«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Түләмһеҙ кеше тыныс йоҡлай



27.12.2011 Түләмһеҙ кеше тыныс йоҡлай

Түләмһеҙ кеше тыныс йоҡлай
Баймаҡ районында кредит ҡоллоғона эләккән ауыл кешеләре тураһында уҡып әсендем. Беҙҙең халыҡ бигерәк бер ҡатлы шул. Алдын-артын уйламай, кредит ала, кредит өсөн яуап­лылыҡты өҫтөнә ала, «пирамида»ларға яҙыла. Һәм… байыйым тип, бөлгөнлөккә төшә.
Әлеге ғибрәтле хәлде ишетеп тә, күпмегеҙ һабаҡ алды? Бер-ике көн «аһ» та «уһ» килеп хәсрәттәрен уртаҡлаштығыҙ ҙа, тағы банкыға юлландығыҙ, шулаймы? Беҙгә тиҙ, хәҙер үк, көнөндә булһын, эйеме?
Әлбиттә, бурысҡа аҡса алмайынса йәшәүе ауыр. Элек-электән көтәсәккә биреү бар. Әммә кредитты бит байтаҡ итеп, проценттары менән ҡайтараһың. Ә кәрәкле сумманы әҙләп-әҙләп ярты йә бер йыл буйына йыйып та тупларға мөмкин. Булмаймы? Була. Тик сыҙамлыҡ һәм ҡаты тәртипкә буйһоноу ғына кәрәк. Минеңсә, кредитты оло әйбер өсөн юлларға була. Мәҫәлән, өй алыу йәки үҙ эшеңде асыу өсөн.
Яңыраҡ бер танышым менән һөйләшеп киттек. Яңғыҙ башына, 11 мең һум хеҙмәт хаҡы етмәй, тип зарлана. Баҡһаң, 5 мең һәм 3 мең һумлыҡ ике кредит түләй икән. Ярай инде, тәүгеһе сараһыҙҙан алынған. Ә икенсеһе − 4 мең һумлыҡ антенна менән 15 мең һумлыҡ телевизор өсөн. Ошо 19 мең һум кредитты 9 айҙа 27 мең итеп ҡайтарасаҡ. Ә бит шул уҡ 3-әр мең һумдан һалып барһа, кәрәкле сумма 6 айҙа йыйыла. Инфляция үҫә тиһәгеҙ, әйберҙәрҙе Яңы йыл алдынан алырға күнегегеҙ. Ғәҙәттә, декабрь буйы ташламалар була. Телевизор ризыҡ та, кейем дә түгел, унһыҙ бер аҙ түҙергә була. Арттырып түләгән 8 мең һум йәл түгелме ни?! Әйткәндәй, танышым үҙе йыш ҡына өйҙә лә тормай, иртәнән ҡара кискә тиклем эштә, үҙе буйҙаҡ, сәфәргә лә йыш йөрөй.
Икенсе берәүҙәр 30 мең һумлыҡ йорт йыһазы һатып алды. Бүлеп түләү шарты менән. Ваҡыты еткәс, аҡса юҡлыҡтан бурыстарын һыйырҙарын һатып ҡапланылар. Уйлап ҡарағыҙ әле, күп балалы ғаиләгә нимә кәрәгерәк: тағы бер шкафмы, әллә быҙауларға торған һәүкәшме?
Миңә лә кредит мәсьәләһе менән булышырға тура килде. Йорт һалғанда бер тапҡыр 100 мең һум алғайныҡ. Шуның 30 меңе генә тәғәйен эшкә китте. Етмеше, дөрөҫөн генә әйткәндә, ваҡ-төйәк өсөн әрәм-шәрәм ителде. Ярай әле был ҙур дәүләт банкының проценттары ул хәтлем юғары түгел ине.
Башҡа кредит юлламаҫмын тиһәм дә, торлаҡ өсөн тағы аҡса кәрәк булды. Теге банкыға юлландым. «Һинең хеҙмәт хаҡың менән иң күбе 130 мең һум бирә алабыҙ», − тинеләр. ҡыҙыҡһынып, тағы берәүһенә барып ҡарарға булдым. Юл ыңғайы бер Мәскәү банкына индем.
Мәртәбәле оло ҡунаҡтай күреп, йомшаҡ ҡәнәфигә ултырттылар. Күпме кәрәклеген һоранылар. Уңайһыҙланып ҡына, хеҙмәт хаҡыма ҡарап, тинем. Мөләйем ҡыҙ компьютер экранына күҙ һирпеп алды ла: «450 мең һум һорарға мөмкинлегегеҙ бар», − ти. ҡолап китә яҙҙым. Бына бәхет! Бәй… туҡта-туҡта, тегеһендә ошо уҡ килемем менән 130 мең һумдан артыҡ ярамай тинеләр ҙә баһа. Аптырап, асыҡлабыраҡ, тәфсирләберәк һөйләүҙәрен үтенәм.
«Өс йылға алһағыҙ − ай һайын 11-әр мең һум, биш йылға икән, 13-әр мең һум түләйәсәкһегеҙ…» − тип ул тағы байтаҡ хәбәр һөйләне, ә мин хыялымда күп бүлмәле фатир, уға йыһаз алам. Банк хеҙмәткәрҙәренең: «Әйҙә, килешеү төҙөйөк», − тип ҡағыҙҙар тартып сығарыуына айнып киттем. Тауышы шундай яғымлы, ҡолаҡты иркәләп, ризалашырға саҡырып ҡына торғандай. Күренеп тора, оҫта психолог, кешене әүрәтергә, ихтыярын һындырырға өйрәткәндәр. Шулай ҙа, үҙемде еңеп: «Юҡ, бирегеҙ өлгөһөн, шарттарын өйҙә иркенләп ҡарап алғым килә», – тинем.
ҡағыҙҙарҙы алып ҡайтып, кискеһен өйрәнергә тотондом. Ваҡ ҡына хәрефтәр менән биттең ике яғын тултырып шарттарҙы теҙгәндәр. Әммә кредит суммаһы, проценттары күләме, ай һайын түләмдәр теҙмәһе юҡ. Шылтыратам. «Уныһы инде «өҫтәмә килешеү» тип аталып, кассанан аҡса алғанда дөйөм килешеүгә беркетелеп бирелә», − тинеләр. Бына һиңә мә!
Мин аҙаҡҡаса күпме арттырып түләйәсәгемде лә белмәйәсәкмен икән. Бәлки, унда ҡот осҡос ҙур һандар теҙелер! Әммә һуң булыр: имзалар ҡуйылған, ризалыҡ алынған…
Килешеү өлгөһөн тағы ла ентекләберәк өйрәнергә керешеп киттем. Бер урында «взимается ежемесячная комиссия за обслуживание кредита в размере 2-х процентов от суммы кредита» тип яҙылған. Ул бәләкәй генә һанға иғтибар итмәҫкә лә мөмкин. Ләкин мәктәптә математика йүнәлешендәге синыфта уҡығанмын, айлыҡ эш хаҡымды ла алдан уҡ самалап ҡуям. Теге 2 процентты һандарға әйләндерәм һәм... ни күрәм?! 9 мең һум була икән! Йәғни ай һайын түләйәсәк 11 йәки 13 мең һумға өҫтәп (был хаҡта иҫкәртмәһәләр ҙә!), 9-ар меңде биреп барыр­ға. Эш хаҡым да етмәйәсәк, ләкин банкыны был борсомаясаҡ, ул түләүҙе талап итәсәк. Көнө-төнө телефондан шылтыратып, судҡа биреп, йән тыныслығымды аласаҡ. Ниндәй тоҙаҡҡа эләккәнемде аңлағас, кредитымды шунда уҡ башкөллө кире ҡайтарам тиһәм дә, еңел булмаясаҡ. Сөнки бының өсөн, ғәҙәттә, штраф ҡарала, йә килешеүҙә тәүге йылдар эсендә уның мөмкин түгеллеге тураһында әйтелә.
ҡырҡ тапҡыр үлсәгәс, банкыға шылтыратып, кредиттан баш тартыуымды хәбәр иттем. Унда ҙур үкенес бел­дер­ҙеләр. Әлбиттә, бер «аңра һарыҡ»тан ҡолаҡ ҡаҡтылар бит. Етмәгән аҡсаны кешенән бурысҡа һорап торҙом.
Был осраҡ миңә һабаҡ булды. Хәҙер үтә иғтибарлы булырға тырышам. Әлбиттә, ике йыл элек Рәсәйҙең Юғары арбитраж суды был айлыҡ комиссияларҙы законһыҙ тип тапты. ҡайһы бер банкылар унан баш тартты, бәғзеләре, уларҙы икенсе төрлө атап, ҡалдырҙы. ҡыҫҡаһы, исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне.
Ә күптән түгел Президент Дмитрий Медведев, Граждандар кодексына төҙәтмәләр индереп, кредитты алдан ҡайтарыу мөмкинлеген бирҙе. Бары тик банкыны был хаҡта 30 көн алда иҫкәртергә һәм уҙған ваҡыт өсөн проценттарҙы түләргә кәрәк.
Яҡшы үҙгәрештәр. Шулай ҙа кредит алмаҫҡа тырышыу һәйбәтерәк. Түләмең булмағанда шул хәтлем тыныс йоҡлайһың бит ул.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға