«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә – берҙәм көс менән



20.12.2011 Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә – берҙәм көс менән

Киңәйтелгән ултырышта башҡарма комитет ағзалары, республика райондары һәм Рәсәй төбәктәрендә эшләп килеүсе ҡоролтайҙар етәкселәре ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, РФ Дәүләт Думаһына ҡабаттан һайланған Марсель Йосопов сараға үҙенең «хеҙмәттәштәре» − шулай уҡ икенсегә депутат булып һайланған Сәлиә Мырҙабаева менән Иршат Фәхретдиновты ла саҡырғайны. Улар халыҡ үтенестәренә, фекер-тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалып эшләргә вәғәҙә бирҙе.
Ойошманың уҙып барған йылда башҡарған эштәре тураһында рәйес урынбаҫары Румил Аҙнабаев бәйән итте. Уның һүҙҙәренсә, 2011 йыл ҡоролтай өсөн ҡатмарлы йылдарҙың береһе булған.
− Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының абруйын төшөрөргә ҡайһы берәүҙәр нисек кенә тырышмаһын, ойошма үҙ принциптарына тоғро ҡалды. Башҡарма комитеттың Башҡортостан юлдаш телевидениеһын кире үҙгәрештәрҙән һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашыуы, кадрҙар мәсьә­ләһенә һәм дәүләт башҡорт теленә ҡағылышлы ҡәтғи ҡарарҙары үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы.
ҡоролтай эшенә күп кенә яңы йүнәлеш индерелде. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе − башҡорт йәштәрен эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтырыу маҡсатында төҙөлгән «Бизнес үҙәге». Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер мәсьәләләре буйынса комиссия янында ойошторолған был үҙәк үҙ эшен асыусыларға төрлө административ кәртәләрҙе еңеп сығыу буйынса консультациялар, бизнеста тәүге аҙымдарҙы яһағанда кәрәкле аңлатмалар биреүҙе бурыс итеп ҡуя.
ҡоролтайҙың тағы ла бер ҙур эше − төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү программаһын төҙөүҙә ҡатнашыуы. Әлеге программаға ойошма ҡарарҙары ла индерелде.
Румил Аҙнабаев әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта, иҡтисадтан тыш, спортҡа ла иғтибар көсәйгән. Бында һүҙ милли көрәш хаҡында бара. Иң тәү сиратта был спорт төрөн үҫтереүҙе башҡорт мәктәптәрендә башлау ҙа ғәжәп түгел. Бөгөн көрәшселергә бушлай 30 келәм таратылған һәм ошо эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосоповтың, данлыҡлы шәхес Харис Йосоповтың улы булараҡ, спортҡа, бигерәк тә милли көрәшкә битараф булмауы аңлашыла ла.
ҡоролтай башҡарма комитеты ЮНЕСКО-ның республика бүлексәһе менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Был юҫыҡта башҡорттоң билдәле эпосы «Урал батыр»ҙы донъя мифологияһы ҡомартҡылары рәтенә индереү буйынса эш алып барыла.
Әйткәндәй, төп милли ойошма илдәге сәйәси ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмай. Яңыраҡ үткән РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау алдынан ойошторолған Халыҡ фронтына инеп, унда башҡарма комитет ағзаларын пропагандалау, праймеризда ҡатнашыу ул осорҙоң төп эше булған.
Румил Аҙнабаев үҙенең йомғаҡлау докладында «Айыҡ ауыл» акцияһына ла туҡталып үтте. Был конкурста республиканың 100-ҙән ашыу ауылы ҡатнашҡан. Ойоштороусылар халыҡтың был эште шул тиклем күтәреп алырын көтмәгән дә. Тимәк, милләттәштәребеҙ эскелектең зарарын аңлай, уға ҡаршы төрлөсә көрәшергә тырыша. Киләһе йылда ла был акцияны дауам итеп, заман афәтенә ҡаршы башҡарылған эштәрҙе хөкүмәт кимәленә еткерергә тейешбеҙ.
Башҡарма комитет йәштәр менән эшләүҙе лә төп бурысы итеп алған. Район-ҡалаларҙа йәштәр советтары ойоштороу башланды, айыҡ башҡорт дискотекалары үткәреүҙе лә ихлас күтәреп алды. Уға яҡташтар ойошмалары, Башҡорт йәштәре иттифағы, «Йәшлек», «Шоңҡар», «Башҡортостан», «Башҡортостан ҡыҙы» редакциялары ла ҡушылды.
− Шуныһын да әйтмәү мөмкин түгел: ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Йәштәр советы рәйесе, ойошманың бөтә эштәрендә алдан йөрөүсе Фәнзил Әхмәтшин бөгөн ҡулға алынған, − тине Румил Аҙнабаев, − был юҫыҡта ҡоролтай ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй − башҡарма комитеттың мөрәжәғәте ҡабул ителде, БР прокуроры Хуртинға, Юғары суд рәйесе Тарасенкоға, Именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Палагинға беҙҙең талаптар менән хат ебәрелде.
Ауылдарҙа аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу буйынса алып барылған эштәргә башҡарма комитет кире ҡарашта. Ни өсөндөр әлеге мәктәптәр күбеһенсә башҡорт ауылдарына тура килә.
Ойошма шулай уҡ күренекле шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла эштәр алып бара. Шул иҫәптә − уларға таҡтаташтар асыу, һындар ҡуйыу. Әлбиттә, был эш әүҙем башланған, әммә һуңғы ваҡытта һүрелә төшкән. Торатау итәгендә ҡуйыласаҡ тип, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында нигеҙ ташы һалынһа ла, «Ырыуҙар ташы» комплексы һаман эшләнмәне. Республика етәкселеге кимәлендә башҡарыласаҡ эш өсөн һаман аҡса табылмай. Ә шул ваҡытта сит милләт шәхестәрен күтәреп йөрөүсе милләттәштәребеҙ ҙә табылып тора.
Румил Тәлғәт улының, ҡоролтай эшен даими яҡтыртып барған баҫма юҡ, тип сығыш яһауы ғына бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Сөнки «Йәшлек» башҡарма комитеттың һәр хатын иғтибарға ала һәм саралары хаҡында яҙырға журналистарын мотлаҡ ебәрә.
Киңәйтелгән ултырышта Татарстан, Ханты-Манси Автономиялы Округы, Пермь крайы, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендәге ҡоролтай эштәре хаҡында ла сығыштар булды. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, мәҫәлән, төбәктә йәшәүсе аҫаба башҡорттарҙың проблемалары хаҡында һөйләне. Ошо мәсьәләне ҡарау һәм край етәкселеге менән күҙмә-күҙ һөйләшеү өсөн киләһе йыл башында уҡ республиканан делегация барасаҡ. «Был беҙҙең яңы йылда тәүге сәфәребеҙ булырға тейеш», − тип ышандырҙы башҡарма комитет рәйесе Марсель Йосопов. Ә Ханты-Манси Автономиялы Округында милләттәштәребеҙҙе туп­лаған ойошма етәксеһе Рәүҙәт ҡол­мәнбәтов иһә уңышлы эшләр өсөн лидерҙарыбыҙҙы дөрөҫ һайлау, урындарҙа етәкселек менән килешеп эшләүҙең отошлораҡ булыуын билдәләне. Уның фекеренсә, Башҡортостан район-ҡалалары ҡоролтайҙарына әүҙемерәк эшләргә кәрәк, сөнки һуңғы ике йылда улар һүлпәнлек күрһәтә. Иң мөһиме − ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү. «Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтарына ла һорауҙар күп. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡоролтай башҡарма комитетына берҙәм идеология талап ителә», − тине Рәүҙәт ҡолмәнбәтов.
Көн тәртибенә киләһе йылға эшмәкәрлек планын раҫлау ҙа индерелгәйне. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышының юбилейын билдәләүгә ҡағыл­ған саралар ҙа байтаҡ. Милли мәғариф, мәҙәниәт, тарих, эшҡыуарлыҡ, йәштәр менән эшләүгә ҡағылышлылары ла бихисап. ҡоролтай ағзаларының үҙ бурыстарын үтәүҙе намыҫ эше тип ҡабул итеренә өмөт бар. Һис юғында, халыҡ ойошманың эшен белһен, ишетһен, күрһен һәм тойһон өсөн тырышыу беренсе сиратта торорға тейештер.
Әйткәндәй, ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йә­мәғәт премиялары ла тапшырылды. Уға лайыҡ булыусылар − халҡыбыҙ мәнфәғәтенә арымай-талмай хеҙмәт итеүселәр тип аңларға кәрәктер. Лауреаттар исемлегендә Рәшит Шәкүр, Мәрйәм Бураҡаева, Әнүәр Әсфән­диәров, Ләлә Бейешева, Юлай Ғәйнетдинов, Марс Юлдашев кеүек күптән билдәле шәхестәребеҙ, скульптор Өлфәт ҡобағошев, шағир, журналист Әхмәр Үтәбай, эшҡыуар Рәйлә Фәсхетдинова, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, ҡумыҙыбыҙҙы донъяға танытыусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, «Төньяҡ амурҙары» клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, табип Мәхмүзә Ғәйнуллина, ғилми хеҙмәткәр Рәфил Аҫылғужин, Торатауыбыҙҙы һаҡлау буйынса янып йөрөүсе Абдрахман Вәлидов, Күмертау, Көйөргәҙе башҡорттары мәнфәғәтенә әүҙем эшләүсе Рәйсә Сырлыбаева, Силәбеләге арҙаҡлы уҡытыусы, милләттәшебеҙ Урал Сафиуллин, сәсәниә Вәсилә Садиҡова бар.
Йыл тамамлана. Яңы бурыстар билдәләнә. Әммә был үткән йылдан ҡалған хәл итәһе мәсьә­ләләр онотола тигән һүҙ түгел. ҡоролтай бар, буласаҡ. Халыҡ араһында абруйы төшмәһен, үҙенең ысынлап та кәрәклеген раҫлаһын ине төп ойошмабыҙ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға