«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Булған бәхет ташламаһын



06.01.2012 Булған бәхет ташламаһын

Булған бәхет ташламаһын
Яңы йылдан һәр кем мөғжизә көтәлер. Гәзит-журналдарҙа эшләгән журналистар бигерәк тә. Йыл буйы түккән тиребеҙ бушҡа булманымы, баҫмабыҙҙы халыҡ оҡ­ша­тырмы, яҙылырҙармы, тигән һорау бер ваҡытта ла тынғы бирмәй беҙгә. Хәйер, ни эшләп ул беҙҙең баҫма бул­һын – «Йәшлек» ул ха­лыҡтыҡы һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Ә журналистар – көн-төн тимәй, ал-ял белмәй, һеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарығыҙҙы, аһ-зарҙарығыҙҙы (их, улар аҙыраҡ булһын ине лә бит) ҡағыҙ битенә төшөрөүселәр.
Аллаға шөкөр, 2012 йыл тап «Йәшлек» гәзите өсөн мөғжизә алып килде – беҙҙе алдырып уҡыусылар һаны бермә-бер артты һәм тиражыбыҙ 16 мең дананан ашып китте. Теүәл һанды бөгөн үк билдәләй алмайбыҙ, әле почтаның һуңғы мәғлүмәттәрен көтәбеҙ һәм «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүсе ғинуар урталарында сыҡҡан тираж иҫәбе буйынса билдәләнәсәк. Шуныһы асыҡ – был бәйгелә киләсәккә өмөт менән ҡараусы оптимистар еңәсәк.
Райондарға килгәндә, заманында 7 мең дананан ашыу «Йәшлек» алдырыусы Баймаҡ халҡы алдынғылыҡты быйыл да әбйәлилдәргә тапшырырға ҡарар итте, ахыры. Әбйәлилдә 1923 ғаилә «Йәшлек»кә яҙылһа, Баймаҡта – 1564. Шулай уҡ Ейәнсура (677), Күгәрсен (939), Әлшәй (405), Хәйбулла (721), Йылайыр (588), Ғафури (597), Учалы (813), Салауат (422), Ишембай (541), Бөрйән (981), Белорет (357) райондарында баҫмаға бик теләп яҙылалар. Һәм тап һеҙҙең тырышлыҡ менән «Йәшлек» бөгөнгө көндә донъяла башҡорт телендә сыҡҡан иң ҙур тиражлы гәзит тигән данын тағы бер раҫланы.
Бының өсөн тәү сиратта уҡыусыларыбыҙға, район етәкселәренә, подписканы ойоштороусыларға, почтальон­дар­ға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Мөғжизә, тигәндән, «Йәшлек»тә эшләүсе ҡәләм оҫталары һәр бер һанда һәр бер уҡыусы үҙенә бәләкәй генә мөғжизә көтһөн һәм ул хыялы тормошҡа ашһын өсөн бар көсөн һалыр, тип ышандырабыҙ.
Тормош бит ул – аҡ яғы ла була, ҡараһы ла. Һеҙҙең, беҙҙең тормошта иһә тик ҡыуаныстар күберәк булһын, һәр берегеҙҙе бөгөнгө булған бәхете ташламаһын, барығыҙға ла Яңы 2012 йылда иҫәнлек-һаулыҡ теләп, ихтирам менән,

баш мөхәррир Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға