«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рәсәйгә эш эҙләп килеүселәр рус телен икмәк-тоҙлоҡ белергә тейеш



26.11.2011 Рәсәйгә эш эҙләп килеүселәр рус телен икмәк-тоҙлоҡ белергә тейеш

2003 йылдан беҙҙә Рәсәй Федерацияһының гражданы булырға теләүселәргә тест үткәреү практикаһы эшләй. Хәҙер эшләргә килеүсе мигранттарҙың рус телен белеү-белмәүе лә тикшереләсәк. Был юҫыҡта Рәсәй бик артта ҡалған − Европала мигранттарҙың урындағы телде ниндәй кимәлдә белеүен 100 йыл элек үк тикшергәндәр. Урындағы телде белмәй тороп, ситтән килеүселәр легаль рәүештә эшләй алмай.
Әлбиттә, эшсе мигранттар өсөн һынау еңелсә генә буласаҡ. Бер кем дә уларҙың орфографияһын, пунктуацияһын ҡарап ултырырға йыйынмай. Мигранттар кәрәк урындарҙа − эшендә, урамда, рәсми ерҙәрҙә бер аҙ һөйләшә белергә, һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Рәсәй гражданлығын алыу өсөн тест үткәндә 4200 һум тирәһе аҡса түләнә. Эшсе мигранттар өсөн дә тест бушлай булмаясаҡ, әлбиттә.
Беҙгә эш эҙләп килгән БДБ илдәре вәкилдәренең күпселеге тест өсөн 4 мең һум тирәһе аҡса сығарып бирә алмаясаҡ, тиеүселәр ҙә бар. Һәм, әлбиттә, һәр ваҡыттағы кеүек үк, ялған сертификаттар һатыусылар ҙа табыласаҡ.
Нимә генә булмаһын, урындағы телде белмәйенсә эшләргә тырышҡан мигранттар халыҡҡа, полицияға, башҡа хоҡуҡ яҡлау вәкилдәренә ҙур проблемалар тыуҙыра. Телде өйрәнеү теге йәки был Рәсәй субъектында йәшәгән халыҡҡа хөрмәт күрһәтеү генә түгел, гастарбайтерҙар­ҙың үҙҙәренә лә файҙалы. Дос­тоевскийҙың китаптарын уҡыған эшсе мигранттар юҡтыр-юҡлыҡҡа, шулай ҙа ситтән килгәндәр беҙҙәге гәзиттәрҙе уҡып, башҡа киң матбуғат саралары менән танышып барған хәлдә урындағы халыҡ менән бер «тормошта йәшәр» һәм уларға булған кире ҡараш баҫыла төшөр кеүек.

Әйткәндәй...

Рәсәй властары мигранттарҙың килеүенә ҡаршы төшөргә йыйынмай, әммә хәҙер улар­ҙан беҙҙең илдең закондарын үтәүҙе, йолаларҙы хөрмәт итеүҙе ҡатыраҡ талап итәсәктәр. Был хаҡта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөгә килгәнендә аныҡ һәм ҡәтғи итеп әйтте. Беҙҙә йәшәйҙәр икән, тимәк, иң тәүҙә беҙҙең илдең ҡанундарын үтәргә тейештәр.
«Улар беҙҙең йолаларҙы ҡабул итергә әҙер булып килергә тейеш. Мин дини традициялар хаҡында ғына һөйләмәйем, − тине Дмитрий Медведев. − Әгәр мигранттар беҙҙең ҡанундарҙы ҡабул итмәй икән, ҡайтып китергә мәжбүр буласаҡтар».
Законды боҙоп килеүселәрҙе кире ҡайтарып ебәрергә лә күп һорап тормаясаҡтар.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға