«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бергә булыу мөмкин түгел



06.01.2012 Бергә булыу мөмкин түгел

Бергә булыу мөмкин түгел
Минең тыуған ерем – Белорет районы, йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ҡаһарман ауылы. Үҫмер һәм йәшлек осоробоҙ бик күңелле үтте. Егеттәребеҙ тәмәке тартып йөрөмәне. Хәмерҙең тәмен дә белмәнек. Кис булһа, урамға сыға торғайныҡ. ҡыҙҙар − аҡ кофта, ҡара юбка, егеттәребеҙ аҡ күлдәк, ҡара салбар кейҙе. Шағараҡ ҡормай, ипле генә һөйләшә-һөйләшә, урам буйлап йөрөй торғайныҡ. Ваҡыт еткәс, егеттәребеҙ ҡыҙҙарҙы берәм-берәм өйҙәренә тиклем оҙата. Шул саҡта егетенең хатын бер иптәше ҡыҙҙың усына йомдора. Шундай егеттәрҙең береһе минеке ине. Мөхәббәт сатҡылары йөрәкте яндырһа ла, хәҙерге йәштәр кеүек мөкиббән китеп һөйөү даръяһына сумманыҡ.
Яҙмыш аяуһыҙ шул, егетемдең тормошон ҡара болот солғап алды. Ете баланы ҡалдырып, әсәһе вафат булды, атаһы яңы тормош ҡорҙо. Балаларҙы − туғандары, ә егетемде Белоретта йәшәгән апаһы тәрбиәгә алды. Шунан һуң беҙ осрашманыҡ, сөнки мин юллама буйынса элекке Күмертау районына эшкә килдем һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы бала­лар­ға белем бирҙем.
Бынан биш йыл элек тормош иптәшем донъя ҡуйҙы һәм ишетәм, шул мәлдә тәүге егетем дә тол ҡалған икән. Янғыҙ ҡалыуымды ишетеп, туғандарымдан минең хаҡта һорашып, адресымды биреүҙәрен үтенә. Ике яҡтан туғандар, килешеп, күрештерергә булалар. Беҙгә Яңы йыл сараһына саҡырыу ебәрәләр. Ни өсөн саҡырылғаным билдәле булғас, уға бүләккә тип шарф һәм бирсәткә бәйләнем. Осрашыу тантанаһы уның ҡустыһының йортонда башланды. Тәү ҡарауҙа бер-беребеҙҙе таныманыҡ, сөнки 47 йыл ғүмер үткән! Егетем бабай ҡиәфәтендә, ә мин – ҡолас етмәҫлек тумалаҡ ҡына әбей. Йәшлегем мөхәббәте: «Таптым һине, таптым, йәшлегем сыуағын!» – тип, мине күкрәгенә ҡыҫып, арҡам­дан һөйөп алды. Мәжлес башланды, мин уға: «Һин ми­нең саф мө­хәб­бәтем һәм мин һиңә үҙ ҡулдарым менән бәйләнгән ошо бүләгемде тапшырам!» − тинем. Үҙ сиратында ул: «Мин һиңә сәғәт бүләк итәм. Уның теле үҙ күсәрендә тайпылмай нисек хәрәкәт итһә, һин дә шулай йөрәгемдең күсәре булдың, һин минең мәңгелек мөхәббәтем!» − тип, беләгемә алтын сәғәт таҡты. Ә бергә йәшәү мөмкин түгел. 12 йыл элек вафат булған улымдың биш балаһын һәм өс бүләмде ҡурсалайым. Уларҙан айырыла алмайым. Бөгөн хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешеп, һөйләшеп торабыҙ. Хуш, мөхәббәтем, оҙаҡ йәшә, һау бул.

Һинең тәүге мөхәббәтең.
Мәләүез районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға