«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Экологик һәләкәт оҙаҡ көттөрмәҫ



10.12.2011 Экологик һәләкәт оҙаҡ көттөрмәҫ

Һәр кемдең күҙәткәне бар: һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙ үтә лә сәйер күренештәр кисерә − ҡышын сатнама һыуыҡтар урынына ҡар иреп ята, йәй етһә, ҡоролоҡ яфалай, йә булмаһа, айҙар буйына ямғырҙар тынмай. Экологтар фекеренсә, һауа торошоноң үҙгәреп тороуында атмосфераға сәнәғәт предприятиелары һәм автотранспорт таратҡан ауыр һәм ағыулы газдарҙың йоғонтоһо ла бар. Медицина күрһәткестәре лә йылдан-йыл борсоуға һала, яман шеш менән сирлеләр һаны арта.
Һулаған һауабыҙ ниндәй? Нин­дәй һыу эсәбеҙ бөгөн? ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары урын­лаш­ҡан төбәктәрҙән иҫәпләнгән республикала экологик именлек мәсьәләһе үтә лә киҫкен тора.
Был проблема БР Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә ми­нистрлыҡ, күҙәтеү органдары, эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында үткән Башҡортос­тан­дың йәмәғәт именлеге советының ведомство-ара ултырышында ла ентекле тикшерелде. Төбәк етәксеһенең сығышында әйтелеүенсә, республикала экологик яҡтан хәүефле сә­нәғәт производстволары күп. Беренсе тапҡыр үткәрелгән йәмәғәт именлеге советы ултырышында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында йәшәүселәрҙән һауаны бысратыуҙарына дәғүә белдергән мөрәжәғәттәр ҡаралһа, был юлы баш ҡаланың Орджоникидзе, Калинин райондарында йәшәүселәрҙең һаман да шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә иртәнсәк һауала ҡырҡыу еҫ булыуына борсолоуына ҡарата етәкселәрҙән яуаптар алынды. Ике аҙна элек Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында йәшәүселәр ҙә Салауат ҡалаһынан Ишембайға ҡарата завод төтөнөнә оҡшаш сәйер күк болотто күрә. һауанан алынған пробалар «Салауатгаз­пром­нефтехим» ойошмаһының са­нитар-һаҡлау зонаһында көкөртлө водородтың тейешле норманан өс мәртәбәгә, Ишембай эргәһендә 1,5 мәртәбәгә артыҡ булыуын күрһәтә. Президенттың фекеренсә, сәнәғәт предприятиеларынан тыш, яғыу­лыҡ-энергетика комплексының экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибар бүлергә кәрәк. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы менән бәйле авариялар күберәк ошо объекттар­ҙа теркәлә. Нефть ҡалдыҡтарының һыу ятҡылыҡтарына эләгеүе, грунт һыуҙары бысраныуы – ғәфү итмәҫлек хәл. «Ме­ңәрләгән кеше йәшәгән ҡалаларҙа сәнәғәт предприятиеларында авариялар була ҡалһа, эҙемтәләрен аңлатып тороу кәрәк тә түгелдер. Хәүефһеҙлек 100 процент булырға тейеш», − тине Президент.
Кәңәшмәлә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры А. ҡотләхмәтов та яуап тотоп, республикала экология мәсьәләләрен, уларҙы хәл итеү юлдарын, предприятиеларҙа экологик хәүеф­һеҙлек яғынан тейешле саралар күрелмәүен, тирә-яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуйылыуын билдәләне. Төрлө токсиканттарҙың һауаға сығарылыуы – предприятиеларҙа технологик режимдың үтәлмәүе һәм авариялар һөҙөмтәһе. Стәр­летамаҡ, Өфө, Салауат ҡалалары хал­ҡының борсолоуҙары урынлы. Сен­тябрь − ноябрь айҙарында Өфө эргә­һендәге 34 нөктәлә атмосфера пробалары күрһәтеүенсә, 26 урында 12 токсиканттың норманан артыҡ концентрацияла булыуы, 3 урында ароматик углеводтар менән һауаның үтә ныҡ бысраныуы теркәлгән. Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы тарафынан УНПЗ предприятиеһына дәғүә белдерелгән. «Завод лабораториялары тарафынан сәнәғәт майҙаны һәм санитар зонала һауа бысратылыуы асыҡланмаһа ла, предприятиелар күҙә­теү органдарына зарарлы ҡалдыҡтарҙың атмосфераға сығарылыуы хаҡында факттарҙы йәшереп булмағанда ғына хәбәр итә. Сәнәғәт объекттарының тирә-яҡ мөхитте бысратыуын асыҡлауҙа тиҙ һәм ентекле мәғлүмәттәр алыу өсөн Дәүләт аналитика контроленә атмосфера контроле буйынса ике лаборатория кәрәк. Сөнки тәбиғәткә килтерелгән зыяндың эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда уны иҫкәртеүгә киткән саралар аҙыраҡ сығымдар талап итә», − тине министр. Тикшереүҙәр шуны күр­һәтә: алтмыш йыл эсендә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү предприятиелары урынлашҡан майҙандарҙағы ер аҫты һыуҙары нефть продукттары менән бысранған, унда йыйылған ҡалдыҡтар, гидрогеологик тикшеренеүҙәр буйынса, Ағиҙелгә ҡоя. Предприятие етәкселәре танымаҫлыҡ хәлгә килтерелгән ерҙәрҙе реабилитациялау йәһәтенән саралар күрергә тейеш, тигән мәсьәләне ҡуйҙы министр. «Салауатгазпромнефтехим», «Баш­нефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре үҙ сығыштарында ғәйептәрен таныны, етешһеҙ­лектәр­ҙе бөтөрөргә вәғәҙә бирҙе.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға