«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » килегеҙ, һайлап алығыҙ!



15.10.2011 килегеҙ, һайлап алығыҙ!

Үткән ял көндәрендә баш ҡалабыҙҙа сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте. Унда халыҡ иртәнән алып кискә тиклем гөж килде, һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа етерлек булды. Иң мөһиме – ауыл халҡы үҙе етештергән тауарҙы һатып, «тере аҡса» эшләһә, ҡаланыҡылар сифатлы аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы.
Минең, ябай һатып алыусының, күҙенә ташланыуынса, былтыр йәрминкәлә ит һәм йәшелсәләрҙең хаҡы баҙарҙағынан әллә ни айырылмағайны. Ә быйыл ауыл хужалығы тауарҙары арзаныраҡ күренде. Бигерәк тә хаҡтар төштән һуң түбәнгә тәгәрәне. Шулай ҙа 100 һумға һыйыр ите алырға йөрөгән кешеләрҙең осрауы аптырата төштө. Әйтерһең, ауыл кешеһенә бөтә нәмә лә бушлай килә...
Йәрминкәләр бөгөн популярлыҡ яулаған сараға әүерелде. Унда шәхси хужалығында, ҙурыраҡ ауыл хужалығы кооперативында тауар етештергән һәр кем ҡатнаша ала. Бөтәгеҙ ҙә дәррәү ҡуҙғалып, үҙегеҙҙән артып ҡалған йәшелсә-емеште, балды, итте һата алаһығыҙ. Йәрминкәләргә рәхим итегеҙ. Улар Өфөнөң бик күп майҙандарында һәр аҙнаның ял көндәрендә ойошторола.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 9 октябрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ойошторол­ған йәрминкәлә һатылған бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Һыйыр ите 150 – 220
Тауыҡ ите 150 – 190
ҡаҙ ите 280 – 320
Көләпә бәшмәге 40 – 70
Һары бәшмәк 130 –150
3 литрлы банкала бал 1400 – 2200
Эремсек 90 – 150
Картуф 10 – 12
Сөгөлдөр 10 – 12
Кәбеҫтә 7 – 10
Һуған 13 – 20
Өй шарттарында
ыҫланған сусҡа ите 300
0,7 литрлы банкала
ауыл ҡаймағы 110 – 140
ҡаҙы 450
Аҡ май 210 – 250
Татлы борос 25 – 40

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға