27.12.2011 «Артҡа сигенеү юҡ», –
ти Баймаҡ ҡыҙы Ләйсән Солтанғолова
СССР ваҡыты. Студент юғары уҡыу йортон тамамлай. Имтихан комиссияһы рәйесе уның ҡулын ҡыҫа:
– Бына һиңә диплом. Бына эшкә йүнәлтмә. Ә был − кәләшең. Мә, яңы фатирҙың асҡысын тот. Бына «пятилетка» планы. Алға!..
Хәҙерге заман. Студент юғары уҡыу йортон тамамлай. Декан:
– Бына һиңә диплом. Алға!..
Ауыҙҙар йырылһа ла, әсе дөрөҫлөк йәштәрҙе йыш ҡына илата. Бөгөн тик ныҡыштар һәм уңғандар, үҙ принциптарына тоғро булғандар ғына ауырлыҡтар алдында баҙамай.
Мәҡәләмдең геройы Ләйсән Солтанғолова − Баймаҡ ҡыҙы. ҡаланың 4-се мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә. Студент сағында Алтай Республикаһында үткән төрки халыҡтары әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, 2-се урын ала. Тиҙҙән Сибай институты командаһы составында Ижевск ҡалаһында фин-уғыр телдәре буйынса олимпиадала көсөн һынай. Сибай студенттары 3-сө урын яулай.
− Шул олимпиадаларҙа Алтай, шор, удмурт халыҡтарының беҙҙең милләткә ҡарата бик ихтирамлы булыуын күрҙем. Тарихыбыҙҙың бай һәм ҡатмарлы булыуына таң ҡалып һөйләгәндәре иҫтә. Улар, маҡсатыбыҙ – башҡорттар кеүек үҙ телебеҙҙе дәүләт теле статусына күтәреү, тигәйне. Шул саҡта телем, милләтем өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Бер нәмәгә ҡарамай, киләсәктә тик үҙ һөнәрем буйынса эшләйәсәкмен, башҡорт телен үҫтереү төп эшем буласаҡ, тип һүҙ биргәйнем, − тип һөйләй Ләйсән.
2009 йылда ҡыҙ ҡулына филолог һөнәрен раҫлаған диплом ала. 4 – 5-се курстарҙа уҡ Ләйсәндең йөрәген өйкәгән мәл етә... ҡайҙан эш табырға? Һәр кисәге студенттың традицион һорауы.
Өфөлә башҡорт теле уҡытыусылары кәрәк, тигәнде ишетеп, ҡыҙ үҙе кеүек бер төркөм әхирәте менән баш ҡалаға юл тота. Мәғариф бүлегендә уларға уңыш йылмая. Шулай итеп, йәш филологтар һөнәре буйынса эшкә керешә. Ләйсән Дим биҫтәһенең 103-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
− Аҙнаһына 32 сәғәт бирҙеләр. Рус балаларына башҡорт телен уҡыттым. Дәрестәр күп, яратҡан һөнәрем – рәхәтләнеп эшлә лә эшлә... Әммә шундуҡ ҡаршылыҡтарға юлыҡтым, − тип хәтерләй нисек эш башлауын Ләйсән. − Тыуғандан алып тик рус телендә аралашҡан балалар башҡорт телен сит ил теле кеүек ҡабул итә. Шуға улар минең фәнемде бик ауыр өйрәнә. Етмәһә, уҡыу әсбаптары, программалар быға ҡулайлаштырылмаған. Исмаһам, институтта рус балаларын уҡытыу методикаһын да өйрәнмәгәйнек бит.
Ата-әсәләр милли телдәрҙе кәрәкмәгән фән кеүек ҡабул итә. «Юҡ-бар менән улымды (ҡыҙымды) йонсотма. Башҡорт йәки татар теленең уға киләсәктә кәрәге теймәйәсәк», − тип туранан-тура белдергәндәр ҙә булды. Улар был хаҡта асыҡтан-асыҡ һөйләп торғас, әлбиттә, бала ошо фәнгә илке-һалҡы ҡарай.
Үкенескә күрә, мәктәп етәкселеге лә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға әллә ни әһәмиәт биреп еткермәй. Хатта милли тел уҡытыусыларына икенсе төрлө ҡараш йәшәгәне һиҙелде. Башҡорттарҙың баш ҡалаһында башҡорт теленә шундай мөнәсәбәт булыуы аптыратты.
Әлбиттә, ауыр, насар булды, тип зарланыу дөрөҫ булмаҫ. Төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Мәҫәлән, «Илһам» шиғыр һөйләүселәр ҡала бәйгеһендә әхирәтем Эльвира Утарбаева менән М. Кәримдең «ҡара һыуҙар» поэмаһын һөйләп, 2-се урын алдыҡ. Уҡыусыларыбыҙға яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу ойошторҙоҡ, әҫәрҙәренән өҙөктәр әҙерләттек. Рус балаларҙың күңелендә башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә һөйөү уятыу өсөн барыһын да эшләргә тырыштым.
Шулай уҡ 1-се Бөтә донъя башҡорт йәштәре ҡоролтайының секретары булыу бәхете тейҙе. «Туған тел» клубына йөрөп, бик күп дуҫтар, фекерҙәштәр таптым.
Уҡытыусыларҙың, бигерәк тә яңы эш башлағандарҙың, эш хаҡы шәптән түгел бит инде. Етмәһә, баш ҡалала торлаҡ арендалауға уның байтаҡ өлөшө китә. ҡаршылыҡтар тәжрибәһеҙ ҡыҙҙы албырғата – уҡыу йылы тамамланғас, ул тыуған ҡалаһына ҡайта. Ләйсәндең бәхетенә Баймаҡ ҡалаһының үҙәк китапханаһында эш була.
− Луиза Дәүләтшина етәкселегендәге яңы коллективта шундуҡ үҙ урынымды таптым. Ғаиләләге кеүек матур мөхит хөкөм һөрә бында. Оҙайлы ял-байрамдар булһа, эшемде, хеҙмәттәштәремде һағынып бөтәм.
Тормош мине китапханаға алып килгәненә бер ҙә үкенмәйем, сөнки маҡсатыма ирешеү юлдары бында ла бихисап. Китапханала арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе данлаған кисәләр, башҡорт зыялылары менән осрашыуҙар, туған телдәге китапхана дәрестәре йыш үтеп тора. Ғөмүмән әйткәндә, бында эшләү рухи аҙыҡтың ни тиклем мөһим икәнен күрһәтте. Коллективыбыҙҙа үҙ эшенең оҫтаһы булған, ғәмле, йөрәктәрендә ут йөрөткән кешеләр эшләй. Шуға күрә улар менән рәхәт тә, күңелле лә, − ти Ләйсән.
Эйе, Баймаҡ үҙәк китапханаһында булған һәр кем был ябай ғына учреждение түгел, ә серҙәр һәм һөйөнөстәр берләшкән, күңелдәргә дауа табылған рухи ҡәлғә икәнлеген яҡшы белә. Һәр саранан күңел йылыһы бөркөлә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре һәр кешенең йөрәгенә юл таба белә. Кешеләрҙең күңеленә дауа табыу, уны байытыу – ошо юҫыҡта улар ҙур эш башҡара. Луиза ҡаһарман ҡыҙы үҙе һәр кисәнең уртаһында ҡайнай, уға йәм һәм ҡот өҫтәй.
– Был коллективты нисек кенә яратһам да, унан бер мәл айырылырмын, һөнәрем буйынса эшемде дауам иткем килә. Айырым кешеләрҙең милләтебеҙгә теш ҡайрауына иғтибар бирмәй, балаларға телебеҙҙе өйрәтеү, уны һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Артҡа сигенеү юҡ! – тип ҡәтғи әйтеп ҡуйҙы Ләйсән. Ул тиңдәштәренә мөрәжәғәтен дә еткерҙе.
– Яңы эш башлаған йәштәр, ауырлыҡтар һәр ҡайҙа ла була, күңелегеҙ һүрелмәһен!
Уйҙары матур Ләйсәндең. Уға уңыштар теләп, ҡаршы елдәргә бирешмәй, ҡыйыу атлауын теләргә ҡала.
Гүзәл БИКМӘТОВА.