«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балаларҙы күңелле аралашыу көтә



24.09.2011 Балаларҙы күңелле аралашыу көтә

Өфө ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Балалар үҫеш үҙәге асылды. Был – әлегә баш ҡалала инвалид балалар өсөн мәктәптән тыш өҫтәмә белем алырға мөмкинлек биреүсе берҙән-бер учреждение. Бында улар художество-эстетик, физкультура-спорт, ғилми-техник блоктағы программалар буйынса шөғөлләнә ала. Бүлмәләрҙә музыка, бейеү, һүрәт төшөрөү, актерлыҡ оҫталығы, сит телдәр, спорт менән шөғөлләнеү өсөн барыһы ла бар. Үҙәкте ойоштороусы – «Мәрхәмәт» шәфҡәтлелек фонды.
Фондтың президенты Айгөл Гәрәева һөйләүенсә, бында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың талаптарын иҫәпкә алып капиталь ремонт үткәрелгән, махсус ҡорамалдар һатып алынған.
– Тәүҙә үҙәктә 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге 102 бала шөғөлләнәсәк. Диагностика үткәрелгәндән һуң һәр төркөм өсөн айырым программа төҙөләсәк, һәр төркөмдә ете бала шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, һәр бала менән айырым дәрестәр үткәреү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ улар менән психологтар, логопедтар, дефектологтар эшләйәсәк. Ата-әсәләре менән дә психологтар консультация үткәрәсәк, – ти ул.
Программаларҙың төп өлөшөн уйындар тәшкил итәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, балалар уйын аша үҙҙәренең мөмкинлектәрен асасаҡ. Бындай дәрестәр уларға бер-береһе менән аралашыу йәһәтенән дә әһәмиәтле.
– Беҙҙең төп маҡсат – балаларҙы социаль реабилитациялау, улар сәләмәт тиҫтерҙәре менән дә аралашырға өйрәнергә тейеш, – ти Айгөл Гәрәева.
«Мәрхәмәт» шәфҡәтлелек фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова үҙәкте асыуға булышлыҡ итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова үҙе янында ярҙамға мохтаж балаларға битараф булмаған, яуаплы кешеләрҙе туплаусы фондҡа рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, үҙәк 26 сентябрҙә эшләй башлай, ә бөгөн балалар өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» үткәрелә. Бында улар уҡытыусылар менән таныша, «Алтын балдаҡ» спектаклен ҡарай, джаз йырсыһы Ирина Остиндың сығышын тыңлай ала. Сара аҙағында балаларҙы сәй табыны көтә.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға