«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «ЗАГС – ул Мендельсон маршы ғына түгел”



29.11.2011 «ЗАГС – ул Мендельсон маршы ғына түгел”

Бер йыл элек кенә ЗАГС хеҙмәте Юстиция министрлығы ҡарамағынан сығып, үҙ аллы структураға әүерелде. Хәҙер уның бүлектәре бөтә республикала бар.
Кеше тормошондағы бөтә мөһим хәл-ваҡиғаларҙы теркәү менән шөғөлләнгән был учреждение эшенең мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ. Үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында Башҡор­тостан Республикаһы­ның Граж­данлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Зифа ӘБҮБӘКИРОВА һөйләне.
– Зифа Әҙеһәм ҡыҙы, ЗАГС бүлеге, тигәс, күптәрҙең күҙ алдына тик туйҙар һәм Никах һарайы килеп баҫа. Һеҙ тағы ла ниндәй функцияларҙы үтәйһегеҙ?
– Никахтарҙан тыш, респуб­ликаның ЗАГС бүлектәре тыуыу, айырылышыу, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алыу, аталыҡты билдәләү, исемде алмаштырыу, үлеү факттарын теркәй. Дәүләт һәм граждандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре күҙлегенән ҡарағанда, ошо ете акт тормошта бик мөһим урынды ала.
Шулай уҡ архив фондын булдырыу, уны һаҡлау менән шөғөлләнәбеҙ. Закондарға ярашлы, бүлектең мәғлүмәттәре 100 йылдан һуң дәүләт органдарына тапшырыла. Әлеге көндә уларҙы Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарих архивына тапшырыуға әҙерлек эштәре алып барыла.
Өсөнсө йүнәлеш – ғаилә хоҡуғы өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормош­ҡа ашырыу.
Әйтергә кәрәк, республика гражданлыҡ хәле акттарын теркәү йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2007 йылда – 168 мең, ә 2010 йылда 174 меңдән ашыу гражданлыҡ хәле акттары теркәлгән. Статистика буйынса, һәр кеше беҙгә кәмендә дүрт тапҡыр мөрәжәғәт итә.
– Бөгөн илебеҙҙә киҫкен демографик көрсөк тураһында һөйләйҙәр. Ә был йәһәттән республикала хәл нисек?
– Беҙҙең идаралыҡта төбәктең демографик хәлен, ғаилә-никах өлкәһен анализлау өсөн бай мәғлүмәт туплан­ған. Республикала һуңғы йылдарҙа тыуымдың артыуы күҙәтелә. 2007 йылда 51 553 сабый донъяға килһә, 2010 йылда был һан 57 600 тәшкил итте. Мөмкинлектән файҙаланып, гәзит уҡыусыларға түбәндәгене еткерге килә: бала тыуғас, бер ай эсендә тыуыуын теркәү өсөн ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ә үлем осраҡтары өс көн эсендә ЗАГС органдарында теркәлергә тейеш. 2010 йылдың туғыҙ айы менән 2011 йылдың ошо ваҡыт арауығын сағыштырғанда, үлем кимәле 0,5 процентҡа артҡан, хәҙер был һан 41 381 тәшкил итә.
Атап үтелгән ваҡыт эсендә республикала 6102 ир-егет аталыҡты таныған ғариза яҙған. 1662 кеше исемен, фамилияһын йәки атаһының исемен үҙгәрткән, был былтырғыға ҡарағанда 11 процентҡа күп.
Республикала йыл һайын 30 меңдән ашыу ғаилә барлыҡҡа килә. Ағымдағы йылдың июлендә республика хөкүмәте никахтарҙы ЗАГС бүлегендә генә түгел, мәҙәниәт учреждениеларында ла тантаналы теркәү үткәрергә мөмкинлек биргән ҡарар ҡабул итте. Идаралыҡ Конгресс-холл, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән килешеү төҙөнө. Күсмә теркәү үткәреүгә ғариза Өфөнөң үҙәк ЗАГС бүлегендә (Адресы: Октябрь проспекты, 180) ҡабул ителә.
Шулай уҡ 1 августан республиканың бөтә ЗАГС бүлектәре никахты теркәүгә ғаризаны интернет селтәре аша ла ҡабул итә (www.uzagrb.bashkortostan.ru). Хәҙер парҙар никах көнөн, сәғәтен урынға бармайынса ла билдәләй ала. Тик шуны белергә кәрәк, бер нисә ЗАГС бүлегенә бер юлы заявка биргәндәр­ҙең бөтә мөрәжәғәте лә юҡҡа сығарыла.
– Никахҡа инеү – күңелле, ҡыуаныслы күренеш. Үкенескә күрә, мөхәббәттәренә мәңге тоғро булыр­ға ант иткән кәләш менән кейәүҙең ҡайһы саҡ хистәре һүрелә. Айырылышыуҙар тураһында һөйләһәгеҙ ине...
– Уның күләме былтырғы кеүек үк. Ғинуар – сентябрҙә 13 275 пар тар­ҡал­ған. Күптәр (дөйөм һандың 39 проценты) ғаилә ҡороуҙың тәүге йылдарында уҡ айырылыша.
– Уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа бала алыусылар артманымы?
– Былтыр 1 803 уллыҡҡа алыу осрағы теркәлгәйне, 2009 йыл менән сағыштырғанда, был һандың 7 процентҡа артыуы күҙәтелә. Быйыл туғыҙ айҙа 339 акт теркәлде. Киләһе йылда уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуҙың артыуын көтәбеҙ. Сөнки хөкүмәтебеҙҙең ҡарары буйынса уларға “әсәлек капиталы” күләмендә аҡса бирелә башланы.
– Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ғаилә институтын нығытыу тураһында күп һөйләйҙәр...
– Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжә­ғәтнамәһендә еткергәйне. Ғаиләне социаль яҡлау, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре дәүләттең иғтибар үҙәгендә. Ыңғай күренештәр булһа ла, был юҫыҡта әле эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был хаҡта 15 – 16 ноябрҙә Өфөлә үткән V Бөтә Рәсәй әсәләр форумында ла билдәләп үтелде.
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа республиканың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Әсә көнө, Ололар көнө, Тыныслыҡ һәм Матурлыҡ көнөн үткәреүҙә тәжрибәбеҙ бар. Быйыл республикала тәүге тапҡыр киң күләмдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде.
Тантаналы шарттарҙа “алтын”, ”гәүһәр” һәм башҡа иҫтәлекле туйҙарын билдәләүсе парҙарҙың никахын теркәү матур традицияға әүерелде.
– Быйыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип нарыҡланды. Был йәһәттән ниндәйҙер саралар ойоштормайһығыҙмы?
– Бындай саранан, әлбиттә, беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Республикабыҙ төрлө милләттәрҙең үҙ-ара дуҫ йәшәүсе төбәге булып танылды. Был беҙҙең өйләнешеүселәрҙә лә асыҡ күренә. Уларҙың 38 проценты ҡатнаш никахҡа инә.
Туй – халыҡтың милли үҙенсәлеген тулы кимәлдә сағылдырыусы тантана. Йәштәр теләге менән никах теркәүен Башҡортостандың дәүләт телдәрендә, шулай уҡ милли йола буйынса һәм фольклор элементтары менән үткәрергә мөмкин.
ҡала һәм райондарҙың ЗАГС бүлектәре “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә, һабантуй байрамдарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәп балалары өсөн ғаилә тураһындағы дәүләт закондары буйынса һөйләшеүҙәр ойошторола.
– Бөгөн ЗАГС идаралығы тағы ла ниндәй мөһим йүнәлештәр буйынса эшләй?
– Хәҙер ҡағыҙ документтар фонды электронлаштырыла башланы. Был дөйөм иҫәп системаһын булдырып, граждандарҙың ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, уларға һаҡланған мәғлүмәт менән файҙаланыу мөмкинлеге бирәсәк. Бөгөнгә бөтә ЗАГС бүлектәре автоматлаштырылған. 2010 йылдың сентябренән “Находка – ЗАГС” программа-комплексы индерелде. Был граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын тағы ла яҡшыртты.
Хәҙер ғариза менән мөрәжәғәт итеүселәргә бүлек хеҙмәткәрҙәренә ни бары паспорт ҡына күрһәтеп, документты унан ҡултамға менән раҫларға кәрәк.
Идаралыҡтың эшен яҡшыртыу өсөн “ышаныс телефоны” булдыр­ҙыҡ: (347) 248-37-50. Әгәр ҙә беҙҙең ведомствоның хеҙмәткәрҙәре ғариза биреүсенең законлы хоҡуҡтарын үтәмәһә, ошо номер буйынса хәбәр итергә мөмкин.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Ләйсән АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға