«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бына ҡайҙа ул ысын һөнәрмәндәр!



04.10.2011 Бына ҡайҙа ул ысын һөнәрмәндәр!

Бына ҡайҙа ул ысын һөнәрмәндәр!
Йыл һайын Республика көнө алдынан Өфө ҡалаһының Спорт һарайы алдында Башҡортостандың башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының йәрминкәһе үтә. Унда уҡыу йорттары уҡыусылары көсө менән үҫтерелгән йәшелсә-емеш, хужалыҡ һәм көнкүреш тауарҙары халыҡҡа тәҡдим ителә. Улар араһында йорт йыһаздары, ишек-тәҙрә, тимер мейес, торба, көрәк-балта кеүек хужалыҡта кәрәкле тауар­ҙар ҙа, юғары сәнғәт өлгөһө булырҙай матур-матур картиналар һәм паннолар ҙа, кейем-һалымдар ҙа бар.
Тап ана шул башҡа йәрминкәләрҙә булмаған үҙенсәлекле әйберҙәре һәм хаҡтарҙың осһоҙлоғо менән үҙенә йәлеп итә. Шулай уҡ байрам рухы тантана иткән йәрминкәнең юғары зауыҡ һәм оҫталыҡ менән эшләнгән әйберҙәрен, матур итеп биҙәлгән аш-һыу өҫтәлдәрен, уҡыусыларҙың йәнле сығыштарын тамаша ҡылыу өсөн генә килеүсе кешеләр бихисап.
Быйылғы йәрминкә лә бик күп халыҡты үҙенә йыйҙы. Йылдағыса, уҡыу йорттары ла ныҡлы әҙерләнгән. Өфө ҡалаһының 13-сө лицейы һатыуға ағастан эшләнгән йорт йыһаздарын ҡуйған. Тумбалар 1200 һумға, өҫтәлдәр 3600 һум, ултырғыстар һ.б.
Бына ҡайҙа ул ысын һөнәрмәндәр!
– Йәрминкәлә йыл һайын ҡатнашабыҙ. Йылдағыса, кишер, сөгөлдөр, картуф – нимә үҫтерәбеҙ, шуны алып килдек. Бигерәк тә миндекте талашып алып бөтәләр, – ти Стәрлебаш райо­нының 107-се училищеһының директор урынбаҫары Илшат Ғәлиев.
Йәрмәкәй районының 140-сы лицейы йәрминкәгә үҙенең тирмәһен ҡорған. 140-сы лицейҙа иретеп йәбештереүселәр, һатыусы-контролер-кассирҙар, ашнаҡсы-кондитер­ҙар, водителдәр, тегеү ҡорамалдары оператор­ҙары әҙерләй. «Быйыл 187 уҡыусы ҡабул иттек», – ти директор­ҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Рәмис Ғәбиҙуллин.
Бына ҡайҙа ул ысын һөнәрмәндәр!
Быйылғы йәрминкә башҡа йылдар­ҙағынан «Бауырһаҡ» конкурсы ойошторолоуы менән айырылып торҙо. Шул тиклем дә төрлөләндереп, күҙҙең яуын алырҙай ризыҡ бешереп була, тип күҙ алдына ла килтермәҫһең. Конкурсҡа уҡыу йорттары бар оҫталығын һалып әҙерләнгән. Унда тирмәләр ҙә, йорттар ҙа, сәскәләр ҙә – нимә генә юҡ. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыу­сыларҙың фантазияһына хайран ҡалырлыҡ.
Һөнәрселек училищелары үҙҙәрендә ысын оҫталар әҙерләнеүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Бар халыҡ сәк-сәктәр теҙелгән өҫтәлдәр рәтенән күҙҙәрен ала алманы. «Сәк-сәкте бешереү өсөн бер аҙна ваҡыт китте», «Беҙ өс көндә әҙерләнек» тип үҙҙәренең серҙәре менән уртаҡлаша майҙан хужалары.
Бына ҡайҙа ул ысын һөнәрмәндәр!
Кемдәргә беренсе урын булыр? Йәрминкәгә килгән һәр кемгә тынғылыҡ бирмәне был һорау. Ниһайәт, еңеүселәрҙе билдәләр мәл дә етте. Шулай итеп, башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары йәрминкәһе сиктәрендә ойошторол­ған «Бауырһаҡ» конкурсының еңеүсеһе тип Туймазы ҡалаһынан 43-сө һөнәрселек училищеһы танылды. 2-се урынға – Саҡмағош районынан 85-се һөнәрселек лицейы, 3-сө урынға Ейәнсура районынан 116-сы һөнәрселек лицейы лайыҡ булды.
Бер аҙ һибәләй башлаған ямғыр ҙа ҡыҙыу барған йәрминкәне һүрелтә алманы. Халыҡ таралышырға ла уйламай, үҙенә оҡшаған әйберен эҙләүен һәм уҡыусылар ҡулы менән тыуҙырылған матурлыҡҡа һоҡланыуын дауам итте.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға