«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йешәнек беҙ был ерҙә



22.10.2011 Йешәнек беҙ был ерҙә

Йешәнек беҙ был ерҙә
Беҙ, бер төркөм бала-саға, ҡарағай ултыртырға тип, ҡарт урмансы артынан эйәреп, ауылдан биш саҡрымдағы йылға буйына килеп еткәндә, төш етергә байтаҡ ваҡыт бар ине әле.
Кисеүҙе сығып, иҫке юл менән аҙ ғына аҫҡараҡ төшкәс тә ҡарт йылға буйындағы яңғыҙ ҡайын янында арыҡ атын туҡтатты. Уның менән ултырып килгән кәшәүәр (ашнаҡсы) апай арбалағы кәрәк-яраҡтарын ағас төбөнә ташыны. ҡарт атын туғарып, тышап ебәрҙе лә:
− Ныҡ йонсоно малҡай, тешенә ҡыҫтырып ҡуйырлыҡ та һоло юҡ бит, исмаһам, − тип атын йәлләп ҡуйҙы.
Урмансы тигәнем уртаса буйлы, ҡаҡса ғына кәүҙәле, ҡыҙыл йөҙлө ап-аҡ һаҡаллы бер бабай. Башына бейек түбәле фуражка, өҫтөнә иҫке генә хәрби мундир кейеп, билен ҡаптырмалы яҫы ҡайыш менән быуып алған.
Уның галифе салбары ла үҙенә бик килешеп тора, ошо кейеме бабайҙы бик тә олпат күрһәтеп, ул нисектер ҡаҙна кешеһен хәтерләтә.
− Бында барлығы ун бер гектарға яҡын, − тине ҡарт беҙгә, ат менән юлаҡ-юлаҡ итеп һөрөлгән ерҙе күрһәтеп. – Ҙурыраҡтарығыҙ оя яһар, ҡалғандарығыҙ ҡарағай ултыртыр, тәүҙә үҙем ултыртып күрһәтәйем, − ҡарт ҡулына һөңгө һымағыраҡ итеп эшләнгән ауыр ғына тимер пиканы алды.
Аралары ике аҙымдай итеп һөрөлгән бураҙналарҙың береһендә бер нисә оя яһаны.
ҡарағай үҫентеләрен алып, тамырҙарын төҙәткеләп, ояларға ултыртып сыҡты, ян-яҡтарына ипләп кенә баҫҡылап ҡараны.
− Нисек ултыртырға икәнен төшөнгәнһегеҙҙер, Аллаға тапшырып башлайыҡ, − тип әйтеүенә барыбыҙ ҙа берҙәм эшкә тотондоҡ. Эшебеҙ бик тә ырамлы барҙы, тырышып эшләгәнгә күрә төш еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Төшкөлөккә төшөүебеҙгә кәшәүәр апай ашын бешереп, сәйен ҡайнатып та ҡуйғайны инде. Йыуынып, сеүәтәләребеҙҙе алып, ҡаҙан янына йыйылдыҡ. Кәшәүәр апай ҡуйы ғына итеп бешерелгән ҡыҫыр туҡмасты мул ғына итеп өләште. Йыуа туралған аштың өҫтөндә балыҡ күҙендәй генә бер нисә тоҙлоғо ла күренә ине. Берәр киҫәк икмәк менән ошо туҡмасты ашағас, күңелдәребеҙ күтәрелеп, арыуыбыҙ бөтөнләй бөттө.
Өйлә намаҙын уҡығандан һуң ҡарт та кәшәүәр апай менән бергә тамаҡ ялғаны.
Бер аҙ ял иткәндән һуң тағы ла эшкә тотондоҡ. ҡарт та тик торманы, эш барышын күҙәтте, тамырҙары кипмәһен өсөн батҡаҡҡа батырылған ҡарағай үҫентеләрен беҙгә ташыны. ҡояш байырға тышау буйы ҡалыуға һөрөлгән ерҙең яртыһына ҡарағай ултыртылғайны инде.
Иртәгәһенә бил яҙмай тигәндәй тырышып эшләнек, кисәгеләй йыуа туралған ҡыҫыр туҡмас һәм берәр телем икмәк менән һыйландыҡ. Кискә табан бураҙналар беҙ ултыртҡан хәлһеҙ генә үҫентеләр менән сыбарланып, эш тамамланды.
− Аҙыраҡ он бар, хәҙер шуны өләшеп бирермен, − тине ҡарт һәм арбаһы төбөнән башмаҡ башындай тоҡсай сығарҙы. − Ике көн эшләгәнегеҙгә берәр стакан он тейә, – тине ул һәм, тоҡсайын сисеп, сиратҡа баҫҡандарға онон өләшә лә башланы. Нәғим ағайым менән икебеҙгә ике стакан он эләкте.
Арабыҙҙа бер уҫал апай булып, иң аҙаҡ ул ҡарт янына килде лә:
− Әстәғәфирулла, был бит колхоз эше түгел, ә ҡаҙна эше, ҡаҙна пулный хаҡын түләп эшләтә, ондоң күбеһен өйөңдә ҡалдырғанһың инде. Етмәһә, кеше ышандырып, намаҙ уҡыған була. Алланан йәйәү ҡасҡан сәлләле ҡараҡ, мә, минең өлөштө лә аша! − тип онон алмай китте. ҡарттың төҫө боҙолдо, һаҡалының осо, ирендәре ҡалтыранды, ошо ауыр һүҙҙәрҙе ишетеү уға йәшен атҡандай булғандыр. Ул арбаһының үрәсәһенә ике ҡуллап таянып, бер аҙ ауыр тын алып торғандан һуң, түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып, бер апайға һондо ла:
− ҡыҙым, бына ошо ҡағыҙҙы барына ла уҡып ишеттер әле, урыҫса яҙылған ул, аңлатып бирерһегеҙ, − тине. Апай ҡағыҙҙы алып, ҡысҡырып уҡый башланы. Унда: «Отпущена мука пшеничная через лесника обхода номер три в количестве двадцать килограммов для лесопосадки на площади 10,6 га. Бухгалтер: подпись, 26 апреля 1948 года», − тип яҙылғайны. Уға шырпы ҡабы тартмаһындай штамп та һуғылғайны.
− Барлығы 20 килограмм он бирелгән, унан бешерелгән икмәкте лә, туҡмасты ла ике көн ашаныҡ, ондоң ҡалғанын өләшеп бирҙе. Беҙ бит бында барлығы 47 кешебеҙ, барыһы ла дөрөҫ, рәхмәт һеҙгә, олатай, мең рәхмәт, беҙ һеҙҙе ғәйепләмәйбеҙ, − тине апай, ҡағыҙҙы ҡартҡа кире биреп.
Теге уҫал апай ҙа ғәйебен аңланы булһа кәрәк, башын түбән эйеп, ҡартҡа бөтөнләй яҡын килде, бер аҙ ни әйтергә белмәй торғандан һуң: «Олатай, мин иҫһеҙ ул. Олатай, олатай, әйткән ауыр һүҙҙәремде кире алам, ғәфү итегеҙ, олатай, үтенеп һорайым…» − тине.
Уҫал апайҙың ысын күңелдән ғәфү үтенгәнен ишеткәс, ҡарттың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды.
− Боронғолар әйткән бит, бер уйлаһаң – эштәр иҫ китерлек, уйланмайса донъя көтөрлөк, тип. Ярай әле теге ҡағыҙҙы яҙҙырып алғанмын, астың – асыуы яман, тигәндәй, әллә нәмә уйлап ҡуйырҙар, тип уйлап яҙҙырҙым. Ә инде ондоң усҡа һалып өрөп осорорлоҡ мыҫҡалын да үҙем ашаманым, ондоң бары ла бына ошонда тотонолдо, ә һеҙ ултыртҡан ошо ҡарағайҙар, үҙегеҙ күрерһегеҙ, бер ваҡыт ҡара урман булып ҡалҡып сығыр. Эйе, эйе, күрерһегеҙ, ә мин күрмәм, ҡартайҙым инде.
ҡарт арыҡ атын екте, ә кәшәүәр апай һауыт-һабаһын арбаға тейәй башланы.
Беҙ ҙә, тоҡсайҙарыбыҙҙы алып, иҫке юлдан ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер аҙ шаулашып-гөрләшеп барғас, һары сәсле сибәр ҡыҙ Әнүәрә үҙенең һоҡланғыс моңло тауышы менән: «Ағиҙелкәй һыуы бигерәк һалҡын, Рамай», − тип йыр башлауы булды, уны шунда уҡ башҡалар күтәреп тә алды, бер аҙҙан «Сәрмән»де, аҙаҡ «Ғәлиәбаныу»ҙы, «Башмағым»ды ла йырлаттылар. Шулай йырлаша-йырлаша килеп, берәүҙәр ялан аяҡ, берәүҙәр сабаталары менән шаҡмаҡ-шаҡмаҡ эҙҙәрен ҡалдырып, ауылыбыҙға ла индек. Барыбыҙҙың да йөҙҙәребеҙ шат, күңелдәребеҙ көр ине. Иртәгә – Беренсе Май.
… Ул саҡтарҙан бирле 63 йыл ваҡыт үтеп тә китте. Беҙ ултыртҡан хәлһеҙ генә ҡарағай үҫентеләре хәҙер инде ел-дауылдарға ҡаршы торған ҡуйы ҡарурманға әйләнде. Үҙем йыл да тигәндәй ошо ҡарағай урманы янынан үткеләйем. Быйыл да, кәрәкле ағасты эҙләп, шул төбәктә булыр­ға тура килде. ҡайтышлай хәл алырға тип ҡасандыр беҙ туҡтаған теге яңғыҙ ҡайын төбөнә килеп ултырҙым. Ирекһеҙҙән шул саҡтарҙағы ауыр тормош, малай сағым күҙ алдымдан үткәндәй булды.
Һуғыш ваҡыттарында әсәйем: «Бына һуғыш бөтөр, тамаҡтарыбыҙ − икмәккә, өҫтөбөҙ кейемгә туйыр», – тиһә лә, һуғыш бөткәс, тормош тағы ла ауырая төштө. Йыл һайын ғинуар баштарында сельсоветта ултырғандар өй беренсә йөрөп түләү ҡағыҙҙарын таратып сыға. Йылына 240 литр һөт, 180 йомортҡа, 30 килолай ит, кило-кило ярымдай йөн, ике һарыҡ тиреһе, картуф баҡсаһы өсөн 150 һум тирәһе һалым һәм башҡаларын түләргә тейеш булһаҡ, ирекле һаналған заем өсөн 250 − 300 һумды сәпәп тә ҡуйырҙар ине. Ошо түләүҙәр халыҡты ҡан илатты. 40 йәшендә үк сикә сәстәре ағара төшкән әсәйем биш баланы һәм хеҙмәт армияһынан инвалид булып ҡайтҡан атайымды ҡарай, шул уҡ ваҡытта колхоздың иң ауыр эштәренә йөрөй. Йыл аҙағында колхоздың дөйөм йыйылышында бригадир булып йөрөгән Ғәйфулла ағайҙың:
− Молодец, Рәхилә еңгә, 700-ҙән артыҡ хеҙмәт көнө эшләнең, мин һине булыр-булмаҫ ун иргә алмаштырмайым, − тип ҡысҡырып, бар халыҡ алдында маҡтаған һүҙҙәрен әсәйем үҙенең йыллыҡ хеҙмәтенең әжере итеп ҡабул итер ҙә, яңынан дәртләнеп колхоз эшенә тотонор ине.
Әсәйем йырға ла оҫта булып, кистәрен ҡул тирмәне менән өйрәлек тартҡан саҡтарында:
− Түңәрәккәй таштан ҡул тирмәнем,
Тарта-тарта тала беләгем,
Заяларға үтә ғүмерҙәрем,
Нисек кенә түҙә йөрәгем? − тип йырлар ҙа, унан:
Йәшелдин дә сана хәмсә дуға,
Эй, килешмәк ерән ҡашҡаға,
Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт,
Бирмә, Раббым, минән башҡаға, − тип йырлар-йырлар ҙа,
− Аллаға шөкөр, биш балам бар, ауырыу булһа ла, бабайым бар, − тип үҙен-үҙе йыуатҡан булыр ине.
Атаһыҙ бала − ярты етем, әсәһеҙ бала − ҡара етем, тиһәләр ҙә, ауылда бөтөнләй ата-әсәһе булмаған үкһеҙ етемдәр ҙә күп булып, уларҙан Сәмиғулла, Әмир, Исмәғил, Ғарифулла, Хөсәйен, Мазһар, Рамаҙан, Гөлйыһан, Миңйыһан, Раушан, һандуғас­тың, Бөрйән ҡыҙҙары Раҡыя менән Файзаның һәм башҡаларҙың көнитмеше бигерәк тә аяныслы булды. Бала саҡҡа тура килгән ҡәһәрле тормош эҙһеҙ үтмәне. Аслыҡҡа бирешеп, һыуыҡ үткәреп, күптәр ауырыуға һабышты, үҫмер генә саҡтарында гүр эйәһе булды. Хәтеремдә, ирекле йыр дәресе бара ине. Һәр кем уҡытыусыбыҙға үҙе яратҡан йырҙы йырлап күрһәтте. Сират һуңғы осорҙа бик тә күңелһеҙ йөрөгән, ныҡ ябыҡҡан Факиһаға етте. Ул тороп баҫты, бер аҙ торғандан һуң, артыҡ һуҙмай ғына, «Шәүрә» көйөнә оҡшатып, хәлһеҙ генә тауышы менән бик моңло итеп:
− Тау башҡайҙарынан ҡыу ҡарағас,
ҡолар әле тамыры серегәс.
Минең хәлдәремде бер кем белмәй,
ҡоро кәүҙәләрем йөрөгәс, − тип йырлап бөтөрҙө лә, йөҙөн ике ҡулы менән ҡаплап, башын партаға һалды.
Беҙ уның илағанын һиҙҙек.
Иртәгәһенә ул дәрескә килмәне. Уларға күрше йәшәгән әхирәте Фәриҙә: «Факиһа электән ныҡ ауырый ине, кисә ныҡлап ятты, төнө буйы уттары һүнмәне», − тип күңелһеҙ хәбәр алып килде. Ун көндән һуң уның мәйетен тейәп, ҡарттар оҙатыуында ауыл зыяратына алып киттеләр, 1950 йылдың декабрендә гел «бишле»гә генә уҡыған, һары сәсле, баҫалҡы ғына класташым Сәлимә лә, ризыҡ эҙләп, әсәһенә эйәреп, ауылдан сығып китә. Сибек кенә, ауырыу ҡыҙыҡайҙың юлда хәле бөтөнләй насарлана һәм ул аҡ ҡарға ҡолап йән бирә. Хәлһеҙ әсәһе көрттө тапап, ҡәбер яһай һәм ҡыҙының мәйетен һалып, ҡар менән күмеп китә. Өс көндән һуң мәйетте алырға барһалар, уны ас бүреләр ашап бөткән була…
Ошо осорҙа Кәсирә менән йырсы Раҡыя ла, ғазаплы тормоштан ауырыуға һабышып, донъя ҡуйҙы.
Аслыҡ һәм яланғаслыҡ арҡаһында төрлө ауырыуҙарға дусар булған малайҙарҙы ла рәхимһеҙ үлем урап үтмәне.
1949 йылдың 10 май иртәһе туғыҙынсы класта уҡыған Йомағол өсөн яҙҙың һуңғы иртәһе булғанын үҙе лә белмәгәндәр. Иртәнге сәй эскәс, мәктәпкә барырға тип урамға сыға. Бер аҙ барғас, хәле бөтә башлай. Юлдан сығып, кәртә буйына ултыра ла, шунда йән бирә.
Шул уҡ йылдың авгусында өҫтөнә иҫке генә һалдат шинеле кейеп йөрөгән Ирәндек тә, ике ай ауырып ятҡас, баҡыйлыҡҡа күсә.
Ошо уҡ йылдың ноябре баштарында − Хәләф, 1953 йылдың август баштарында ауырыу Тәлғәт тә донъя ҡуйҙы. Исмәғил, Ғәлимйән, Уралдар ҙа, малай саҡтарында яланғаслыҡтан үпкәләренә һалҡын тейҙереп, кәләш алғас, күп тә йәшәмәй, вафат булды.
Бынан 55 йыл элек йырсы ҡыҙ Әнүәрә тигәнем дә, тиҫтерҙәре менән меңәрсә саҡрымдағы ҡарағанда шахталарына күмер соҡорға китеп, аҙаҡ хәбәрһеҙ юғалды.
Ул саҡтарҙа йөҙләп кенә өйҙән торған ауылдан бик күп йәш үҫмерҙең бер-бер артлы донъя ҡуйыуы тормош шарттарының ҡот осҡос ауыр булғанын асыҡ сағылдыра. Бала һәм үҫмер саҡтарыбыҙҙа ашағаныбыҙ – үлән дә тамыр, кейемдәребеҙ киндер ҙә сабата булһа ла, шул мәл ғүмеремдең баҙлап сәскә атҡан иң гүзәл осоро булып хәтеремдә ҡалған, йоҡоһоҙ төндәремдә малай һәм үҫмер мәлем йыш ҡына иҫемә төшә, һағындыра һәм ирекһеҙҙән:
− Эй, Раббым, ҡайтарһаңсы гүзәл
йәшлегемә
Тик бер генә көнгә булһа ла,
– тип ҡысҡырғым килә. Тик ер тырнап илаһаң да үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай шул. Яңғыҙ ҡайын төбөндә бала сағымды хәтерләп, байтаҡ ултырғандан һуң эстән генә:
− Хәҙер күңелем тыныс түгел,
Тик шул ваҡытты һағына.
Бер генә көнгә булһа ла
ҡайтһам ине йәш сағыма, − тип көйләй-көйләй ҡайтырға сығам. Бер аҙ барғас, туҡтап, ҡарағай урманына ҡарайым. Урман ситендәге яңғыҙ ҡайын төбөндә йәшләй генә вафат булған тиҫтерҙәремдең һарғайып ябыҡҡан йөҙҙәрен күргәндәй булам. Улар, ҡасандыр ҡыҫыр туҡмас ашаған ҡалаҡ-сеүәтәләрен, берәр стакан ондарын күрһәтеп, миңә ниҙер ҡысҡырғандай була, йылмайышып ҡул болғап, үҙҙәренең бала ғына тауыштары менән:
− Йәшәнек беҙ ерҙә һинең менән бергә,
Һөйәктәребеҙ күптән ҡәберҙә.
Ошо йәшел урман иҫтәлек ул беҙҙән,
Һау бул, ҡорҙаш, беҙҙе хәтерлә, –
тип, мине моңайып оҙатып ҡалғандай була…
Улар бынан 63 йыл элек үҙҙәре ултыртҡан ҡарағай урманында, әйтерһең дә, мәңгелеккә тороп ҡалған кеүек...
Рәхимйән ВАХИТОВ.

Күгәрсен районы,
Юлдыбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға