«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Тура бәйләнеш»



12.11.2011 «Тура бәйләнеш»

«Тура бәйләнеш»
4 декабрҙә буласаҡ РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы көндәр ҡалды. Әле сәйәси сараны ойоштороусыларҙың да, кандидаттарҙың да ҡыҙыу эш мәле. Шул уҡ ваҡытта һайлаусыларҙың да һорауҙары байтаҡ. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы тап уларға ярҙам итеү маҡсатында «тура бәйләнеш» үткәрҙе. Халыҡ менән телефон аша комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев аралашты. Шулай уҡ һорауҙарға уның урынбаҫары Нәйлә Алтынова һәм комиссия секретары Лариса Долматова ла яуап бирҙе.
Бәйләнеш телефоны иртәнге сәғәт ундан эшләй башлар, тип күҙалланһа ла, халыҡ алдан уҡ үҙ һорауҙарын бирә башлаған. Шуны ла билдәләргә кәрәк: күп кенә үтенес-мөрәжәғәт һайлауға бөтөнләй ҡағылмай ине. Башлыса, өлкәндәр «хеҙмәт ветераны»на льготалар булмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдер­ҙе, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибар бирелеү-бирелмәүен дә телгә алды, юлдарҙы төҙөкләндереү, коммуналь проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Оло йәштәге һайлаусыларҙың әлеге мәсьәләләрҙе еткереүе аңлашыла ла, быға тиклем иғтибарһыҙ ҡалған проблемаларҙы тап ошо көндәрҙә хәл итмәҫтәрме, тип өмөтләнә улар. Хәйҙәр Арыҫлан улы, ошондай юҫыҡтағы һәммә шылтыратыусыны иғтибар менән тыңлап, борсоған мәсьәләне хәл итеү юлын ҡарарға вәғәҙә итте, ҡайһы берҙәренә яуап та бирҙе. Мәҫәлән, Туймазы районының ҡарат ауылынан, яҡындағы предприятиенан ауылға бысраҡ һыу ағыуы хаҡында көйөнөп һөйләп, сара күрергә ярҙам итеүҙе үтенделәр. Хатта, был проблема тиҙ арала хәл ителмәһә, һайлауға бармайбыҙ, тип үк ебәрҙеләр.
Ә һайлауға ҡағылышлы һорауҙар республиканың төрлө райондарынан яңғыраны. Тимәк, һәр тарафта ла был ваҡиғаны көтәләр, ҡатнашырға теләй­ҙәр.
«Тура бәйләнеш» аша 40-лап шылтыратыу ҡабул ителде. Түбәндә улар­ҙың һайлау ваҡытында мөһим тип табылғандары.
Бәләбәйҙән Никитин фамилиялы кеше шылтыратып, кандидаттар араһында йәштәр булыу-булмауы, республиканан нисә кандидат теркәлеүе менән ҡыҙыҡһынды. Башҡор­тостандан барлығы 82 кандидат теркәлгән, шуларҙың 13-ө – йәштәр.
Йәш тигәндән, Баймаҡтан 11-се класс уҡыусыһы Р. Мусин: «16 йәшлектәр агитацияла ҡатнаша аламы?» – тип һораны. Хәйҙәр Вәлиев яуаплауынса, бары тик бәлиғ булғандар ғына бындай эштә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Партиялар ҡануниәтте яҡшы белә, шунлыҡтан улар 18 йәше тулмағандарҙы хатта листовка таратыуға ла йәлеп итергә тейеш түгел.
Әбйәлил районы үҙәгенән бәләкәй сабыйы менән өйҙә ултырған өс балалы әсә балаларын ҡалдырып бер минутҡа ла сыға алмауы, ә һайлауға барғыһы килеүен әйтеп, был осраҡта нимә эшләргә мөмкин икәнен белергә теләне.
Был осраҡта йәш әсәгә 4 декабргә тиклем участка һайлау комиссияһына өйҙә һайлауы тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Ғөмүмән, тауыш бирергә теләгегеҙ булып та, йөрөй алмайһығыҙ икән, урындағы һайлау комиссияһына был хаҡта алдан хәбәр итеүегеҙ хәйерле.
Өфөнән Маратты, депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашып, уларға һорау биреү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, һәр һайлаусы быға хоҡуҡлы һәм, рәхим итеп, һорауҙарын бирһен.
Йылайыр районы гәзите редакцияһы иһә Хәйҙәр Вәлиев менән «тура бәйләнеш»кә сығып, уҡыусыларын борсоған һорауҙы еткерҙе. Унда ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына үҙҙәрен һайлаусылар исемлегендә тапмай икән. Ысынлап та, кеше исемлеккә инеү-инмәүе хаҡында алдан белә аламы? Яуап: бөгөн территориаль, участка һайлау комиссиялары һайлаусылар исемлеген төҙөй, адрестар­ҙы сағыштыра, тикшерә. Тап ошонда мөрәжәғәт итергә мөмкин. Унан килеп, 14 ноябрҙән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында «Үҙ участкаңды тап» тигән махсус портал эшләйәсәк, бында ла үҙегеҙгә тәғәйен мәғлүмәтте алырға була.
«Мин паспортымды юғалттым. Һайлау көнөнә эшләтеп өлгөрмәйем. Тауыш биреүҙән ситтә ҡалып булмай», – тигән үкенес менән шылтыратыусы ла булды. Әлбиттә, төп документтың юғалғанын белгәс тә, был хаҡта тейешле урынға хәбәр итергә, уны яңынан юллау сараһын күреү мотлаҡ. Ә һайлауға барыр өсөн, миграция хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә барып, шәхесте раҫлаусы ваҡытлыса ҡағыҙ алырға ла ошо документ буйынса тауыш бирергә мөмкин.
Байтаҡ һайлаусы ваҡытынан алдан тауыш биреү мөмкинлеге, «открепительный» талондар тураһында һорашты, бәғзеләр дауаханаға ятыу сәбәпле ҡатнаша алмауын әйтеп, был осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген белгеһе килде.
Яуап: ҡануниәт буйынса граждан фәҡәт үҙе өсөн үҙе генә тауыш бирә ала. Әгәр дауаханаға ятаһығыҙ икән, «открепительный» талонын алырға кәрәк. Ғөмүмән, кем һайлау көндө ситтә була, шулар алдан участка һайлау комиссияһына барып, үрҙә әйтелгән талонды алырға тейеш. Ул 14 ноябрҙән башлап бирелә, ә уғаса территориаль һайлау комиссияһынан алырға мөмкин.

Әйткәндәй

Етеп килгән һайлауҙарҙа РФ Дәүләт Думаһына пропорциональ система буйынса 450 депутат һайланасаҡ. Беҙҙең республикала һайлаусылар һаны – 3 млн 22 мең 563 кеше (1 июлгә). Быйыл һайлау бюллетендәрен комплекслы эшкәртеү (КОИБ) һәм электрон тауыш биреү (КЭГ) ҡорамалдары күпләп ҡулланыласаҡ. Республикала КОИБ-тар 178 участкала (51 районда, Өфөлә 14 урында) урынлаштырыла.
21 ноябрҙән «ҡыҙыу линия» эш башлай.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Хәниф СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға