«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дөйөм тәжрибәгә таяныу зарур



15.11.2011 Дөйөм тәжрибәгә таяныу зарур

Гражданлыҡ берҙәмлеге һәм милләт-ара татыулыҡ нигеҙҙәрен булдырыуҙа Рәсәй төбәктәре тәжрибәһен өйрәнеү милли сәйәсәттең йүнәлештәрен билдәләгәндә үтә лә ҙур әһәмиәткә эйә. БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, БР Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты республикалағы Милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу йылына арнап үткәргән «Рәсәй һәм уның төбәктәре гражданлыҡ берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулыҡты эҙләү юлында» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ғалимдар хәҙерге милли сәйәсәттең киҫкен мәсьә­ләләрен, милләт-ара, этноконфессиональ татыулыҡты нығытыу юлдарын тикшерҙе.
Сараның Башҡортостанда үткәрелеүе юҡҡа түгел, күп милләтле төйәгебеҙҙә дәүләт милли сәйәсәте өлкәһендә йылдар дауамында бай тәжрибә тупланған. Күп этностар төйәк иткән Башҡортостан тыныс төбәк булыуы менән билдәле. «Шуға ла беҙгә, ғалимдарға, уларҙың был өлкәлә алып барылған сәйәсәте фәһемле. Беҙҙә, ҡаҙағстанда, милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙа үҙебеҙҙең Президент билдәләгән моделдәр бар. Дөйөм милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү фәнни һәм практик планда ла файҙалы», − тип иҫәпләй ҡаҙағстан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү академияһы профессоры Жанылжан Джунусова.
Рәсәй дәүләт гуманитар университеты профессоры Тамара Красовицкая үҙенең сығышында милли проблемаларҙың тарихи тамыр­ҙарын барланы. «Революцияға тиклемге һәм унан һуңғы йылдарҙа ла хәл ителмәй ҡалған проблемаларҙан мәғариф өлкәһен миҫалға килтерер инем.Толерантлыҡҡа өлгәшеүҙә, гуманитар белемде дөрөҫ юҫыҡта ҡороуҙа әле лә аңлашылмаусанлыҡтар осрай», − тине ул. Конференцияла сығыш яһаған Дәүләт эшмәкәр­ҙәре, тарихсылар, политологтар фекеренсә, күп милләт вәкилдәрен берләштергән дәүләттә милли-мәҙәни, дини, этник традицияларҙы һанлап йәшәү, уларға хөрмәт күрһәтеү милләттәр берҙәмлеген булдырыуҙа, илдә тотороҡлоҡто һаҡлауҙа төптән уйланыл­ған сәйәсәткә әүерелергә һәм был өлкәлә кадр­ҙар проблемаһын хәстәрләүгә лә иғтибар булырға тейеш.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға