«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » БӘХИЛ БУЛ, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫМ!



10.01.2012 БӘХИЛ БУЛ, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫМ!

БӘХИЛ БУЛ, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫМ!
Заманы шундай ине. Йылдың-йылы ситтән уҡытыусылар килә тора, килә тора. Өйрәнеп тә өлгөрмәйһең, уларҙы башҡа мәктәпкә күсерә торалар, күсерә торалар… Ул саҡтағы матбуғат биттәренә эләгә ҡалһа, Бөрйән тураһында Ер шарында тағы бер ҡитға йә төпһөҙ ғаләмдә өр-яңы планета асҡандай яҙырҙар ине. Бик булмаһа, йәнгә тейерлек итеп, минең кесе ватанымды “айыу төбәге” тип атарҙар ине. Әллә шунан шөрләпме, әллә бүтән сәбәп һәм һылтау табыпмы, алыҫ райондарҙан уҡытыусылар килгәне тойолмай торғайны. Күпселектә мәктәптәребеҙҙе ут күршебеҙ Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы тәьмин итә торҙо. Беҙҙең Байназар урта мәктәбе 1950 – 1951 йылында ғына ете йыллыҡтан урта мәктәп итеп үҙгәртелгәйне. Уның ысынлап та урта мәктәп булып аяҡҡа баҫып китеүендә маҡар­ҙарҙың өлөшө ҙур булды. Рәхмәт уларға!
1952 – 1953 уҡыу йылы ана башланам, бына башланам тип торғанда, беҙгә тиклем дә Нәбиҙән Байназарға йөрөп уҡыусылар ғәҙәте буйынса, бер нисә бала инде күптән үҙ булып киткән Байназар мәктәбенә разведкаға киттек. Маҡсатыбыҙ – кемдәр ҡайһы бүлмәлә уҡый, парталарҙың арыуырағын байҡаштырып ҡуйыу, быйыл да яңы уҡытыусылар буламы, шуны асыҡлау. Шулай буяу еҫе аңҡып торған кластарҙы барлап йөрөһәк, ҡаршыбыҙға беҙгә таныш булмаған бер апай килеп сыҡты. Үтә һалып китмәне был.
– Һаумыһығыҙ, балалар! – тине, туҡталып.
– Һаумыһығыҙ!
– ҡайһы яҡтан булаһығыҙ?
– Беҙ ҡуяндыҡылар, – тип әйтеүемә арттан кемдер төртөп тә ебәрҙе. Ул төртөүҙең мәғәнәһен шунда уҡ аңланым да, тотлоға-тотлоға, яуабыма төҙәтмә индерергә маташтым. – Беҙҙең ауылды ҡуян да, Нәби ҙә тиҙәр. Хат яҙһаҡ, Нәби тигәнен яҙабыҙ…
– Аңлашылды. Нисәнсе класҡа киләһегеҙ инде быйыл?
– Алтынсыға.
– Шулай уҡмы ни әле…
Беҙҙең һөйләшеү шул урында өҙөлдө. Коридорҙың арғы осонан “Педсовет башлана!” тигән ауаз яңғырағайны, апайыбыҙ ашығып шул яҡҡа атланы.
– ҡайһылай мөләйем апай!
– Нимәнән уҡытыр икән?
– Кемдәргә класс етәксеһе булыр икән?
– Күлдәге менән туфлиҙары ҡайһылай матур.
– Үҙе һуң? Үҙе лә матур…
Был һүҙҙәрҙең ҡайһыныһы ма­лай­ҙар ауыҙынан сығыуына, ҡайһыныһын ҡыҙҙар әйткәненә аңлатма биреү хәжәте юҡтыр, моғайын. Былай ҙа аңлашыла торғандыр. Беҙ шулай шау-гөр килеп, ҡайтыу яғына юл алдыҡ.
1 сентябрҙә уҡырға килһәк, шул мәғлүм булды: Байназарҙың оҙон­ғолаҡтары теге апай хаҡында бай ғына мәғлүмәт туплап өлгөргән икән. Маҡар районы, Әрмет ҡыҙы, ти. Исеме Фәһимә икән. Атаһы Насибулла, ти. Фамилияһы Ғөбәйҙуллина икәнен дә белеп өлгөргәндәр. Әле кейәүгә бармаған, ти… Яңғыҙы ғына килгән… Бишенсе “В” класына етәксе итеп тәғәйенләнгән, ти. Һуңғы мәғлүмәт алтынсы класта уҡый башлаған беҙҙең күңелде ҡырҙы, әлбиттә. Тиҙҙән беҙ ул бишенселәргә ысынлап көнләшә башланыҡ. Шулай итмәй һуң! Беҙ белмәгән әллә ниндәй уйындар уйнай башланы былар. Көҙгө баҫыу эштәренә (башаҡ йыйыуға ла, картуф ҡаҙыуға ла) класс етәкселәре менән бергә баралар. Дәррәү эшләйҙәр ҙә, йырлай-йырлай ҡайталар, уға бары, Фәһимә апай, тип кенә мөрәжәғәт итәләр.
Фәһимә апай Ғөбәйҙуллина беҙҙе биология фәненән уҡытты. ҡарамаҡҡа ылыҡтырғыс булмаһа ла, ул фәнде Фәһимә апайыбыҙ мауыҡтырғыс итеп уҡыта белде. Һәр дәресе үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәтте яҡшыраҡ аңларға, уға икенсе күҙлектән ҡарай башларға күнектерҙе.
Фәһимә апай ата-әсәләр менән эшләй белде. Һәр хәлдә, кемдең балаһы Байназарҙа уҡый, беҙҙең ауылға ла килеп, һәр кемдең ғаилә хәле менән танышты. Ата-әсәләр өсөн үҙ кешегә әүерелде.
Үкенескә күрә, беҙҙә оҙаҡ эшләргә форсат бирмәнеләр Ғөбәйҙуллина апайға, Әбделмәмбәт ете йыллыҡ мәктәбенә күсерҙеләр. Ул ауылда Бибикамал апайым йәшәй ине. Шунда барған арала, күреп ҡалһа, һәр саҡ:
– Нисек уҡып йөрөй­һөң? Кәрим, Рауил, Камил, Әхәттәр нисек уҡый? Әсәйең ни хәлдә? – тип һораша башлар ине.
Йылдар үтте. Мин урта мәктәпте тамамлап, әрме хеҙмәтен атҡарып, Башҡорт дәүләт университетында уҡый башланым. Беҙҙең дәүер студенттарының ғәҙәте шулай ине. Дәрестән сығып, билбау аҫтын нығытыу менән, кемуҙар­ҙан республика китапханаһына йүгерәбеҙ. Уҡыу залында урын алып, китапҡа сиратҡа баҫа һалыу кәрәк.
Бер көндө беренсе ҡаттағы “Тыуған яҡ” бүлегенә барып инһәм, бәй, Фәһимә апайыбыҙ ултыра. Ул да мине таныны.
– Бәй, Әхмәт, бында ҡайҙан килеп юлыҡтың?
– БДУ-ла уҡып йөрөйөм бит…
– Маладис! Ауылда булғаның бармы?
– Бар.
– Кәрим, Әхәт, Камил, Рауилдар ни хәлдә?
Фәһимә апай ошо һорауын һәр осрашҡан һайын ҡабатлар булды. Ә мин осрашҡандан осрашҡанғаса булған үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, берсә иҫәп-хисап биргәндәй булып, берсә дәресенә әҙерләнеп килгән тырыш уҡыусы һымаҡ, тулы яуап бирергә тырышам:
– Имен-амандар: Кәрим инженер-самоучка булып сыҡты. Үҙе тракторсы ла, комбайнсы ла. Камил да шул юл менән китте. Әхәт ағайым колхоз бейәләрен көтә, ҡымыҙ әҙерләй. Рауил агрономлыҡ юлын һайланы.
– Үәт, маладистар, ә!
Апайым шулай ти ҙә артабан яңы китаптар менән таныштыра башлай. Бер саҡ:
– Әйҙә, төпкә үт. Унда яңы китаптар ҙа бар. Бына Ноғман ағайыңдың яңы китабы, – тигәйне, алдыма Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романы килеп ятты. Мин уны битләштергән арала ХХ быуаттың икенсе яртыһы башлан­ған дәүерҙә үҙе уҡытыусылыҡ иткән Әбделмәмбәт ауылына барып, йәшлек эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтыуҙарын, унда Сабирйән сәсәндең ҡыҙы Зәкиә апайҙа Ноғман ағай менән ҡунаҡ булыуҙарын һөйләне лә:
– Ноғман ағайың – урман кешеһе ни, тағы бер китаплыҡ материал йыйып та ҡайтты унда, – тип ҡуйҙы.
Һөнәрҙәр күп. Әммә уҡытыусы һөнәре – башҡа һөнәрҙәргә оҡшамаған һөнәр. Ундай һөнәргә эйә булып та, күпмелер уҡытҡандан һуң, кеше башҡа эшкә күскән хәлдә лә, уның уҡытыусылығы барыбер үҙенекен итә. Ул һәр саҡ уҡытыусы булып ҡала: кейеме, ҡыланышы менән дә, кемгәлер, дәрес биргәндәй итеп, нимәлер өйрәтә башлауы менән дә. Әгәр ҙә тыңлаусы кеше элекке уҡыусыһы булһа, уҡытыусылығы өр-яңынан уянғандай итә. Ә элекке уҡыусыһы уның алдында үҙен әле лә уҡыусы һымаҡ хис итә. Һәр хәлдә, студент сағымда ғына түгел, Өфөгә күсеп килеп, БДУ-ла уҡыта башлағас та, уҡытыусым Фәһимә апай алдында үҙемде һәр саҡ уҡыусы һымаҡ тоя инем. Хәйер, һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп торғандай, һинең бәләкәй генә уңышыңа ла ҡыуаныуын белдереп, ниҙәр менән мәшғүл булыуыңды, ғаилә хәлеңде һәр саҡ белешеп, кәңәш-төйөш итешеп торған кешең алдында үҙеңде башҡаса тойоу мөмкин дә түгелдер ул. ҡала ҡала инде ул. Унда меңәр-меңәр, миллион кеше араһында ла үҙеңде барыбер яңғыҙ, берәүгә лә хәжәтең юҡ кеше кеүек тояһың. Шундай шарттарҙа һинең хәлең менән ҡыҙыҡһынып торған кешең булыуы үҙе бер һөйөнөс икән ул. Һәр хәлдә, Фәһимә Насибулла ҡыҙы йөҙөндә мин ана шундай кешем тип белә инем. Әгәр ҙә мин дә кемделер һөйөндөрөрлөк йә йыуатырлыҡ һүҙ әйтә алһам, һүҙ менән сикләнмәй, кемеһенәлер ғәмәли яҡшылыҡ та эшләһәм, миндә шундай сифаттар тәрбиәләнеүендә Фәһимә апайыбыҙҙың да өлөшө бар.
Уңдырышлы һәм һутлы тупраҡҡа төшһә, шытмам да, сыҡмам да, тигән орлоҡ та шыта, буй ебәрә, емеш бирә. Яҡшы һүҙ, изге ғәмәл дә шулай. Кем уларҙың ҡәҙерен белә, улар шуның күңелендә тамыр йәйә. Шуға ирешеү – уҡытыусы өсөн үҙе бер оло бәхеттер ул. Шул тойғоно кисереү, баҡый донъяға күскәндә, моғайын, үҙе бер йыуаныс була торғандыр. Уҡытыусым Фәһимә апай беҙҙе ҡалдырып, мәңгелек йортона күсте… Һуңғы минутында, моғайын, Фәһимә апай ҙа шуны кисергәндер кеүек тойола миңә.
Фәһимә апай, изгелектәрең беҙҙә, уҡыусыларың күңелендә ҡала. Бәхил бул, хөрмәтле уҡытыу­сым! Ауыр тупрағың мамыҡтай еңел, гүрең нурлы, йәнең йәннәт түрендә булһын!

Фәһимә Насибулла ҡыҙы Мусинаның Бөрйәндәге элекке уҡыусылары исеменән –

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
БДПУ профессоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға