«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй



08.10.2011 Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй

йәки Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Урал Таймаҫов, фермерлыҡ эшенә тотоноп, ауылын тергеҙергә ярҙам итә
Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй
Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы халҡы ла республикалағы, тотош Рәсәйҙәге үҙгәрештәрҙән ситтә ятып ҡала алмай – бында ла ауыл хужалығы тармағы бөлгөнлөккә төшә. Юлбарыҫ ауылы бүлексәһе лә, башҡа йөҙәрләгән колхоз-совхоз бүлексәләре кеүек, яйлап ҡына ташландыҡҡа әүерелер ине лә, әммә, бәхеткә күрә, ошо ауылда йәшәүсе бер ир ваҡиғаларға үҙгәреш индереп ебәрә...
Урал Хөрмәт улы Таймаҫов үҙенең нисек итеп фермер булып китеүе хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп, запастағы сержант булып тыуған ауылыма ҡайтып төштөм, мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Лилиә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алдым, бергәләп донъя көтәбеҙ, мәктәптә эшләйбеҙ. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуа торҙо, уҡытыусы аҡсаһы етмәй башланы. Мәктәпте ташлап, бригада төҙөп алып, төҙөлөшкә сыҡтым. Евроремонт, ҡыйыҡ-фәлән, ғөмүмән, ҡулдан килерҙәй бер эштән дә баш тартманыҡ.
Бер мәл, 2007 йылда булды был хәл, совхоздың эштәре мөшкөлләнде. Ул банкрот тип иғлан ителде, эшкә сығыусылар күренмәй башланы. Мастерскойҙың йоҙағы юҡҡа сығып, ишеге асыҡ торғанын күргәс, егеттәр менән һөйләшеп, халыҡты йыйып һөйләшергә булдыҡ. Артабан нимә эшләргә? Берәү ҙә ҡыбырламаһа, совхоз бүлексәһенең бар мөлкәте яйлап юҡҡа сығасаҡ, ауылда тормош һүреләсәге көн кеүек асыҡ.
Шулай итеп, халыҡты сходҡа йыйҙыҡ, бүлексәнең техникаһын ситкә ебәрмәй, үҙемә һатып алырға теләүемде белдереп, эшселәрҙе эшкә саҡырҙым. Тиҫтәнән ашыу кеше эшкә сығырға ризалыҡ белдерҙе.
Техниканы ситкә ебәрмәҫ өсөн күп көс һалырға тура килде. Хужаһыҙлыҡты һиҙеп ҡалып, бер тракторҙы ситкә алып та киткәйнеләр, уны кире барып алып ҡайттыҡ. Тағы ла, ниндәйҙер накладной тотоп, «К – 700» тракторы артынан килеп еткәндәр, йәнәһе, совхоздың бурысы өсөн алырға һөйләшкәндәр. Туҡта әле, мин әйтәм, трактор һынлы тракторҙы ошолай накладной менән генә килеп алып китергә уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Бирмәнек. Бүлексәгә беркетелгән конкурс управляющийы менән һөйләштек. Ул аңланы, совхоз мөлкәтен һатайыҡ, тип, башҡаса килеп йөрөмәне. Шулай итеп, уҡытыусынан – төҙөүсе, төҙөүсенән фермер булып кителде.
Бөгөн Урал Таймаҫов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы һәүетемсә генә эшләп килә. Халыҡтан килешеү буйынса 1250 га, райондың фондынан 800 га ер ҡуртымға алынған. Юлбарыҫтар ҡаты сортлы иген, арпа, һоло, көнбағыш, күп һәм бер йыллыҡ үләндәрҙән ҡандала үләне, баҫыу күстерәһе, судан үләне үҫтерә. Техника паркы ла ярайһы уҡ ҙур: бер «K – 700», өс «Алтай», ике «ДТ – 75», өс «МТЗ – 80», өс иген йыйғыс комбайн, бер «КСК – 100» комбайны, берәр «КамАЗ» һәм «ЗИЛ» йөк машиналары бар. Ҙур булмаған ауыл өсөн был бик яҡшы күрһәткес икәнен берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер: ерҙәрҙе сит-ят кешеләр түгел, үҙеңдекеләр эшкәртә, тимәк, кәрәк сағында техника менән дә ярҙам итерҙәренә өмөт бар.
– Эйе, бер ауылда йәшәп, ярҙам итешмәй тороп булмай. Был яҡтан халыҡ менән аңлашып йәшәйбеҙ. Мохтаждар хужалыҡтан символик хаҡҡа трактор, арбаһын алыу мөмкинлегенә эйә.
Хәйбулла район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, фермер Урал Таймаҫов үҙенең тыуған ауылындағы мәктәп бинаһын сираттағы уҡыу йылына әҙерләүҙә ҡатнашҡан – мәктәп ҡаҙанлығының ҡыйығы уның ярҙамы менән яңыртылған.
Ер менән шөғөлө ниндәйҙер мода артынан ҡыуыу, замана елдәренә эйәреү түгел икәнен иҫбатлағандай, Юлбарыҫ ауылы фермеры үҙенең улы Уйылданға ла ауыл хужалығында кәрәк булырҙай белем алырға кәңәш биргән. Бөгөн егет умартасы-агроном һөнәрен үҙләштерә, йәй көндәре үҙенең умарталарын ҡарай.
Ленин бабайҙың «Декреттар»ын, ерҙе – крәҫтиәндәргә, заводтарҙы эшселәргә биреү кәрәклеге хаҡындағы лозунгыларын хәтерләйһегеҙме? Аңғармай ҙа ҡалдыҡ – был лозунгылар яңынан актуаль булған да киткән: ерҙәр күмәртәләп байҙар ҡулына күсә, ярлылар иһә эш эҙләп, сит яҡтарға китә. Ошо мәлдә, минеңсә, халыҡ үҙенең ер пайҙарын ошо Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы фермеры кеүек урындағы фермерҙарға тапшырып, ерҙәргә ситтәрҙе эйәләтмәҫкә тырышырға тейештер. Ни тиһәң дә, ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй бит...

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға