«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Башҡорт һылыуына Рәсәй модель бизнесында урын бармы?



15.10.2011 Башҡорт һылыуына Рәсәй модель бизнесында урын бармы?

«Ксения Собчакты ихтирам итә башланым», – ти «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашыусы Анжелика Якусева
Башҡорт һылыуына Рәсәй модель бизнесында урын бармы?
Был ҡыҙ тураһында гәзитебеҙҙә бер яҙғайныҡ инде. Уны Башҡортостан эстрадаһында яңы ҡабыныусы йәш йырсы итеп асҡайныҡ. Бөгөн тағы ла уның исеменә мөрәжәғәт итәбеҙ, әммә яңы образына. «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашып, Гамбургҡа барыу, «Отто» каталогының йөҙө булыуға иреште Анжелика. «Муз-ТВ» каналынан проектты ҡарап барыусылар уның Мәскәү ҡалаһын яулау юлдарын, тәүге уңыштарын һәм күптән түгел Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайтыу тарихын белә. Тәьҫораттары менән бүлешеүен һорап, беҙ ҙә уға мөрәжәғәт иттек.

− «Топ-модель по-русски» − модель булараҡ һинең тәүге проектың түгел. Быға тиклем ниндәй конкурстарҙа үҙеңде һынап ҡараның һәм ниндәй уңыштарың бар ине?
− Беренсе тапҡыр «Һомай» матурлыҡ конкурсында ҡатнашҡайным. Унда икенсе урын алдым. 2009 йылда «Һылыуҡай»ҙа 3-сө урынға сыҡтым. «Мисс Өфө» конкурсында ла һынаным көсөмдө, ә быйыл «Йәштәр һылыуҡайы»нда («Мисс Молодежь») гран-при алыуға өлгәштем. Йылдар буйы оҫталығым да арта килгәндер.

− Һуңғы проектҡа ниндәй юлдар менән барып эләктең?
− Телевидениела проекттың беренсе сезоны сығыу менән дуҫтарым, туғандарым миңә: «Анжелика, бар, ҡатнаш, үҙеңде һынап ҡара», − тип әйтә башланы. Әммә гастролдәрҙә йөрөп, тәүге сезонға барырға мөмкинлегем булманы. Икенсеһе башланғас, иптәш ҡыҙ, ҡаҙанға кастингыға барайыҡ, тип әйҙәй башланы. Тик тағы ла сессияла булып тороп ҡалдым. Һуңғараҡ үҙемде һынап ҡарау теләге тыуҙы. Ә был ваҡытҡа Рәсәйҙең бүтән ҡалаларында һайлап алыу турҙары бөткәйне, Мәскәүгә осорға тура килде. Унда кешеләр иҫ киткес кү-үп! Ике сәғәт тирәһе сиратым еткәнен көтөргә тура килде. Тәүҙә 15-ләп кешене индерәләр ҙә, ниндәйҙер күрһәткестәргә тап килмәгәндәрҙе шунда уҡ сығарып ебәрәләр. Аҙаҡ әңгәмә үтәһең, төрлө һорауҙарға лайыҡлы яуап бирергә кәрәк. Өс мең тирәһе кеше араһында финалға үтеү минең өсөн ҙур бәхет булды. Әлбиттә, тулҡынландым да, шулай ҙа үҙ-үҙемә ышанысым ҙур ине. Кеше араһында сығыш яһап өйрәнгәнлегем дә ярҙам иткәндер.
− Конкурс һиңә яңы киңлектәргә юлдар астымы?
− Проект миңә бик күп нәмә бирҙе, яңы танышлыҡтар булдырҙым, бик күп ишек асылды. Оҙаҡламай Германияға «Отто» компанияһы ойошторған фотосессияға китәсәкмен. Йырсы булараҡ та Рәсәй сәхнәһенә сығыу мөмкинлеге тыуҙы. Тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Бойомға ашмаҫтай хыялдар юҡ икәненә инандым. Өс мең кеше араһынан проектҡа барып эләгеүем үҙе үк мөғжизә бит. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыраҡ аңлай башланым, кемдең ниндәй маҡсат менән теге йә был эштәрҙе башҡарыуына төшөндөм, аралашыу оҫталығымды шымарттым.

− Проектта үҙеңде ышаныслы тота алдыңмы, был мөхит һинеке, характерыңа тап килә, тип әйтә алаһыңмы?
− Миңә бик ҡыйын булманы, шулай ҙа ҡайһы саҡ илап та алдым. Имиджымды үҙгәртәм, тип оҙон сәстәремде ҡырҡҡанда, мәҫәлән. Байтаҡ ҡына бының менән килешә алмай йөрөнөм, хәҙер өйрәндем инде, яңы прическам оҡшай ҙа хатта. Ә ғөмүмән, көслө кешемен, мине һындырыуы еңел түгел.
− Бындай проекттар беҙҙең менталитетыбыҙға тап килмәй. Сөнки башҡорт ҡыҙҙарына тыйнаҡлыҡ хас. Ә бында мотлаҡ ул һыҙаттарҙы еңергә кәрәк...
− Мин тәүге серияла уҡ, башҡорт ҡыҙы топ-модель булырға тейеш, тип әйткәйнем. Был, әлбиттә, ҡыйыуыраҡ та әйтелгәндер, әммә башҡорт ҡыҙҙары ла модель бизнесында үҙ урынын таба алалыр тип һанайым. Модель булыу өсөн мотлаҡ яланғас тәнеңде күрһәтеп фотоға төшөргә тимәгән бит.
− Алып барыусығыҙ Ксения Собчак − бик ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятыусы кеше. Берәүҙәр уны кумир тип табынһа, икенселәр бөтөнләй ихтирам итмәй, өсөнсөләргә − барыбер, тигәндәй. Һиндә ул ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
− Проектҡа килгәнсе, ул мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай ине. Әммә уның менән аралашҡандан һуң бик ныҡ ихтирам итә башланым. Ул бик аҡыллы ҡыҙ, Мескәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған, һөйләшкәндә ниндәй­ҙер бер әүрәтеү көсөнә эйә һымаҡ. Был телевидениела тупланған тәжрибәһенең байлығынан киләлер тип уйлайым.

− Данила Поляков, Инна Зобова, Влад Лисовец менән бер командала эшләүе модель булараҡ үҫеү өсөн әһәмиәтле булғандыр...
− Эйе, улар бик күп профессиональ кәңәш бирҙе. Матурлыҡ конкурстарында йыш ҡатнашһам да, фотомодель булараҡ тәжрибәм аҙ ине. Улар миңә аҙыраҡ йылмайырға кәңәш итте. Матурлыҡ конкурстары өсөн был актуаль булһа ла, фотомодель нисектер етдиерәк булырға тейеш.

− Ә ҡыҙҙар менән үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәр урынлаштыра ал­дыңмы? Һәр кем сат йәбешеп, бөтә саралар менән еңергә тырышҡан ерҙә ысын дуҫлыҡ булыуы мөмкин дә түгелдер һымаҡ...
− Мин бик аралашыусан кеше, бәхәскә инергә яратмайым, бүтән ҡыҙҙар менән дә үҙ-ара нимәлер бүлешеп йөрөмәнем. Бөтәһе менән дә һәйбәт аралаштым. Әлбиттә, көнләшеп, ҡырын ҡараусылар ҙа бихисап булды. Был айырыуса рәттән ике конкурста еңгәндән һуң ныҡ тойолдо. Аҙаҡтан тороп ҡалған 14 ҡыҙ араһында ысын дуҫ тип әйтерлек ҡыҙҙар булманы, ә тәүге 26 конкурсант араһынан Благовещенск ҡыҙы менән әле лә көн һайын аралашабыҙ.

− Һинеңсә, был конкурста кем еңеп сығасаҡ − ысын профессионалмы, кеше баштарын да аша атлап үтерҙәй ҡыҙмы, әллә матурлыҡмы?
− Ксения Собчакка кем оҡшай, шул еңәсәк.

− Жюри ағзаларының һуңғы баһаһы менән килешәһеңме?
− Юҡ, килешмәйем. Быны ғәҙел ҡарар тип иҫәпләмәйем. Мин иң көслөләр рәтендә инем. Конкурстарҙа ла үҙемде бүтәндәрҙән һәйбәтерәк күрһәтә алдым. Йөҙөм менән дә башҡаларҙан айырылып торам. Шуға был яңылыҡты өҫтөмә һалҡын һыу ҡойған һымаҡ ҡабул иттем. Тулыһынса асыла алмай ҡалдым.

− Өфө дәүләт нефть техник университетында инженер һөнәрен үҙләштерәһең, Башҡортостан йәштәре һине йырсы итеп белә. Топ-модель был исемлектә ниндәй урынды биләй? Тормошоңда киләсәктә модель юлын һайларға ниәтләйһеңме һәм атай-әсәйеңдең һине кем итеп күргеһе килә?
− Атай-әсәйем уҡып йөрөгән һөнәрем буйынса эшләүемде теләй. Ә мин киләсәктәге юлымды ижадҡа бәйле итеп күрәм. Бының нимә буласағын асыҡ ҡына әйтә алмайым. Бәлки, йырсылыр, бәлки, моделдер, актриса йә алып барыу­сымы − ваҡыт күрһәтер.

− Модель булырға теләүсе ҡыҙҙарға, Рәсәй каналында сынығыу үткән кеше булараҡ, ниндәй кәңәштәр бирер инең?
− Маҡсатҡа ынтылыш булырға тейеш. Үҙ-үҙеңә ышанырға кәрәк. Тырышлыҡ һәм үҙ көсөңә ышаныу менән күп нәмәгә өлгәшеп була.
Ғинуар айында үҙ мәктәбемде асырға ниәтләйем. Ул үҙенсәлекле модель мәктәбе буласаҡ. Ижади яҡтан үҫеү өсөн дә, топ-модель булыу өсөн дә практик кәңәштәр биреләсәк. ҡыҙыҡһыныусылар өсөн модель агентлығының ишектәре асыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға