«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аралашыу емешле булһын



04.09.2010 Аралашыу емешле булһын

Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, интернет селтәре аша аралашыу маҡсатында «Тере журнал»да блог асып, 11 августа тәүге яҙмаһы менән таныштырғайны. Бөгөн бында йәнле дискуссия бара, фекерҙәр, кәңәштәр менән дә тулыланып тора.
«Бөгөн интернет технологиялары ҙур мөмкинлеккә эйә. Барлыҡ сәйәсмәндәр тиерлек виртуаль донъяла аралашыуҙың өҫтөнлөгөн раҫлай. Беҙҙең республикала ла Президент өлгөһөндә министрҙар­ҙың күбеһе блог асты. Хәҙер улар халыҡ менән асыҡтан-асыҡ «һөйләшә». Мин, әлбиттә, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙы хуплаһам да, блогтағы яҙмалар ҙа үҙ емешен бирер, тип ышанам», – тип яҙғайны Константин Борисович көндәлегенең беренсе битенә.
Аралашыуға шундуҡ байтаҡ кеше ҡушылды. Уларҙы нимә борсой һуң? Комментарийҙар теҙмәһе темаларын байҡаһаҡ, тел тураһындағы закон да, пенсия йәшендәгеләргә ҡағылышлы проблемалар ҙа, алданған «өлөшсөләр»(«дольщики») ҙә иғтибар уртаһында. Берәү төрлө инстанцияларға юлланыусы хатты контролләүҙең электрон системаһын тәҡдим итә.
«Баш ҡалала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү предприятие­һы бармы ул? – тип һораусы ла бар. – Юҡһа беҙҙең ғаилә генә эҫе көндә шул тиклем күп пластик һауыт ҡулланды. Ә бер үк сүп контейнерына ташланыҡ. Шундай ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү бизнесын бик уңышлы тиҙәр бит...»
Социаль һәм мәғариф системаһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән тәҡдим менән Гөлнара исемле замандашыбыҙ мөрәжәғәт итә. Уның проекты «Рух донъяһы» тип атала һәм үҙ эсенә физик сәләмәтлек, аҡыл һәм рухи үҫеш, ғаилә мөнәсәбәттәре, шәхес формалашыуы, экология тураһында, кешенең мәҙәни, дини, философик һәләтен асыуға ҡоролған 20 – 30 минутлыҡ социаль видеороликтар күрһәтеүҙе ала. Проекттың төп идеяһы – кешене алған мәғлүмәте буйынса фекерләргә өйрәтеү, үҙ тормошон ҡороуға ярҙам итеү.
«Бер һүҙ менән әйткәндә, проблемалы хәбәрҙәр беҙҙең һайлаусыларҙың көн үҙәгендә торған мәсьәләләрен хәл итергә этәргес булып тора. Әммә ошо проблемалар блог асылғас ҡына билдәле булды тип уйламағыҙ. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға граждандарҙан, ойошмаларҙан хаттар даими килә. Һәр мөрәжәғәттә ниндәйҙер проблема күреп, ярҙамға ашығабыҙ. Хаттарҙың тематикаһы төрлөсә – ғаилә хәлдәренән башлап теге йәки был етәксенең позицияһы менән килешмәүгә тиклем. Шулай ҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр, йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү, юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйлеләре күберәк. Был мәсьәләләрҙе беҙ тиҙ арала хәл итеү юлын эҙләйбеҙ. Зар тулы хаттар кәмемәй. Блог барлыҡҡа килеүен дә иҫәпкә алып, мөрәжәғәттәр менән эшләү хеҙмәте эшмәкәрлеге үтә ҡыҙыу төҫ аласағын күҙаллайым», – тип яҙа К. Толкачев.
Ул үрҙә телгә алынған алданған «өлөшсөләр» һорауын да иғтибар­һыҙ ҡалдырмай. Яуап шулай: «Бөгөн был проблема актуаль. Көҙгө сессия эшендә ул ентекле ҡараласаҡ. Ошо өлкәгә ҡараған федераль законға төҙәтмәләр индереү проекты ла уҡылыуы көтөлә».
Блогта аралашыу һорау-яуаптан да ғибәрәт. К. Толкачев күп һо­рауға шунда уҡ яуабын да яҙа. Мәҫәлән, a_gareeva исемле блоггерҙың: «Беҙҙең республикала көслө социаль сәйәсәт алып барыла. Ул ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә күп балалы әсә мәнфәғәтенә нисегерәк эшләй?» – тигән һорауына яуап аныҡ бирелә: «Ысынлап та, республикала социаль сәйәсәт халыҡ мәнфәғәтенә күп эшләй. Төп өҫтөнлөклө йүнәлештәре төбәк ҡануниәтендә күрһәтелгән. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса закондар базаһы бар. Уларға ташламалар, пособиелар ҡаралған (коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә ташлама дүрт бала тәрбиәләүселәргә ай һайын – 1,5 мең һум, биш балалыларға – 2 мең һум). Ауыл ерендә йәшәүсе ғаиләләр балаға бер йәш тулғансы 115 һум айлыҡ пособие ала, бишенсе һәм унан һуңғы бала өсөн был сумма – 230 һум. Биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаилә торлаҡҡа сиратта торһа, республика бюджетынан махсус сертификат менән раҫланған социаль түләү ала. Мәҫәлән, былтыр 25 ғаиләгә бөтәһе 49,4 миллион һумға сертификат бирелгән. Йәш ғаиләләрҙе, патронат тәрбиәселәрҙе яҡлау закондары ҡабул ителгән».
«Һеҙгә халыҡ һорауҙарына яуап биреүҙә комментарийҙар аша ярҙам итергә яраймы?» – тип һорай унан бер етәксе. ҡоролтай рәйесенең яуаплауынса, халыҡ проблемаларын берләшеп хәл итеү ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк.
Константин Толкачев аралашыу йәнле барғанына ҡыуана, шулай ҙа фекерҙәрҙе яҙғанда эмоцияға бирелмәй, айыҡ аҡыл менән яҙыр­ға тәҡдим итә. Уның билдәләүенсә, ғәҙелһеҙлектән зыян күреүселәр аныҡ дәлил килтермәй, кемделер һүгергә оҫта икәнен генә күрһәтә. Бында аныҡ мәсьәләләр ҡаралырға тейеш бит.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың көҙгө сессияһы башланды. Алда дәүләт ҡоролошо өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыуҙа ҙур эш башҡарыу бурысы тора. Ошо иҫәптә – Башҡортостанда депутаттар һанын кәметеүгә ҡағылышлы республика Конституцияһына, мировой судьяларҙың эшмәкәрлегенә бәйле закондарға һ.б. үҙгәрештәр индереү. Парламенттың төп бурысы – 2011 йылға республика бюджетын ҡабул итеү.
Депутаттар сил ил инвестициялары эшмәкәрлегенә, ойошмалар милкенә һалымға, дәүләт милкен хосусилаштырыуға бәйле закондарға, йәшәү минимумын билдәләү тәртибенә үҙгәрештәр индереүҙе лә ҡараясаҡ. Социаль өлкәләге ҡануниәтте тамамлау күҙаллана. Бында адреслы социаль ярҙам, етем балаларға өҫтәмә гарантиялар туплана. ҡыҫҡаһы, бурыстар ҡуйылған, проблемаларҙы хәл итеү юлдары эҙләнә.


Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға