«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Реклама оҫталары осрашты



29.11.2011 Реклама оҫталары осрашты

Реклама оҫталары осрашты
Инде етенсе йыл рәттән Өфөлә “ҡала мөхите” (“Городская СРеДа” – (“Социальной Рекламе – Да!”)) социаль реклама фестивале ойошторолдо. Ул, яңы идеяларға бай һәм бөгөнгө көндә мөһим проблемаларҙы еңеп, йәшәйешебеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтылған ижади кешеләрҙе йыйҙы. Сараны БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Сигма” агентлығы ойошторҙо.
− Ете йыл элек беҙҙә йәмғиәттең, уның проблемаларына битараф булмаған кешеләрҙе берләштереүсе сара үткәреү идеяһы тыуғайны. Ул талантлы кешеләргә үҙҙәренең мөмкинлектәрен асырға, идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Бәйгегә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, Бело­руссиянан, ҡаҙағстан, ҡыр­ғыҙстандан коллегаларыбыҙ ҡушылды. Белгестәр билдәләүенсә, йыл һайын фестиваль сифатлыраҡ эштәр күрһәтә, − тип билдәләне үҙенең сығышында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов.
Йылдан-йыл фестивалдә ҡатнашыусы эштәрҙең һаны ла арта. Быйыл реклама һәм PR өлкәһендә эшләгән белгестәр, реклама агенттары һәм профилле уҡыу йорттары студенттарынан 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер актуаль мәсьәләгә, тормоштағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә, йә булмаһа, насар ғәҙәттәрҙән арыныуға бағышланған. Видеоэштәрҙең һаны ғына 100-ҙән артыҡ.
Сараға еңеүселәрҙе тәбрикләү менән йомғаҡ яһалды. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Фестивалдең гран-прийын Өфө егете Айҙар Дәминов алды. Үҙенең эше аша ул тамашасыларға ГМО продукттарын һәм консерванттар ашауҙың зыяны хаҡында һөйләне. Үҙе әйтеүенсә, был конкурс­та ул беренсе тапҡыр ҡатнашмай. Видеоролигын, интернет селтәре аша танышып, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан дуҫтары менән берлектә эшләгән.

Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға