12.11.2011 Хаҡтар көн дә үҙгәрә
Әле шундай ваҡыт − күпләп мал һуйырға иртәрәк, ә инде баҡсаларҙан йәшелсә-емеш йыйып алынып, үҙеңдән артҡаны һатылып бөткән тиерлек. Баҙарҙа йөрөһәң, хаҡтар иткә лә, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәгә лә саҡ ҡына булһа ла төшкән һымаҡ тойола. Һатыусылар әйтеүенсә, республикабыҙҙа ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләре баш ҡалабыҙ баҙарҙарындағы хаҡтарға йоғонто яһамай ҡалмай. Халыҡ сифатлыраҡ һәм арзаныраҡ аҙыҡ-түлекте тап йәрминкәләрҙән күмәртәләп алырға тырыша. Һөҙөмтәлә Өфөнөң ҙур баҙарҙары ла йәрминкәләргә яраҡлашырға мәжбүр.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 11 ноябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа баш ҡаланың «Купец» сауҙа йорто миҫалында бирелгән.
Хаҡтар − һумда
Һыйыр ите 230 − 270
Һарыҡ ите 260 − 310
Тауыҡ боттары 77 − 110
ҡарабойҙай ярмаһы 42 − 49
Дөгө ярмаһы 28 − 38
Тары ярмаһы 14 − 21
«Макфа» оно 19 − 22
Шәкәр 19
ҡыҙыл сөгөлдөр 14 − 15
Картуф 10 − 15
Һуған 13 − 15
Кишер 13 − 15
Кәбеҫтә 7 − 9
ҡыяр 90 − 100
Помидор 50 − 120
Хөрмә 45 − 65
Виноград 63 − 65
Икмәк 19 − 20
Көмрө балыҡ 139 − 150
Минтай балығы 70 − 80
10 дана йомортҡа 28 − 41
0,7 литрлы банкала
ауыл ҡаймағы 110 − 120
Лилиә СИРАЕВА.