«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Пособие артабан да түләнәсәк



22.11.2011 Пособие артабан да түләнәсәк

Республикабыҙҙа агросәнәғәт өлкәһендә белем алып, ауылға ҡайтып эшкә урынлашҡан йәштәргә ошоғаса пособие түләнеп килде. Юғары уҡыу йортон тамамлап, ауылда эшләй башлаған белгескә бер тапҡыр 100 мең һум һәм ай һайын етешәр мең һум, урта һөнәри белем алып ҡайтҡандарға − 60 мең һум һәм ай һайын 4-шәр мең һум аҡса бирелде. Был дәүләт ярҙамы ваҡытлыса, өс йылға ғына планлаштырылғайны.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йәштәргә әлеге дәүләт ярҙамын 2014 йылға тиклем күрһәтеү хаҡында ҡарар сығарҙы. Проектты тормошҡа ашырыу барышында 400-ҙән ашыу йәш белгес дәүләт ярҙамын алған, бик күп йәштәр тыуған яҡтарына ҡайтып, ғаилә ҡорған.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға