартатайым Рәүил Муллаҡаев ҡырым һуғышында ҡатнашып, миҙал менән бүләкләнеп, офицер дәрәжәһендә ҡайтҡан. Мәсәлим ҡартатайым иһә Балҡан һуғышында ҡатнашып, офицер дәрәжәһен алған. Мәкәрим ҡартатайым Балҡан һәм япон һуғышында ҡатнашҡан. Шакир ҡартатайым «Уралмаш» заводында хеҙмәт армияһында 1949 йылда үлеп ҡалған.
Беҙҙең ҡаңлы халҡы үрсеп, үҙ ерҙәрендә ауылдар һалып, донъя көтөп алып киткән. Төрлө нәҫел-аралар, ырыуҙар барлыҡҡа килгән, Балғаҙы, Байһары, Шәмшәҙе, Иҙел, ҡаңлы, Уғыр-ҡаңлы, Аҡтау, Йөрәктау, Сыңдаш, Туҡбай, Урмәкәй, Сарым, ҡанай, Күкәй, Тыңламаҫ, Көйөк Туйһары. Улар беҙҙең аҫаба ерҙәребеҙҙә, аҫаба башҡорттар булып, бөгөнгө Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош, Кушнаренко, Дәүләкән, Бәләбәй, Благовар, Бөрө, Шишмә, Дүртөйлө райондарында йәшәй.

Рәүеф МӘКӘРИМОВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға