«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ни өсөн башҡорт "итальянка"һына әйләндем?



10.12.2011 Ни өсөн башҡорт "итальянка"һына әйләндем?

Йәш саҡта егетем Илфат Стәрлетамаҡта армияла хеҙмәт итте. Уның менән ул увольнениеға сыҡҡан ваҡытта танышҡайныҡ. Мин педучилищела уҡый инем. Уҡыуҙы тамамлауыма, Ил­фаттың да хеҙмәт срогы тамамланды. Өйләнештек. Ар­мияла элемтәсе, радиоаппаратура белгесе булып хеҙмәт иткәс, ирем кешеләрҙең радиоалғыс­тарын, телевизорҙарын, кер йыуыу машиналарын, һыуытҡыстарын ремонтлап йөрөнө. Күптәр аҡса урынына уға араҡы, көмөшкә эсерҙе, һәм тиҙҙән ул эскегә һалышты.
Ваҡыт үтә торҙо. Бер-бер артлы ике балабыҙ тыуҙы. Улар үҫеп, мәктәпкә уҡырға йөрөй башланы. Балалар үҫкән һайын уларҙы тәрбиәләүгә, кейендереүгә киткән сығымдар ҙа арта барҙы. Ирем, эшен ташлап, эскелек һаҙлығынан сыға алманы. Миңә бик бәләкәй эш хаҡына ғаиләне аҫрауы ауырайғандан-ауырайҙы. Нишләргә? 11 йәшлек улым менән 9 йәшлек ҡыҙымды ҡайным менән ҡәйнәмә ҡалдырып, юлға әҙерәк аҡса йыйып, үҙем кеүек бер ҡатын менән Италияға сығып киттек. Италияла дүрт йыл эшләнем. Унда барғас, эш тапҡансы, итальян телен өйрәнгәнсе, байтаҡ нужа күрергә тура килде. Эшләй башлағас, эш хаҡының бер өлөшөн балаларымды аҫраған ҡайным менән ҡәйнәмә һалып торҙом. Теүәл дүрт йылдан һуң, Италияны ҡалдырып, тыуған еремә ҡайтып төштөм. Яҡташтарым миңә «итальянка» тигән ҡушамат тағып та ҡуйҙы.
Италияла беҙҙәге һымаҡ, ҡышҡы һыуыҡтар булмай. Йыл әйләнәһенә йәшелсә, емеш-еләк ашайҙар. Йылына 2 – 3 тапҡыр уңыш йыялар. Тормош кимәле лә беҙҙекенә ҡарағанда күпкә юғары. Шунлыҡтан ҡатындарҙың күбеһе эшләмәй, бала ҡарап, өйҙә ята. Сөнки ирҙәренең эш хаҡы бик юғары. Дәүләт унда халыҡты ныҡ һәм яҡшы ҡарай, итальяндар араһында, беҙҙәге кеүек, хәйерселәр юҡ. Халыҡтың күңеле лә көр, кешеләрҙең йөҙөнән йылмайыу китмәй. Шуғалырмы, уларҙың 60 йәшлек ирҙәре һәм ҡатындары беҙҙәге 40 йәшлектәр кеүек.
Италияла беҙҙән барған ир-атҡа эш юҡ, шуға күрә сит илдәрҙән ҡатын-ҡыҙ күберәк бара. Унда Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡатындары күп. Барыусылар араһында беҙҙең йәш ҡатындар күпселекте тәшкил итә. Өлкәндәре лә юҡ түгел. Пенсияға сыҡҡас, Италияға барып, әбей-бабайҙарҙы ҡарап, аҡса эшләп, үҙҙәренең Башҡортостанда ҡалған туғандарын ҡарайҙар, ейән-ейәнсәрҙәрен уҡыталар. Үҙҙәрен ҡараған өсөн Италия пенсионерҙары үҙ пенсияларының бер өлөшөн беҙҙең пенсионерҙарға түләй. Унда пенсия юғары. Бында тағы бер нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк: Италияла өлкән ҡатындарҙың ирҙәре үлһә, уларҙың пенсияларын ҡатындарына түләйҙәр – ирһеҙ ҡалған пенсиялағы итальян ҡатындары ике пенсия ала.
Мин, Италияға барғас, урам һепереүсе булып эшләнем, һуңынан сирләгән яңғыҙ әбейҙе ҡараным. Ауырыу әбей-бабайҙарҙы ҡараған өсөн айына 600-ҙән 1000 евроға тиклем түләй­ҙәр. Йәкшәмбе, йәғни ял көнө эшләһәң, эш хаҡына 50 евро өҫтәй­ҙәр. Кемдә эшләйһең, шунда йә­шәй­һең. Ауырыуҙы көнө-төнө ҡарарға кәрәк. Шуның өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Эш араһында йоҡлап та алаһың.
Италияла донъя йөҙөндә ниндәй халыҡтар бар, шуларҙың барыһын да осратырға мөмкин. Бигерәк тә Пакстан, Алжир, Тунис, Бангладеш кеүек илдәрҙән күптәр. Африка илдәренән килгән негрҙар ҙа бихисап. Килеүселәрҙең күпселеген мосолмандар тәшкил итә. Беҙҙең мосолман икәнлекте белеп, итальяндар: «Рәсәйҙә мосолмандар ҙа бармы ни?» − тип аптырай. Рәсәйҙә христиандар ғына йәшәй тип уйлайҙар.
Беҙҙең мәктәп программаһы уларҙыҡына оҡшамаған. Бындағы «өслө»гә уҡығандар, Италияға барғас, отличник булып китә.
Минең кеүек Италияға барған ҡатын-ҡыҙ араһында кире ҡайтып киткәндәр ҙә, шунда бөтөнләй тороп ҡалғандар ҙа бар. Ир өҫтөнә ир эҙләп барыусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, беҙҙең менән бергә Италияға туристик походҡа Сибайҙан бер йәш кенә ҡатын барғайны. Унда барып төшөү менән ул итальян ирҙәренә күҙен-башын уйната башланы. Һөҙөмтәлә, бер ир табып, шуның менән типтерергә тотондо. Ә бит уның Сибайҙа ире, улы бар. Ире эскесе түгел, тип һөйләне уларҙы белгән кешеләр. Етмәһә, ире һөнәрмән − балта оҫтаһы икән. ҡатын Сибайға ҡайтып, ире менән айырылышты ла, итальянға кейәүгә сыҡты. «Сибайҙағы балаң әсәйле көйөнә әсәйһеҙ үҫер бит, − тинек уға. − Балаң йәл түгелме ни?» «Башҡа ҡайғығыҙ булмаһа, минең өсөн ҡайғырмағыҙ. Ә балаға килгәндә, ул һис тә йәл түгел. Атаһы бар бит, үҫтерер әле. Мин үҙемдең яртымды таптым, шуның менән донъям теүәлләнде», − тип яуап бирҙе.
Үкенескә күрә, ундай ҡатындар осрап ҡына тора. Яңыраҡ шулай ике татар ҡатыны паркта, кеше ҡайнап торған ерҙә, бер итальян ире өсөн һуғышып китте. Кемдер полиция саҡырған. Улар килгәс, һуғышыусы ҡатындарҙың берәүһе ҡасып ҡотолдо, икенсеһен, йәмәғәт тәртибен боҙғаны өсөн, Италиянан ҡыуып ҡайтарҙылар.
Мин диңгеҙгә яҡын урынлашҡан Неаполь ҡалаһында йәшәнем. Ә уның, беҙҙәге һымаҡ, матур урындары ла, аламалары ла етерлек. ҡала бик үк таҙа түгел.
Сит илдә тороп ҡалыуҙан Хоҙай һаҡлаһын. Италияға әҙерәк аҡса эшләп ҡайтыу ниәтендә барҙым. Ситтә йөрөп, балаларымды һағындым, ә улар мине һағынған. Һуңғы ваҡытта улым менән ҡыҙым кеҫә телефоны аша: «Әсәй, ҡайт, беҙ һине һағындыҡ. Беҙгә аҡсаң кәрәкмәй − үҙең кәрәк», − тип көн һайын шылтыратты.
Ирем һаман эсә тип, уның менән айырылышырға уйламайым − балаларға атай кәрәк бит. Унан һуң бер минең генә ирем эсәме ни?! Ауылыбыҙҙа эскән ирҙәр күп. Эскелек − ул заман сире. Уға ҡаршы беҙ күмәкләп көрәшергә тейеш, шул саҡта ғына нимәгәлер өлгәшә алырбыҙ.
Сит илдә, уның телен белмәһәң, йәшәй ҙә, эшләй ҙә алмайһың. Шуға күрә итальян телен тиҙ арала өйрәнергә тура килде. Стәрлетамаҡта педучилищела уҡыған сағымда: «Төрки телдәре араһында иң матур тел − башҡорт теле», − тиҙәр ине. Италияға барғас, миңә: «Латин телдәре араһында иң матур тел − итальян теле», − тинеләр. Ысынлап та, итальян теле бик яғымлы.
Тыуған ил менән бәйләнеште өҙмәҫ өсөн Италия баҫмаларын уҡып барҙым. Сөнки унда мәғлүмәт баҫмалары беҙҙең ил хаҡында бик күп яҙа. Мәскәү радиоһын да йыш тыңланым. Тик ул күп ваҡиғаларҙы боҙоп, ситләп-ситләп кенә, өҫтән-мөҫтән һүрәтләй, ә күп ваҡиғалар хаҡында бөтөнләй һөйләмәй. Итальяндар Рәсәйҙәге влас­тың барлыҡ тармаҡтарына ҡарата халыҡтың ышанысы юҡҡа сыға барыуын билдәләй. Уларҙың гәзиттәренең яҙыуына ҡарағанда, Рәсәй халҡының 70 проценттан ашыуырағы властарҙың, полицияның, ФСБ-ның, ГИБДД-ның, һалым йыйыу­сыларҙың, ЖКХ-ның, судья һәм прокурорҙар­ҙың башбаштаҡлығынан, һөмһөҙлөгөнән үҙҙәрен яҡлай һәм һаҡлай алмауҙарын белдерә. Гәзит һәм журналдарҙа, төндәрен республикабыҙ ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәгән йәштәр иттифағы активистарын ҡулға алып, ҡайҙалыр алып китәләр икән, тигән хәбәрҙәр ҙә күренеп ҡала.
Беҙҙәге һымаҡ, Италияла ла байҙар, ярлылар бар, әммә улар бер-береһенән бик айырылмай. Итальян байҙары, беҙҙекеләр кеүек, ҡиммәтле машиналарҙа елдермәй, «малометражка»ла йөрөй, ә эшкә барыһы ла йәмәғәт транспортында бара.
Әле вахта системаһы менән Себерҙә маляр-инструктор булып эшләйем. Бер ай эшләйем дә, бер ай ял итәм. Элекке тәрбиәсе маляр булып киткән икән, тип аптырамағыҙ. Беҙҙең илдә тормош кешене сусҡа итеп хорҡолдарға ла мәжбүр итә.

Гөлназдың һөйләгәндәрен
Марс Нуриев яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға