20.12.2011 Яңы йыл костюмдары
Яңы йылға ла күп ҡалманы. Һәр кем был мөғжизәле байрамды ашҡынып көтә, Яңы йылды ҡайҙа, кем менән ҡаршылау тураһында пландар ҡора, Яңы йыл табынына ниндәй аш-һыу ҡуйырға, әле үк меню әҙерләй, шыршы байрамына кем булып кейенеү тураһында хыяллана.
Бала саҡта шыршы байрамына костюм һайлап бер була инек. ҡуян, ҡар бөртөгө, ҡарһылыу, Тейен, Күбәләк, Мальвина, Аҡсәскә, Айыу, Бүре – кем генә булып кейенмәнек. Әммә йыл һайын ниндәйҙер яңы костюм тапҡы, тағы ла матурыраҡ кейенге килә. Бына шуны иҫәпкә алып, һеҙгә Яңы йыл костюмдары һайлашырға булдыҡ. Түбәндә тәҡдим ителгән өлгөләрҙе, бәлки, оҡшатыусылар булыр. Беҙгә ҡалһа, улар матур ҙа, шул уҡ ваҡытта әҙерләүе лә еңел.
ҡабаҡ
Был костюмды әҙерләү өсөн һеҙгә ҡыҙыл, һары һәм йәшел төҫтәге атлас туҡыма киҫәктәре кәрәгәсәк. Уларҙы өҫ яғынан йәшел таҫмаға бөрөп тегеп сығырға, ә аҫ яҡтан резинка менән йыйырып ҡуйырға кәрәк. Ошоға эшләпә менән фонарик-еңдәрҙе лә өҫтәһәгеҙ, моғайын, һеҙҙең костюм күптәрҙең күңеленә хуш килер.
Клоун
Шыршы байрамының төп геройҙары − ҡайҙа ғына булһа ла – клоундар. Ул ни тиклем ҡыҙығыраҡ, көлкөлөрәк, байрам да шул тиклем күңеллерәк. Балалар өсөн клоун костюмына буй-буй салбар һәм эре шаҡмаҡлы күлдәк тәҡдим итәбеҙ. Йәш клоундың аяғындағы оло ботинкалары ғына ла күптәрҙең күңелен күтәрер.
ҡарға
Был костюмды әҙерләү ҙә әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. ҡара салбар менән жилетты табыуы, моғайын, ҡыйын булмаҫ. Костюмдың төп элементы – ҡара ялтырауыҡ туҡыманан тегелгән ҡанаттар һәм оҙон осло суҡыш.