«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәшлек ҡайҙа? “Йәшлек” йәштәр янында



19.11.2011 Йәшлек ҡайҙа? “Йәшлек” йәштәр янында

Йәшлек  ҡайҙа? “Йәшлек”  йәштәр янында
Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромының клуб залында үткәрелгән башҡорт дискотекаһы һәр кесе йомала йәштәрҙе йыя. Халыҡ-ара студенттар көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Йәшлек» гәзите редакцияһы һәм Учалы районының йәштәр берлеге сираттағы шундай сараны ойошторҙо.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур ҡолһарина, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Учалы йәштәре берлеге рәйесе Айнур Шаһыбалов йәштәрҙе сәләмләп, күңелле ял теләне.
Йәшлек  ҡайҙа? “Йәшлек”  йәштәр янында
Сараға Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Өфө трикотаж фабрикаһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева ла килгәйне. Тамырҙары менән Учалы яҡтарынан булған был ике ханым яҡташтарын һынатмаҫҡа өндәне.
ҡыҙ-егеттәргә күп кәрәкме ни? Дәртле музыка булһа, барыһы ла бейергә төшә. Йәш йырсылар Динис Бүләков, Инзилә Мусина, Ғайсар Миңлеғолов, Dany, Динар Хөснөтдинов башҡарыуындағы йырҙар күңелдәренә хуш килде. Башҡорт эстрадаһының легендар «йондоҙ»ҙары Алмас Ғафаров менән Рөстәм Ғиззәтуллиндың сығышын йәштәр яратып ҡабул итте.
Йәшлек  ҡайҙа? “Йәшлек”  йәштәр янында
Шул уҡ ваҡытта улар «Йәшлек» гәзите, Учалы йәштәре ойошторған уйын-конкурстарҙа ихлас ҡатнашты. Унда иң тапҡыры ла, иң шәп бейеүсеһе лә, иң етеҙе лә асыҡланды. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. «Йәшлек» гәзитенең викторинаһының суперһорауына дөрөҫ яуап биреп, редакцияның махсус бүләген Баймаҡ районынан Миңлегөл Мостафина алды.
Дискотекала киләһе ярты йылға «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолдо. Иң тәүгеләрҙән булып Илгиз исемле егет Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе туғандары Сәғәҙиевтарҙы йәштәр баҫмаһына яҙҙырҙы.
ҡыҫҡаһы, был кисәлә уйын-көлкө күп булды. Йәштәр бик ҡәнәғәт таралышты.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға