«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Оҙонғолаҡтың батырлығы



26.11.2011 Оҙонғолаҡтың батырлығы

(Яңы йыл кисәһенә байрам сценарийы)
Оҙонғолаҡтың батырлығы
ҡатнашалар:
Оҙонғолаҡ
Мәскәй әбей
Һыуһылыу
Һомайғош
Шүрәле
Алдар батыр
Аждаһа
ҡыш бабай
ҡарһылыу

Зал байрамса биҙәлгән. Арҡаһына бәләкәй генә тоҡ аҫҡан Оҙонғолаҡ килеп инә. Ул бик арыған,ҡолаҡтары һәленеп төшкән. Саҡ барып шыршы төбөнә ултыра.
Оҙонғолаҡ (ауыр тын алып). Уй арытты. ҡыш бабай бынау тылсымлы бейәләйен һаҡларға ҡушҡас, бер йыл буйы алып йөрөнөм, бөгөн үҙе килеп етергә тейеш. Бына ошо шыршы төбөндә осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ, әҙерәк кенә серем итеп алайым әле. (Оҙонғолаҡ тәмле йоҡоға тала. Борғаланып төш күрә башлай, һаташа. Алыҫтан ҡыш бабайҙың тауышы яңғырай).

ҡыш бабай. Оҙонғолаҡ, афарин, һүҙеңде тоттоң, минең бейәләйҙәремде бик яҡшы һаҡланың. Ә хәҙер һуңғы үтенесемде үтә. Ете тау артында, ете диңгеҙ аръяғындағы ете ҡат мәмерйә эсендә ете башлы аждаһа йәшәй. Һин шул ете башлы аждаһаны табып, минең тылсымлы бейәләйҙәремде уға тапшыр! Хәҙер уның сираты етте бейәләйҙәрҙе һаҡларға!
(Оҙонғолаҡ һикереп килеп тора. Бер килке аптырап ултыра ла илай башлай).

Оҙонғолаҡ. Мин нисек уны табайым инде. Йүгерек тигәс тә, ете тау, ете диңгеҙ аша үтеүе еңел эш түгел бит. Етмәһә, ҡурҡаҡмын... Ю-ю-юҡ, бармайым, мине ул аждаһа ашап ҡуйһа (кире ята һала ла ҡапыл һикереп тора). Ә мин унда бармаһам, балалар ни эшләр? Бейәләйҙе тапшырмаһам, ҡыш бабай минең турала нимә уйлар? Бүләкһеҙ ҙә ҡалдырыр бит...ҡуй, барайым, табырмын әле, ҡыш бабайҙан сәләм, тиһәм, аждаһа мине, моғайын, ашамаҫ. (ҡыуанып йүгереп сығып китә).
Залға Мәскәй әбей килеп инә. Ул нимәгәлер туҙынып йөрөй. Иҙәнен һеперәм тиһә, һеперткеһе тарала ла төшә. Йүгереп, Оҙонғолаҡ килеп инә.

Оҙонғолаҡ. Әбекәй, миңә ете башлы аждаһаны табырға ярҙам итмәҫһеңме икән?

Мәскәй әбей. Нимә? (Оҙонғолаҡҡа һеперткеһе менән янай.) Мин бында өлгөрә алмай йөрөйөм. Хәҙер байрам башлана, балалар йыйыла, ә өйөм тағы бола. Был һеперткеһенә лә әллә ни булған. (Асыуланып, һеперткеһен ташлап ебәрә лә илай башлай). Эй, Оҙонғолаҡ, мин ҡартайҙым шикелле, хәҙер бер ни ҙә эшләй алмайым. Бына бит ныҡ итеп һепертке бәйләүе лә ҡыйын була башланы. (Оҙонғолаҡ уны йәлләп тора ла һеперткеһен ала).

Оҙонғолаҡ. Бир, үҙем бәйләп бирәйем, булмаһа. Тик, әбекәй, байрам булмаҫ шул. ҡыш бабай миңә ете башлы аждаһаны табырға ҡушты. Уны табып, тылсымлы бейәләйҙәрҙе тапшырмаһам, Яңы йыл тыумаясаҡ, үәт. (Икеһе лә ҡайғыра. ҡапыл Мәскәй әбей, ниҙелер иҫенә төшөрөп, ҡыуанып китә).

Мәскәй әбей. Оҙонғолаҡ, һеперткемде нығытып бәйләп бирҙең, мин дә һиңә ярҙам итәм инде. Анау тауҙың артында ҙур бер күл бар, шул күл ситенә Яңы йыл алдынан ғына Һыуһылыу сығып ултыра. Ул, сәсен һибелдереп, яр ситендә ултырғанда бар ҙа толомдарынан уратып ал. Ебәр, тип үтенһә лә, юл күрһәтеүен һора. Шунан ул һиңә юлды әйтеп бирер. (Оҙонғолаҡ, ҡыуанып, китергә ашыға, Мәскәй әбей уны туҡтата).

Мәскәй әбей. Туҡта, Оҙонғолаҡ, бына һиңә тылсымлы таяҡ, бер һелтәүең булыр, Һыуһылыуҙы табып та алырһың, тик ашыҡ инде, аждаһаны табырға бик аҙ ваҡыт ҡалды бит. (Оҙонғолаҡ, рәхмәт әйтеп, йүгереп сығып китә. Залға, сәстәрен тарай-тарай, Һыуһылыу килеп сыға ла бер яҡ ситкә ултырып һөйләй башлай).

Һыуһылыу. Бына, ниһайәт, көткән көнөм килеп етте. Һыу инәһе сихырланы мине. Ошо тылсымлы төндә генә бер тапҡыр ғына ер өҫтөнә сығып, балаларҙың ҡыуанышҡандарын күрә алам. Йәй көнө улар минең күлемдә һыу ингәндә лә яндарына бара алмайым, сөнки Һыу инәһенең сихыры бик көслө. Ә ҡыш көнө бәләкәй генә мәкенән ҡыҫылып сығып, күл ситендә генә ултырып, улар­ҙың шаулап тауҙан шыуып уйнағанын күрер өсөн бер генә тылсымлы төн бирҙе миңә Һыу инәһе. Ә минең шул тиклем балалар менән бергә уйнағым килә. Улар шыршы тирәләй бейешеп йөрөгәндә шул тиклем күҙем ҡыҙа, мин дә бит бик матур бейейем дә, хатта йырлайым да. (Оҙонғолаҡ, әкрен генә килеп, Һыуһылыуҙың толомдарын эләктерә. ҡыҙ ысҡынырға итә, сәбәләнә, тик Оҙонғолаҡ уны ебәрмәй).

Һыуһылыу (тамам арып). Ни булды, Оҙонғолаҡ? Ебәр инде, минең берәйһе менән һөйләшкәнемде Һыу инәһе күреп ҡалһа, башҡа бер ваҡытта ла һыу өҫтөнә сығармаясаҡ.

Оҙонғолаҡ. Ебәрәм, Һыуһылыу, тик һин миңә ете башлы аждаһаға юл өйрәт, мин тылсымлы бейәләйҙәрҙе тапшырмаһам, Яңы йыл килмәйәсәк, ә ул килмәһә, балалар байрамһыҙ ҡаласаҡ. (Һыуһылыу ҡурҡыуға төшә).

Һыуһылыу. Оҙонғолаҡ, һиңә юл өйрәтергә үҙем ошонан бер аҙым да китә алмайым бит, ҡайҙан ғына беләйем инде мин ул юлды. Һин анауы ағас янында көтөп ултыр. Ошо тылсымлы төндә йылына бер тапҡыр ғына шул ағасҡа Һомайғош ҡуна. Ипләп кенә уның ҡанаттарынан эләктереп ал да юлды һора. Минең тылсымлы тарағым менән ҡаурыйҙарын тараһаң, ул телгә килер. Юлды ул белергә тейеш, сөнки бик күп ерҙәр аша осоп килә бит ул Һомайғош. (Оҙонғолаҡ Һыуһылыуға рәхмәт әйтеп артабан китә.Залға Һомайғош осоп килеп инә).

Һомайғош. Өлгөрҙөм шикелле. Шыршыла уттар күренмәй, тимәк, байрам әле башланмаған. Ошо тылсымлы байрамды күрәм тип, Самрау батшалығынан осоп киләм мин. Юл бик ауыр. ҡышҡы әсе елдәр ҡанаттарымды талдырҙы, томшоҡтарым һыуһыҙ сарсап кипте, тик балалар ошо байрамда нисек ҡыуанып йырлап бейегәнен күрмәйенсә түҙә алмайым мин. (Һомайғош ҡанаттарын рәтләй башлай. Һиҙҙермәй генә Оҙонғолаҡ килеп инә. ҡапыл барып Һомайғоштоң ҡанаттарын эләктереп ала ла ебәрмәй. Һомайғош сәбәләнә. Тамам арығас, Оҙонғолаҡ Һомайғоштоң ҡаурыйҙарын тарай. Һомайғош телгә килә).

Һомайғош. Оҙонғолаҡ, һиңә ни кәрәк? Минең бында килеүем тураһында бер кем дә белмәҫкә тейеш, юғиһә байрамдың тылсымы юғала.

Оҙонғолаҡ. ҡурҡма, Һомайғош, әгәр ҙә һин миңә ете башлы аждаһаға юл өйрәтмәһәң, байрам бөтөнләй булмаясаҡ.

Һомайғош. Ах, ул аждаһаға юлды томан ҡаплаған, мин һиңә өйрәтә алмайым. Ана, теге ҡара урманда Шүрәле йәшәй. Ошо тылсымлы төндә ул кем менән шаярырға белмәй бигерәк ҡотороп йөрөй. Урманға инеүең булыр, ул үҙе һиңә йүгереп килеп етер. Оҙон бармаҡтары менән ҡытыҡлайым тип баҫтыра башлар, ә һин минең тылсымлы ҡауырһыным менән уның бармаҡтарынан һыйпа, шунан бармаҡтары ҡороша башлар. Ул шыңшып илаһа ла, һин өндәшмә, тамам арығас ҡына аждаһаға юлды һора. (Оҙонғолаҡ рәхмәт әйтеп сығып китә. Шүрәле күренә).

Шүрәле. У-у-у, минең көтөп алған төнөм етте. Бөгөн дә Алдар батырҙы күреп ултыртҡансы алдамаһаммы, исемем Шүрәле булмаҫ. ҡайҙа йөрөй икән ул? Уны йыл һайын ошо төндә эҙләп, урман гиҙәм. Минән ҡурҡа, ахыры, һаман килмәй. Теге юлы бына ошо бармағымды ныҡ ҡына ҡыҫтыр­ғайны, ныҡ асыуландым, шунан бирле үсемде алайым тип эҙләп сығам, ә ул урманға килмәй ҙә ҡуя. ҡурҡалыр инде. (Эре генә ҡыланып торған ерҙән ҡапыл бөршәйеп иларға тотона). Ниндәй күңелһеҙ был ҡараңғы урманда.ҡытыҡлашып уйнарға берәү юҡ, исмаһам. (Бер аҙ уйланып ултыра). Әллә балаларҙың байрамына барырға инде? Үәт, унда ҡытыҡлашам, исмаһам. (Сығып китергә генә торғанда кемдер килгәнен шәйләй. Оҙонғолаҡ килеп инә. Шүрәле, ҡыуанып, уға яҡынлай). Әйҙә, Оҙонғолаҡ, “кети−кети” уйнайыҡ. (Оҙонғолаҡ Һомайғоштоң ҡаурыйҙары менән Шүрәленең бармаҡтарын һыйпай. Шүрәле имәнес тауыш менән ҡысҡыра башлай). Ни эшләттең мине? Уф, бармаҡтарым ҡороша. Хәҙер нисек кешеләрҙе ҡытыҡлайым инде? Урманымдан бар шыршыларҙы ҡырҡып алып бөтөрөрҙәр инде. Мин көсһөҙ. Минән хәҙер кем ҡурҡһын инде?

Оҙонғолаҡ. Илама, Шүрәле, һинең көсөңдө кире ҡайтарырмын, тик аждаһаға юлды өйрәт. Мин уны бөгөн табып, ҡыш бабайҙың тылсымлы бейәләйҙәрен бирмәһәм, балалар байрамһыҙ ҡаласаҡ. (Шүрәле ҡайғыға ҡала).

Шүрәле. Эй, Оҙонғолаҡ, мин һиңә юлды күрһәтер инем дә ул, бармаҡтарым ҡыҫылғандан бирле хәтер насарайҙы бит. Ә һин Былтырҙың, әй, Алдарҙың, үҙенә бар ҙа ҡуй − уның белмәгәне юҡ. Әҙерәк алдаша инде, ну белә ул юлды. Ә минең турала һораһа, һаман ағас ярығынан бармағын ала алмай тора, тиең. Эйе, гел ул ғына алдамаһын. (Оҙонғолаҡ, ярамай, тигәнде аңлатып, бармаҡ янай. Шүрәле ғәйепле төҫ менән). Әтеү урманға килмәй ҙә ҡуя бит. Ә минең ҡытыҡлашып уйнағым килә. (Оҙонғолаҡ Шүрәленең ҡулын ҡабаттан ҡауыр­һын менән һыйпай ҙа рәхәтләнеп көлөп сығып китә).
Залға биленә балта аҫҡан Алдар батыр инә. Балтаһын алып, шыршыны сабырға самалап йөрөй башлай.

Алдар батыр. Бына был шыршыны байрамға ҡырҡырға була, исмаһам. Шүрәле күренмәйме әле? Йөрөй торған шунда эште туҡтатып. (Инде ағасҡа саптым тигәндә генә Оҙонғолаҡ килеп инә).

Оҙонғолаҡ. Алдар ағай, туҡта, нимәгә шундай һылыуҡайҙың тамырын сабаһың? (Алдар батыр һораулы ҡарашын Оҙонғолаҡҡа төбәй). Урманыбыҙ ҡороһа, беҙгә ни ҡалыр?

Алдар батыр. Ә байрам һуң?

Оҙонғолаҡ. Байрамға балаларҙы үҙем урманға саҡырҙым, тик... Байрам булмаясаҡ, мин аждаһаға юлды таба алманым. Уға тылсымлы бейәләйҙе бирмәһәм, Яңы йыл тыумаясаҡ.

Алдар батыр. Илама, Оҙонғолаҡ, аждаһаға барып етергә һиңә күп ҡалмаған инде. Анау тау аръяғында аждаһаның мәмерйәһе. Барып еткәс, өс тапҡыр “Әссәләмәғәләйкүм” тип сәләм бир. Шунан, ярһып, аждаһа үҙе килеп сығыр ҙа һине баҫтыра башлар. (Оҙонғолаҡ ҡурҡышынан ҡалтырай башлай). ҡурҡма, һин йүгереккә етә алмай ул. Мәмерйәһенән сыҡмай, хәрәкәтһеҙ ятҡанға уның хәле бик тиҙ бөтә. Арып йығылғас, үҙ йомошоңдо әйтерһең. (Оҙонғолаҡ, Алдар батырға рәхмәт әйтеп, артабан китә).
Бер аҙ ваҡыт үткәс, Оҙонғолаҡ күренә. Ул тирә-яғына ҡарап, өс тапҡыр “Әссәләмә­ғәләйкүм” тип ҡысҡыра. Уның ҡаршыһына ете башлы аждаһа килеп сыға.

Аждаһа. Кем минең йоҡомдо бүлеп йөрөй? (Оҙонғолаҡты күреп, баҫтыра башлай. Шыршы тирәләй бер аҙ ҡыуышып йөрөй торғас, аждаһа арып туҡтай). Йә, әйт инде ниңә килгәнеңде! Уф, хәлемде алғансы йүгертмәһәң дә була инде.

Оҙонғолаҡ. Һуң, үҙең мине баҫтыраһың бит.

Аждаһа. Әҙерәк ҡурҡытам инде. Мин аждаһа ла баһа.

Оҙонғолаҡ. Ә ашап ҡуйһаң?

Аждаһа (ҡулын һелтәп). Эй, мин күптән бер кемдең дә итен ашамайым инде. ҡартайҙым, тештәрем дә ҡойолоп бөттө. Тағы һин бәләкәй генәһең, минең ете ауыҙымды туйҙыра алаһыңмы ни?

Оҙонғолаҡ (уның янына ултыра). Һин, аждаһа ағай, ҡартаймай тор әле. Мин һиңә бик ҙур йомош менән килдем бит. (Аждаһа аптыраулы ҡарашын Оҙонғолаҡҡа йүнәлтә). ҡыш бабай үҙенең тылсымлы бейәләйҙәрен һиңә тапшырырға ҡушты. Һине, әйберҙәр­ҙе бик яҡшы һаҡлай, ти. Эйе. (Аждаһа маһайып китә).

Аждаһа. Уй, күптән бер нәмә лә һаҡлағаным юҡ ине. Мәмерйәмдә бер нәмә лә юҡ. Ышанмаһаң, бар инеп ҡара. Хатта эсем боша башлағайны. Бая һине баҫтырыуым да шул тән яҙып алыу өсөн генә ине. (Бармағын ауыҙына килтереп). Т-сс... сер итеп кенә әйтәм. (ҡыуанып, Оҙонғолаҡ биргән бейәләйҙәрҙе ала).

Оҙонғолаҡ. Ә хәҙер һин шуларҙы ҡулдарыңа кей ҙә өс тапҡыр сәпәкәй ит. Шунан Яңы йыл тыуыр. (Аждаһа бер аҙ шикләнеп ултыра ла бейәләйҙәрҙе кейеп сәпәкәй итә. Залға бөтә геройҙар менән бергә ҡыш бабай, ҡарһылыу, Яңы йыл инә).

ҡыш бабай (Оҙонғолаҡты яурынынан ҡосаҡлай). Бына, Оҙонғолаҡ, ниндәй батырлыҡ эшләнең. Үҙеңдең ҡурҡыуыңды еңеп, оҙон юлды үтереңдә шигем юҡ ине. Шуға ла мин һине былтырғы йылдың хужаһы итеп ҡуйғайным, ә быйыл, Аждаһа, һиңә сират етте. Күҙ ҡараһылай һаҡла бейәләйҙәремде. Байрамдың бөтә тылсымы − шул бейәләйҙәрҙә.

Аждаһа. Ышанысың өсөн рәхмәт, ҡыш бабай.

ҡыш бабай. Бына, дуҫтар, бөтәгеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында тылсымлы төн тыуҙы, Яңы йыл килде. Байрам менән!
Барыһы бергә. Байрам менән!
Кисә уйын-көлкө менән дауам итә.

Гөлнара РАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға