«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » … Башҡорт атлы «арыҫлан»



19.11.2011 … Башҡорт атлы «арыҫлан»

(«Арыҫлан» телетапшырыуын ҡарағас)
Борон-борон заманда, кәзә – прапорщик, ә һайыҫҡан генерал булған ваҡытта (бала саҡ әкиәттәре ошолай башлана торғайны түгелме?) башҡорт ир-егеттәре осрашһа, үҙ-ара нимә тураһында һөйләшкән икән? Хәл-әхүәл һорашҡандары аңлашыла. Ә артабан? Шул хаҡта уйланғанығыҙ булманымы? Әйҙәгеҙ, күҙ алдыбыҙға килтереп кенә ҡарайыҡ әле. Бер нисә минутҡа ғына.
Көндәрҙең береһендә тәби­ғәт ҡосағында йәмле йылғаларыбыҙҙың береһенең бейек ярында осрашҡан, ти, өс…, юҡ, дүрт, хәйер, дөрөҫөрәге, биш арыҫланыбыҙ, йәғни, мәҫәлән, арҙаҡлы ир-атыбыҙ. Тарихтан бөтәбеҙгә лә билдәле күренекле шәхестәр. Береһе Байыҡ сәсән булһын, ти. Белмәгәндәр өсөн − ул бейеүсе түгел, ә кеше. 300 йыл элек йәшәгән. Байназар тархандың улы. Иҫ китмәле сәсән булған. ҡайһы бер әйтештәре әле лә һаҡлан­ған. Ошо шәхес хаҡында һүҙ алып барам. Икенсеһе, әйтәйек, Алдар батыр. Башҡорт тарханы. Рәсәйҙең Азов походтарында ҡатнашҡан, Петр Беренсе ҡулынан тарханлыҡ билдәһен алған шәхес, илсе. Өсөнсөһө булһын Буранбай. ҡарттарҙы илатырлыҡ хаттар яҙған. Дүртен­сеһеме? Бәлки, Батыршалыр? Ни өсөн Батырша, тиһегеҙме? Гел бер төбәктән булмаһындар әле генә тиеүем. Ә бишенсеһе кем ул, тиерһегеҙ. Уныһын инде сценарий…, ғәфү, йәмәғәт, тарих буйынса һуңғараҡ белербеҙ. Исемен дә шунда атарбыҙ. Эйе, арыҫландай ир-егеттәребеҙҙең ябай тормошта осраша алмағанлыҡтары аңлашыла. Әммә… беҙ бит башта уҡ «әкиәт» тип был яҙманың жанрын билдәләп ҡуйҙыҡ та баһа. Ә әкиәттә бөтәһе лә булыуы мөмкин.
Осрашҡандар былар, күрешкәндәр. Хәл-әхүәл һорашҡандар. Усаҡ тоҡандырып ебәргәндәр. Ут өҫтөнә сәйнүк элгәндәр. Ә артабан? Ул саҡта бит башҡорттоң гәзите-журналы ла, радио-телевидениеһы ла, фейсбук-твиттеры ла, ғөмүмән, интернеты ла булмаған. Йәғни бөтәһе лә ишетеп-белеп торған ваҡиғалар хаҡында гәпләшеү мөмкин түгел. Шулай булғас… Хәйер, ҡолаҡ һалайыҡ әле.
− Йә, егеттәр, − тип өндәште араларынан берәүһе. − Бөгөн нимәләр хаҡында һөйләшәбеҙ әле. Ниндәй мәсьәләләр борсой беҙҙе, арҙаҡлы башҡорт егеттәрен, ә?
− Бәлки, ҡәйнәләр хаҡында әңгәмәләшеп алырбыҙ, − тип баҙнатһыҙ ғына тауыш бирҙе икенсеһе.
− Ә ниңә, бик хуп тема, бик мәслихәт. ҡәйнәләр хаҡында фекер алышып алыу зарур. – Көр тауышы менән дәртләндер­ҙе башҡаларҙы өсөнсөһө.
− Беләһегеҙме, егеттәр, − тип шунда уҡ элеп алды уларҙы нәҙегерәк тауышлы бер «мыйыҡ». − Бына минең ҡәйнәм, мейе серетеү буйынса донъя чемпионаты булһамы, гран-при алып ҡайтыр ине мотлаҡ.
Батырҙар йәнләнеп китте.
− Йә, йә, нисегерәк серетә ул мейеңде? Әллә иртә таңдан уятамы, мал ҡыуырға сығарамы? − тип усаҡҡа яҡыныраҡ шылышты «арыҫлан»дар.
− Һе, уятып ҡараһын. Мин бит уның менән бергә йәшәмәйем. Айырым тирмәлә ҡунам. Кәләшкә бик насар йоғонто яһай ул. Кәләшем былай ыңғай ғына тойола ла. Исеме Мәрйәм булһа ла… Һәп-һәйбәт кенә йөрөй ҙә, әсәһенең эргәһенә барып ҡайтһа, тиҫкәрегә әүерелә ла ҡуя. ҡатының етем булһын, тип юҡҡа ғына әйтмәгән икән боронғолар.
− Мин һинең менән бер нисек тә ризалаша алмайым, − тип араларынан йәшерәге ҡәнәғәт­һеҙ генә тауыш биргән. Уның менән фекерҙәш булыуын белдереп, яр буйындағы ҡайындар ел иҫкән ыңғайға шаулашҡан, ялбыр баштарын һелккән. – Беҙ, мәҫәлән, ҡайны-ҡәйнә, атай-әсәйҙәр менән бик матур, бик татыу йәшәйбеҙ.
Шул арала гәпләшеүселәргә тағы ла бер батыр яҡынлашҡан. Баҡтиһәң, ул ҡараһаҡал икән. Һаҡалы ҡара булғанға түгел. Башҡорттоң шундай бер арҙаҡлы батыры булған. Битенең яртыһын ҡара миң ҡаплап торғанға уға шундай ҡушамат биргәндәр, имеш.
− ҡәйнәләрҙе сәйнәйбеҙ әле, − тине «мыйыҡ». − Һине, өлгөлө кейәү, тиҙәр. Сере ниҙә икән?
− Үҙемде өлгөлө кейәү тип әйтә алмайым. – ҡараһаҡал ҡуйы сәй ҡойолған эҫе кәсәне ҡулына алды. – Ә бына ҡәйнәм, ысынлап та, өлгөлө. – Сәйен уртлағас, һүҙен дауам итте. – Ғаиләлә шау-шыуһыҙ булмай бит инде. Шулаймы, егеттәр?
Егеттәр, үҙ тормоштарын күҙ алдарынан үткәрепме икән, һүҙһеҙ генә баш ҡағышты. Йәнәһе, булмай, ҡараһаҡал, булмай.
− Шулай, ғаиләлә берәй шау-шыу килеп сыҡһа, ҡәйнәм һәр саҡ тулыһынса минең яҡта тора торғайны. Кәләште әрләй, мине яҡлай ине. – Башҡа ир-ат тамам уйсанланды. Баштарын баҫып, усаҡҡа баҡты. ҡараһаҡалдың тауышы көрәйә төштө. – Мин ҡәйнәм менән маҡтана алам. Ә ҡәйнәм минең менән маҡтана аламы, уныһын әйтә алмайым.
Тынлыҡ урынлашты. Усаҡта сыбыҡ-сабыҡтың шартлап яныуы, сәйнүктең бығырлап ҡына ҡайнауы был тынлыҡты боҙа ине.
− Ғорурланалыр, бәлки, − тип кемдер һүҙ ҡыҫтырҙы баҙнатһыҙ ғына.
− Мин, ижад кешеһе булараҡ, үҙемде 100 процент менән өлгөлө кейәү тип әйтә алмайым, − тип һүҙен дауам итте ҡараһаҡал. – Беҙ бит ижад кешеләре. ҡыйыш-мыйыш саҡтар ҙа була…
«ҡыйыш-мыйыш» һүҙҙәрен ишеткәс, ир аҫылдары йәнләнде. Йомшаҡ урындары менән йәш үләнде тызып алдылар. Үҙҙәренең «ҡыйыш-мыйыштары» иҫтәренә төштөмө шул? Кемдер һаҡал-мыйығын һыйпап ҡуйҙы. Көлөш китте.
− Асыҡлабыраҡ үтәйек әле, кем, батыр, − тип кинәйәләне берәү. – Урыҫ әйтмешләй, подробнее. Огласите весь список.
ҡараһаҡал ағарынды, ҡыҙарынды, ултырған урынында ор­соҡ кеүек борғоланды. ҡул­дарын болғай-болғай аҡланып маташты.
− Ней, теге, төрлө хәлдәр…, эһем, шау-шыу булып тора инде. Яуҙан һуңлабыраҡ ҡайт­ҡан мәлдәр ҙә булғыланы инде. ҡарымта-барымтанан һуң урыҫтың зәм-зәм һыуын уртлап ҡайтҡан мәлдәр ҙә… ҡайным-ҡәйнәм – бына, исмаһам, өлгөлө ғаилә. Улар, нисек тип әйтәйем инде. Инт.. инт-елли-гент-тар. Ә мин… ҡылыс болғап яу сапҡан ябай бер ауыл малайы инде…
Батырҙар оҙаҡ ҡына гәпләште. ҡәйнәләре хаҡында тағы нимә генә һөйләгәндәре беҙгә мәғлүм түгел. Әммә усаҡ тирәләй ултырғандар ваҡыты-ваҡыты менән берсә гөрләшеп көлөшөп алды, берсә тынып ҡалды. Уларҙың һүҙҙәрен япраҡтары менән шыбырлаған ҡайын, осҡондарын сәсә-сәсә янған усаҡ, тын ғына аҡҡан йылға ишетте. Батырҙар ҡараңғы төшкәс кенә аттарына атланды.
Бер-береһенән алыҫлашып барғанда кемдеңдер сағыу тауышы даланы ярҙы.
− Егеттәр, киләһе осрашҡанда ни хаҡында һөйләшәбеҙ һуң?
− Алла бирһә, иҫән-һау ҡайт­һаҡ, күп ҡатынлылыҡ хаҡында фекер тупларбыҙ…
Әлегә иһә юлдар уларҙы төрлө тарафтарға юлланы. Алдар батырға Петр батша менән Азов походына әҙерләнергә кәрәк ине. Байыҡ сәсәнде ҡаҙаҡ аҡыны Бохар көтөп ҡалды. Батшаның башҡорттарға ҡарата алып барған сәйәсәте менән риза булмаған Батыршаның күңелендә «Тахризнамә» − мосолмандар­ға өндәү хаты тыуырға йөрөй. Ә ҡараһаҡалды ханлыҡ титулы көтә ине.
Күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙме, йәмәғәт? ҡыҙыҡмы? Әллә ҡыҙғанысмы? Ул осор ир-егеттәренең ҡәйнәләр менән мөнәсәбәт урынлаштырыу мәсьәләләрен, күп ҡатынлылыҡ проблемаларын тикшереп ултырыуын күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгелме? Күрәһең, заманалар менән бергә ир-егеттәр ҙә үҙгәрә икән. «Ваҡлана» тип әйтергә теләгәйнем шикелле. «Арыҫ­лан» атамаһынан баш тартҡы килмәй-килеүен. Әммә, ысынлап та, бөгөнгө башҡорт ирҙәренең заман проблемаларын күтәреп сығырға, милләткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ ҡуйырға йөрәктәре етмәйме? Ир яҙмышы – ил яҙмышы бит. Әллә яңылышаммы?

Таһир ИШКИНИН.

Р.S. Редакция, авторҙың фекере менән килешмәһә лә, мәҡәләһен баҫа ала. Билдәле коллегабыҙҙың был мәҡәләһен Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңы проектын юҡҡа сығарыу маҡсатында баҫмайбыҙ. Тура әйткән − туғанына ярамаған, тигәндәй, автор, иғтибарлы телевизор ҡараусы булараҡ, үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ белдереп, проект авторҙарын еңел-елпе темаларҙан ҡотолорға, әлеге мәлдә милләтебеҙ өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрергә саҡыра. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт? Гәзитебеҙҙең www. уе 02. ru сайтында фекер алышайыҡ, шулай уҡ һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға