«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы йыл – мөғжизәләр мәле



27.12.2011 Яңы йыл – мөғжизәләр мәле

Яңы йыл – мөғжизәләр мәле
Ишеттегеҙме әле, кисә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанына бөтә ҡыш бабай­ҙар йыйылды! Булмаҫ, тимәгеҙ. Яңы йыл – мөғжизәләр мәле. Ошо ваҡытта бар хыялдар тормошҡа аша, изге әкиәттәр ысынбарлыҡҡа әйләнә.
Йыл да үткәрелеп килгән, күркәм йолаға әүерелгән ҡыш бабайҙар парады өфөләрҙең яратҡан байрамына әйләнде.
Баш ҡаланың Рус дәүләт драма театры алдында халыҡтың күплеге-е-е! Көн һыуыҡ тип, берәү ҙә юрған аҫтында ятып ҡалмаған.
Ана бит, малайҙар ах та ух килеп ҡар бәрешә, хатта тирләп киткәндәр. ҡайһылар синыфташтары, уҡытыусылары менән килгән. Өләсәй-ҡартатайҙар ейәндәрен һәм ейәнсәрҙәрен етәкләгән. Атайҙар, әсәйҙәр ҙә: «Эшем күп, ваҡытым юҡ», – тип тормаған, әкиәт геройҙары менән күрешергә ашыҡҡан. Барыһы ла ҡыш бабайҙар менән һөйләшә, шаярыша, фотоға төшә. ҡапыл бер ағай тальян гармунда өҙҙөрөп уйнай башланы, шундуҡ таҡмаҡсылары ла, бейеүселәре лә табылды. Һалҡын танауҙы, сикәне семетеп-семетеп ала, шулай ҙа фотохәбәрсебеҙ Юлай ағай Кәримов менән бирешмәйбеҙ. Тыпырлап-тыпырлап бейейбеҙ, үҙебеҙ: «Эй, ҡыш бабай, ҡыш бабай, былтырғы таныш бабай!» − тип йырлап та алабыҙ.
Яңы йыл – мөғжизәләр мәле
ҡарһылыу, ҡар бабай, әкиәт геройҙары, 2012 йылдың символы – Аждаһа халыҡ менән шау-гөр килеп уйнай. Ә ҡыш бабайҙар зыҡ ҡубып Баш ҡыш бабай менән осрашыуға әҙерләнә. Өҫ-баштарын рәтләй, телмәрҙәрен ҡабатлай.
Һәм... ҡапыл көслө музыка яңғыраны. Буҙ аттар егелгән семәрле санаһына ултырып, Баш ҡыш бабай килеп етте! Ул үҙ баһаһын белеп кенә сәхнәгә күтәрелде лә, ярҙамсыларына – ҡыш бабайҙарға наказдарын еткерҙе. Улар һәр изге йөрәкле кешенең матур уйҙарын тормошҡа ашырырға, тыңлаусан балаларға бүләктәрен тапшырыр­ға, халыҡҡа байрам кәйефен бирергә һүҙ бирҙе.
Ә шунан улар бергәләшеп Төп шыршының уттарын ҡабыҙҙы. Һәр ҡалала, ауылда, йортта Яңы йыл байрамы башланды. Йәшел ҡупшыҡай тирәһендә өйрөлөп бейеүҙәр, уйындар ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
Яңы йыл – мөғжизәләр мәле
Декабрҙең һуңғы төнөндә сәғәт телдәре 12-гә яҡынлашҡас, ҡыш бабай һәр кемгә бәхет, именлек, мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар өләшер. Тик мөғжизәгә ышанығыҙ.
Сеү... Ишетәһегеҙме, берәү тәҙрәне ипләп кенә ҡаҡты ла, тынып ҡалды. ҡыш бабай һеҙҙең йортто ла урап үтмәне, тимәк. Ул һеҙгә яңы бәхет, ырыҫ килтерҙе.
Етеп килгән Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы 2012 йыл менән!

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға