«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ит йәрминкәләре башланды



29.11.2011 Ит йәрминкәләре башланды

Ит йәрминкәләре башланды
Үткән ялда республикала ит йәрминкәләре уҙҙы. Йәшелсә-емеш, бал йәрминкәләренән һуң дауам иткән был сара, ҡағиҙә булараҡ, Яңы йыл байрамдарына тиклем ойошторола.
Был юлы ит йәрминкәләре баш ҡаланың 10 сауҙа майҙанында үтте. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ − хәҙер йәрминкәләрҙә ҡаҡланған ит, йә башҡа төрлө итеп эшкәртелгән ит аҙығын һатыусылар ҙа күп. ҡаҡланған сусҡа итен, мәҫәлән, 300 һумға алырға мөмкин. Шулай уҡ ҡош ите − ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм тауыҡ та алырға була.
Ит йәрминкәләре Өфө­нөң Йәштәр һарайы майҙанында («Аграр университет» туҡталышы), Орджо­никидзе һәм Спорт майҙандарында, «Аврора» кинотеатры ҡаршыһында, Дим биҫтәһендә ойошторола. Дөйөмләштереп әйткәндә, йәрминкәлә хаҡтар­ҙы ошолай билдәләргә мөмкин − һыйыр итенең килоһын 180 − 250 һумға, һарыҡ итен (әйткәндәй, уны әллә ни күп килтермәйҙәр) – 200 − 270, йылҡы итен 180 − 270 һумға алырға мөмкин. ҡаҙ итенең килоһы 240 һум тирәһе, өйрәктеке арзаныраҡ. Ә бына ауылдан килтерелгән тауыҡтың берәүһе 300 һумға һатыла.
Ит йәрминкәләре ауыл халҡына ла, ҡаланыҡылар өсөн дә кәрәк. Һатырлыҡ мал аҫраған барса халыҡты республикабыҙҙың төрлө урындарында ойошторол­ған йәрминкәләргә саҡырабыҙ. Арзан хаҡҡа алып­һатарҙарға биргәнсе, малығыҙҙы, үҙегеҙ килеп, бушлай бирелгән урындар­ҙа иркенләп һатығыҙ!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға