«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уҡыусылар – йыһангирҙар илендә



01.10.2011 Уҡыусылар – йыһангирҙар илендә

Уҡыусылар – йыһангирҙар илендә
29 сентябрҙә Баш­ҡор­тостан уҡыусылары Звезд­ный ҡаласығында булды. Өфө гимназияһынан ун ике уҡыусы халыҡ-ара балалар конкурсы призер­ҙары йы­һангир­ҙар­ҙың ор­битаға сығырға әҙерләнеүен ҡа­раны.
ҡаласыҡ ике өлөшкә бүленгән, береһендә ке­ше­­ләр йәшәй, икенсеһе – эш урыны. Йыһанға осоу өсөн ныҡлы сәләмәтлек кәрәк. Һәр күнекмә алдынан буласаҡ йыһангирҙар мотлаҡ медицина тикшереүе үтә. Табиптарҙың рөхсәтенән башҡа космонавтар бер аҙым да баҫмай.
Башҡортостан уҡыусыларына йыһангирҙарҙың нисек итеп осошҡа әҙерләнгәнен күрһәттеләр. Тренажер – 320 тоннанан ашыу торған иҫ киткес ҙур центрифуга. Йыһангирҙар шунда күнекмә үтә. Бындай аппарат башҡа бер илдә лә юҡ. Иң тәүге центрифуга 1973 йылда төҙөлгән була, икенсеһе – 1980 йылда. Балалар Ерҙә ауырлыҡты юғалтыуҙы күҙәтте. Бының өсөн Йыһангирҙар әҙерләү үҙәгендә 1980 йылда гидролаборатория төҙөлә. Ул − 12 метр тәрәнлектәге иҫ киткес ҙур бассейн. Һыу аҫтында – Халыҡ-ара йы­һан станцияһы модулдәренең макеттары. Бында йыһангирҙар «йыһанға сығып ҡарай», яңы йыһан шарттарында йәшәргә өйрәнә.
Бында уҡыусыларға «Мир» орбита комплексының эше, йыһанда алып барылған тикшеренеүҙәр, йыһанға осоу өсөн экипаждар әҙерләү тураһында һөйләнеләр. ҡыҫҡаһы, балалар серле лә, бер аҙ билдәһеҙ ҙә йыһан киңлеге хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.

С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға