«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Милләт бәҫе



26.11.2011 Милләт бәҫе

йәки Ваҡытлы матбуғатты һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе үҙ ағышына ҡуйылырға тейеш түгел
Милләт бәҫе
Интернет һуңғы йылдарҙа үҙ даирәһен ныҡлы киңәйтте. Рәсәй йәмғиәтенә борон-борондан хас булған самаһыҙлыҡ был өлкәлә лә сағылыш тапты: ҡайһы берәүҙәр хатта электрон китаптар сығарыу менән мәшғүл булып китте. Һөҙөмтәлә баҫма ваҡытлы матбуғат­ҡа ихтыяж йылдан-йыл сикләнә. Ләкин атты – автомобиль, поезды самолет һәр осраҡта ла алмаштырмаған кеүек, компьютер ҙа гәзит-журналдарға йәки китапҡа тиңләшә алмаясаҡ. Мин ҡулланыу даирәһенә ҡағылмайым, сөнки был йәһәттән баҫма продукция барыбер өҫтөн, ә бына һаулыҡҡа зыяны менән компьютер, һис шикһеҙ, беренсе урынға дәғүә итә. АҡШ-та өҙлөкһөҙ магнит йоғонтоһонан ауырыуға һабышҡан граждандар үҙҙәренә уңайлы йәшәү урыны эҙләй ҙә башланы.
Алдағы йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға ла күп ҡалманы. Һуңғы мәғлүмәттәр инде нисәмә йыл өҙлөкһөҙ дауам иткән тенденцияны раҫлай: гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыусылар­ҙың кәмеүе туҡтамай. Мәҫәлән, 15 ноябргә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, уҙған ошо осор менән сағыштырғанда, ни бары 30 – 35 процент тәшкил итә. Был күңелһеҙ хәлде туҡтатып буламы? Нисек? Һорауға яуап биреү өсөн иң элек уға килтергән сәбәптәр­ҙе асыҡлау мотлаҡ. Объектив һәм субъектив сәбәптәр һуңғы осорҙа байтаҡ тупланды һәм уларҙы бөтөрөү йәһәтенән күптән сара күреү кәрәк ине. Үкенескә күрә, власть даирәләре лә, журналистар корпусы үҙе лә был хаҡта борсолоу белдермәй, хатта баш ватмай ҙа кеүек. Һаман да, совет осорондағылай, гәзит-журналдарға яҙы­лыр­ға өгөтләп, шау-шыулы саралар үткәреүҙән ары китә алмай­ҙар. Әйтерһең дә, был иҫкергән алымдарҙың баҙар шарттары өсөн яраҡлы түгеллеге уларға ҡағылмай.
Проблеманы ошондай юл менән хәл итергә маташыу, ваҡытлы матбуғатты алдырыусыларҙың кәмеү сәбәптәрен асыҡлап, ҡаршы сара күреүҙән бигерәк, эҙемтә менән алышыуҙы аңлата. Шулай булмаһа, тираждар кәмеү ниндәйҙер дәрәжәлә тотороҡлоланып, хатта күтәрелә лә башлар ине бит. Ваҡытлы матбуғат менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың кәмеү сәбәптәре бер-ике генә түгел, күберәк. Уның иң мөһиме – социаль ҡоролош алмашыныу. Сөнки илдең бер ниндәй әҙерлекһеҙ эволюцион үҫештән ҡапыл ҡырағай капитализм­ға күсеүе граждандар аңында социаль ҡиммәттәргә, шул иҫәптән матбуғат һүҙенә ҡарата ла шик уятты. Быға, билдәле, бер үк хәл-ваҡи­ғалар­ға бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан, шул иҫәптән күрәләтә ғәҙелһеҙлекте аҡлау маҡсаты менән баһа биреү ҙә булышлыҡ итмәй ҡалманы.
Күптәрҙең донъяуи мохтажлығы гәзит-журнал менән ҡыҙыҡһыныуҙы баҫып китә. Ниңә уҡымайһың, тигән һорауға, ғәҙәттә, шундайыраҡ яуап ишетергә тура килә: «Гәзит ҡайғыһы юҡ әле», «Унда шул юҡ-бар яҙалар инде». Ә бит был проблема ваҡ-төйәк түгел. 2011 йылда үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең 13 проценты фәҡир көн итә. Унан ике тапҡыр самаһы күберәге осон-осҡа ялғап йәшәй, йәғни илдә, эшләп тә, фәҡир көн итеүселәр – күпселек. Ысынлап та, уларҙа ваҡытлы матбуғатҡа ҡарата ниндәй ҡыҙыҡһыныу булһын?
Былтыр миңә бер нисә районда башҡорт ауылдарында йәшәүселәр­ҙең ваҡытлы матбуғатҡа нисек яҙылыуы тураһында мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнергә тура килгәйне. Ысынлап та, ауылда эш юҡ, тимәк, тотороҡло килем дә юҡ, эшкә яраҡлы ир-егеттәр йә берәй ҡалала, йә Себер тарафтарында аҡса эҙләй, өйҙәрҙең күбеһендә – пенсионерҙар. Һуңғы бер нисә йылда тиҫтәләгән башҡорт мәктәбе ябылып, уҡытыусыларҙың меңәрләгәне эшһеҙ ҡалды. Ысынлап та, гәзит-журналдар­ҙы кем алдырһын?! Ундайҙар хәҙер ауылдар­ҙа бер-ике, у­ҙа барһа, өс-дүрт кешегә ҡалып бара. Йыйып әйткәндә, илдәге иҡтисади, социаль реформаларҙың яҙмышы был өлкәлә лә сағылыш тапмаһа, ул ғәжәп хәл булыр ине.
Әлбиттә, ваҡытлы матбуғаттың проблемалары атап үтелгәндәр менән генә сикләнмәй. Шул уҡ ваҡытта уның бөгөн йәмғиәттә тотҡан урыны ла билдәһеҙ ҡала. Бөгөн журналистиканы бер кем дә, совет осорондағы кеүек, «дүртенсе власть» тип атарға батырсылыҡ итмәй. Киреһенсә, ваҡытлы матбуғат тулыһынса ҡаҙна ярҙамына мохтаж булып, депутат-чиновник ауыҙына төбәлеп ҡалған. Ошо һәм башҡа күренештәр арҡаһында күпселек журналистарҙың профессиональ кимәле һәм, шуның эҙемтәһе булараҡ, гәзит-журналдарҙың йөкмәткеһе яҡшырмай. Хатта уның ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәгенә стимул да юҡ. Үкенескә күрә, был, ваҡытлы матбуғаттан бигерәк, тотош йәмғиәткә хас күренеш.
Йылдан ашыу элек бер коллега менән булған һөйләшеү иҫкә төшә. Ул: «Мине интервью алырға саҡыралар, унда «Беҙҙә һүҙ азатлығы бармы?» тигән һорау ҙа ҡуйыласаҡ. Һин нисек яуап бирер инең?» – тине. Беҙҙә һүҙ азатлығы РФ Конституцияһының 29-сы статьяһында нығытылған, тимәк, бар, тинем. Яуабым коллегала ризаһыҙлыҡҡа оҡшаш тойғо тыуҙырып, үҙ ҡарашын иҫбатлап маташты, әммә ул дәлилле түгел ине. «Ә һин Президенттың (ул саҡта М. Рәхимов эшләй ине – М. Х.) теге йәки был проблеманы күтәреүҙе тыйғанын ишеткәнең бармы? – тинем мин үҙ сиратымда. – Әгәр ҙә журналистарҙың тәнҡитләргә ҡыйыулығы, унан да бигерәк – профессиональ кимәле, ә баш мөхәррирҙең мәҡәләне баҫтырып сығарырға батырсылығы етмәй икән, бында һүҙ азатлығының бер ниндәй ҙә ҡатнашы юҡ». Ысынлап та, тәнҡит еңел ҡорал түгел, уға тотоноу өсөн тормоштоң үҙең тәнҡит утына алған өлөшөн яҡшы белеү генә етмәй, хәлде яҡшыртыу буйынса саралар ҙа тәҡдим итергә кәрәк. Әлбиттә, теге йәки был баҫма йәмәғәтселекте борсоған проблемаларға мөрәжәғәт итмәй, уларҙың сәбәптәрен күрергә һәләтһеҙ икән, был баҫманың үҙ уҡыусыһын табасағы шикле.
Былтыр РФ Президенты Д. Медведев Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә, дәүләт органдарының үҙ матбуғаты булырға тейеш түгел, тигән фекер үткәргәндән һуң башҡорт матбуғаты вәкилдәре араһында йыш ҡына: «Гәзитте ябырҙармы икән ни? ҡайҙа барырбыҙ инде?» − тигән өмөтһөҙ һүҙҙәр ишетергә тура килә. Беренсенән, Кремль ҡушыуы буйынса илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы ошо йылдың июленә тәҡдим-күрһәтмә рәүешендә документ әҙерләргә тейеш ине. Ә ул күренмәне, тимәк, «юғары»ла бер аҙ сабыр итергә булдылар. Икенсенән, РФ Конституцияһының 55-се статьяһы буйынса Рәсәйҙә граждандарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫа торған закон ҡабул итеү тыйыла. Теге йәки был баҫма – ниндәйҙер ҡорамал сығарған завод йәки фабрика түгел, ул мәҙәниәт усағы һәм йәмғиәткә хеҙмәт итә. ҡасандыр уны асыу өсөн көс-сығымдар түгелгән, ә ябыу өсөн, ысынлап та, бер ниндәй ҙә аҡыл кәрәкмәй. Өсөнсөнән, матбуғаттың, айырыуса милли баҫмаларҙың ошондай хәлгә ҡалыуында туранан-тура Мәскәү тарафтарының да өлөшө бар. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында рус телендә генә белем биреүҙе көсләп тағыу арҡаһында башҡорт матбуғаты тиҫтәләрсә мең уҡыусыһын юғалтты. Бөгөн тап ошо осор быуыны – 40 йәшкә тиклемгеләр араһында туған телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгәндәр байтаҡ. Дүртенсенән, әгәр ҙә милли зыялылар был юлы ла өнһөҙ ҡала икән, булыуы ла ихтимал.
Тағы ла бер үтә мөһим мәсьәлә. Ваҡытлы матбуғаттың йөкмәткеһенә хәл иткес дәрәжәлә насар йоғонто яһаған финанс ҡытлығы. Мәҫәлән, хәбәрсе йәки бүлек мөдиренең айлыҡ хеҙмәт хаҡы коммерция автобустарында эшләгән водителдәрҙекенән күпкә ҡалыша. Гонорар хаҡында хатта әйтеүе лә оят: ул советтар заманынан ике-өс тапҡыр кәмерәк. Мәҫәлән, 80-се йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитенең көндәлек гонорар фонды 230 һум тәшкил итә ине. Был, хәҙерге аҡсаға күсергәндә, 9,2 мең һумға торош итә. Бындай «капитал» менән әҙерлекле авторҙар­ҙы йәлеп итеү, ғөмүмән, мөмкин түгел. Ә баҫмаларҙа эшләгән журналистар шул арҡала аҡса артынан ҡыуырға мәжбүр булып, тик үҙ материалдарын ижад итеү һәм артабан «этәреү» менән мәшғүл.
Рәсәй башлығы хаҡлы, гәзит-журналдарҙың статусын баҙар хәленә килтерергә күптән ваҡыт. Үкенескә күрә, һалышып йәшәү кәйефе, бер яҡтан, журналистиканың йөҙөн күрһәтһә, икенсе яҡтан, бында йәмәғәтселектең дә вайымһыҙ мөнәсәбәте сағылыш тапмай түгел. Уның һөҙөмтәһе билдәле, системаны ҡасан да булһа ҡотолғоһоҙ тарҡалыу көтә һәм уның эҙемтәләре бик насар буласаҡ. Ошондай хәлгә ҡалмаҫ өсөн, ваҡытлы матбуғатты ойоштороу принциптарын үҙгәртеп ҡороу, эшмәкәрлеген күҙәтеү өсөн Ижтимағи совет ойоштороу маҡсатҡа ярашлы. Тәжрибәле, абруйлы һәм кемдәргәлер һалышыу кәйефенән азат граждандар, Рәсәй һәм сит илдәр тәжрибәһенән сығып, ниндәйҙер отошло сиселештәр тәҡдим итә алыр ине. Мәҫәлән, акционерлаштырыу йәки хәлле компаниялар ҡарамағына тапшырыу – миҫалдар етерлек. Ләкин һүҙҙең матбуғатты яҙмыш ҡосағына ташлау тураһында барыуы мөмкин түгел, сөнки гәзит-журналдар иң элек – йәмәғәтселек аңы, мәҙәни тормош-көнкүреше.
Ваҡытлы матбуғатты финанслау мәсьәләһенә килгәндә, әлбиттә, иң отошлоһо, шул иҫәптән хоҡуҡи яҡтан да, Мәҙәниәт фонды ойоштороу. РФ Конституцияһының 9-сы статьяһына ярашлы, ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтары – Рәсәйҙең күп милләтле халҡы милке. Ошо байлыҡты файҙаланған компаниялар түләргә тейешле һалым иҫәбенә республиканың ваҡытлы матбуғатын финансларға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта меце­наттар­ға һалым йәһәтенән ташламалар биргән закондың ҡабул ителмәүе лә, моғайын, журналистарҙың ҡы­йыу­һыҙлығы һөҙөмтәһелер. Ә бит бындай пункт власть фирҡәһенең 2008 йылда ҡабул ителгән «Планы Путина – планы партии» тигән программаһында уҡ бар ине. Атап үтелгән проблемалар­ҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡайһы бер закон проекттарына, мәҫәлән, Һалым кодексына өҫтәмәләр индерергә, хөкүмәт тарафынан ҡайһы бер бойороҡ-күрһәтмәләр төшөрөргә генә кәрәк.

Мәхмүт ХУЖИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға