«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шыршы матур биҙәлгән!



27.12.2011 Шыршы матур биҙәлгән!

Ләкин уны рөхсәтһеҙ ҡырҡып, штрафҡа юлыҡмағыҙ
Шыршы матур биҙәлгән!
Яңы йылды яһалма шыршы тирәләй ҡаршылар­ға теләүселәр һирәктер – иң матур байрамда өй түрендә һәр кем ылыҫлы урман һылыуҡайын күрергә теләй.
Хуш еҫ бөрккән ағасты алып ҡайтҡас, уны биҙәр өсөн бар ғаилә йыйыла. Өлкәндәрҙе һәм балаларҙы бергә туплаған ошо ябай тамаша һуңынан күңелдәрҙе иләҫләндереп торған тантаналы ла, йылы ла бер ваҡиғаға әйләнә. Ләкин ҡайҙан алырға һуң байрамдың төп ҡунаҡтарының береһен? Әлбиттә, йәрминкәләрҙә, сауҙа нөктәләрендә.
Быйыл республиканың урман хужалыҡтары тарафынан һатыуға 206 мең төп ылыҫлы ағас сығарыла. Был шыршы, ҡарағайҙар алдан билдәләнгән урындарҙа ҡырҡыла. Әммә, һәр ваҡыттағыса, үҙ белдектәре менән теләгән ерҙән ағас ҡырҡып алып ҡайтырға теләүселәр ҙә табылып тора. Учалы урмансылығы буйынса федераль дәүләт урман һәм янғынды күҙәтеү бүлеге начальнигы Айбулат Байғарин, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында иҫкәртә:
– Граждандарға – 3 – 3,5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20 – 30 мең һум, юридик шәхестәргә 50 меңдән алып 100 мең һумғаса штраф һалына. Бынан тыш, законды боҙоусы зыянды ла ҡапларға бурыслы. Бейеклеге өс метр булған бер ылыҫлы ағасты ҡырҡыу урман фондына (категорияһына ҡарап) 1366 – 4795 һумлыҡ зыян килтереүгә бәрәбәр.
Урмансылар, үҙ биләмәләрендә тәртипһеҙлеккә юл ҡуймаҫ өсөн, декабрь башынан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә махсус график буйынса эшләй. Шуға ла байрамды төрлө күңелһеҙлектәр шәүләһе ҡапламаһын тиһәгеҙ, шыршыны сауҙа нөктәләренән генә һатып алығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға