«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бармағымды юғалттым, әммә ғүмеремде һаҡлап ҡалдым



17.08.2010 Бармағымды юғалттым, әммә ғүмеремде һаҡлап ҡалдым

Бик аҡыллы батша йәшәгән. Кәңәшсеһе уны бөтә ерҙә лә оҙатып йөрөгән. Бер ваҡыт батша һунарға бара һәм бәхетһеҙлеккә осрай: атыш ваҡытында ҡулының бер бармағы өҙөлә. Батша ярһый. Кәңәшсеһе, нисек тә уны тынысландырырға тырышып:
– Хаким, – ти, – бөтәһе лә яҡшыға.
Әммә был һүҙҙәрҙән батша тағы нығыраҡ ҡотора. Һәм ул Кәңәшсеһен ҡараңғы төрмәгә бикләп ҡуйып, һыу менән генә тоторға ҡуша.
Ваҡыт үтә. Батша яңынан һунарға китә. Был юлы ул алыҫ, ҡараңғы урманға бара, һөйләүҙәренсә, унда йәнлектәр бик күп икән. Әммә был урманда ҡырағай тормош алып барған кешеләр йәшәүе лә билдәле була. Улар батша кешеләренә һөжүм итә. Улар үҙҙәренең Аллаһына табына һәм уға ҡорбан килтерергә тейеш икән. Батшаны күргәс, шул тиклем шатланалар. «Ниһайәт, бик шәп ҡорбан килтерәсәкбеҙ. Хәҙер Аллабыҙҙың бик оҙаҡҡа ҡәнәғәт булыуына ирешәсәкбеҙ», – тип уйлайҙар. ҡырағай кешеләрҙең башлығы батшаны ҡорбан итергә әҙерләй башлай. Әммә бысаҡ менән батшаның йөрәгенә ҡаҙаным ғына тигәндә, уның бер бармағы юҡлығын күреп ҡала. Ул, бик ныҡ асыуланып:
– Аллалар иң яҡшыһына лайыҡ, – тип ҡысҡыра. – Ә һеҙ миңә ниндәйҙер боҙоҡ нәмә килтергәнһегеҙ. Уның бөтә тән ағзалары ла тигеҙ түгел, ҡулында бер бармағы етешмәй.
Батшаны, мыҫҡыллап, урманға ҡыуып ебәрәләр. Батшалығына ҡайтып етеү менән иң элек Кәңәшсеһенә йүгерә.
– Һин нисек хаҡ булғанһың! Мин бармағымды юғалттым, әммә ғүмеремде һаҡлап ҡалдым, – ти батша күҙ йәштәре менән. – Әммә һин дә бик интектең, күпме ғүмереңде ҡараңғылыҡта һәм һалҡында үткәрҙең.
– Бөтәһе лә яҡшыға, – ти Кәңәшсеһе. – Әгәр ҙә мин бында бикләнмәгән булһам, һинең менән һунарға барыр инем. Ул һунарҙың минең өсөн нимә менән тамамланырын кем белә?

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға