«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иле ныҡтың – биле ныҡ



11.10.2011 Иле ныҡтың – биле ныҡ

Иле ныҡтың – биле ныҡ
Республикабыҙ көнөнә арналған байрам сараларының рәсми өлөшө БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтовтың Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуынан башланды.
Был тантанала республиканың дәүләт власы органдары етәкселәре, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡалар ҡатнашты.
* * *
Төштән һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Республика көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Был байрам сараһында Башҡортостан етәкселеге, парламент депутаттары, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, милли-мәҙәни ойошмалар етәкселәре, милли интеллигенция вәкилдәре ҡатнашты.
Унда БР Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Ул:
− ҡәҙерле дуҫтар! Был көндәрҙә беҙ үҙенсәлекле байрам − Республика көнөн, йәғни Ватаныбыҙ көнөн, бөтәбеҙҙе лә берләштергән төйәк көнөн билдәләйбеҙ.
Башҡортостан тигәндә күҙ алдына сағыу мозаика − беҙҙең һоҡланғыс тәбиғәтебеҙ, мәғрур Урал һырттары, ҡылғанлы далалар, ҡуйы ҡарурмандар һәм зәңгәр күлдәр, мотлаҡ нефть вышкалары һәм завод торбалары, фермалар һәм комбайндар, ауыл өйҙәре һәм алыҫҡа илтеүсе юлдар, беҙҙең ҡалалар килеп баҫа.
Әлбиттә, был ҡеүәтле потенциалды булдырыусы быуындар өсөн ғорурлыҡ хисе кисерәһең. Башҡортостан ҡеүәтле индустриаль, фәнни-мәғариф һәм мәҙәни үҙәккә әйләнһен өсөн быуаттан да әҙерәк ваҡыт киткән. Шул уҡ мәлдә төйәгебеҙ ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген, уникаль башҡорт мәҙәниәтен һәм был ерҙе төйәк итеүсе халыҡтарҙың телдәрен һаҡланы.
Бөгөн заман башҡа. Әгәр ҙә элекке ҡаҙаныштар менән генә йәшәһәк, беҙҙе бер кем дә дөрөҫ аңламаҫ ине. Бөгөн власть алдында республиканың булған ресурстарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, шулай уҡ уларҙы үҫтереү бурысы ла тора. Беҙҙең өсөн иң тәүге мәсьәлә − был ҡеүәтле потенциалды кешеләргә йөҙ менән бороу.
Бөгөн Башҡортостанды, Өфөнө дөрөҫ итеп күрһәтеү мөһим. Билдәле брендтарыбыҙ − башҡорт балы һәм нефтенән тыш, беҙ башҡорт спорты, башҡорт двигателдәре, автобустары, вертолеттары, башҡорт музыкаһы һәм башҡорт театры, башҡорт курорттары һәм туризмы тураһында ла һөйләргә тейешбеҙ.
Башҡортостан тағы ла көслөрәк һәм уңышлыраҡ булһын өсөн бөтәһен дә эшләү − беҙҙең изге бурыс. Бының өсөн ныҡлы нигеҙ − үҫешкән иҡтисад, күп быуатлыҡ мәҙәниәт, хөрмәтле ветерандар, һоҡланғыс йәштәр, йәғни беҙ − республикабыҙҙың күп милләтле берҙәм халҡы һәм беҙ һәр ваҡыт ныҡлы таянысы булған бөйөк Рәсәй бар.
Халҡыбыҙҙың «Иле ныҡтың − биле ныҡ» тигән аҡыллы әйтеме бар. Илебеҙ ныҡ булһын өсөн беҙгә берҙәм эш итергә кәрәк, − тине.
Тантаналы ултырыш республикабыҙҙың билдәле сәнғәт оҫталарының ҙур концерты менән тамамланды.
Республика көнөнә арналған байрам саралары баш ҡалабыҙҙың бөтә майҙандарында, шулай уҡ ҡала-райондарҙа ла ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға