«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көҙҙө нисек ҡаршылайһығыҙ?



24.09.2011 Көҙҙө нисек ҡаршылайһығыҙ?

Көҙ үҙен ағас япраҡтарына ҡунған алтын төҫтәре менән әле бик белдерергә ашыҡмаһа ла, күңелдәргә килеп ояланы ла инде. Һалҡынса көндәре, күк йөҙөн ҡаплап алған, өҫтөбөҙгә ишелеп төшөр­ҙәй болоттары, әлдән-әле яуып торған ямғыры ла кешеләрҙең йөҙөнә үҙ эҙен һалған һымаҡ. Урамда йылмайып йөрөүселәрҙе һирәк осратаһың – ҡулсатырҙары аҫтына инеп боҫалар ҙа, шәп-шәп атлап, үҙ эштәре буйынса ашығалар. Ә шулай ҙа, көҙ – себеш һанар мәл, тибеҙ. Был миҙгелде нисек, ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ, йәй һеҙгә ниндәй уңыштар алып килде, тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек гәзит уҡыусыларға. Йылмайырға ла сәбәп юҡ түгелдер бит...

Светлана ҒӨБӘЙЕВА, «Маленький гений» ойошмаһы методисы:
– Быйылғы көҙ минең өсөн яңы тормош алып килде. Бөтә нәмә лә яңыса. Хәҙер студент түгелмен, ятаҡта ла йәшәмәйем. Әле былтыр көҙ генә киләсәккә ҡурҡыбыраҡ ҡараған булһам, бөгөн алдағы тормошома ышаныслы бағам. Эшләгән урыным да бик оҡшай. Яратҡан эшем, дуҫтарым, һәйбәт коллегалар, яратҡан кешем янымда. Аспирантураға ла уҡырға индем. Бындай бәхетле мәлемдә кәйефемде бер ниндәй ҙә ямғыр ҙа, насар көн торошо ла боҙа алмай.

Зәлифә ХӘБИРОВА, Бишбүләк ауылы, хужабикә:
– Был бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар тамам теңкәгә тейҙе инде. Картуфты ҡаҙып алып өлгөрә алмай ҡалғайныҡ, һаман көндәр аяҙымай. Балаларым ситтә уҡып йөрөй, ә бер үҙем күпме эш ҡыйрата алам инде, көнө лә юҡ, етмәһә. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ваҡ-төйәк эш менән көн үтә лә китә. Әле тирә-яҡты һылап-ағартып ҡуйҙым.
ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләйем. Аллаға шөкөр, быйыл уңыш мул булды, ул яҡтан күңел көр. Юҡһа былтырғы картуф сәсергә лә етмәгәйне. Малыбыҙ күп булмаһа ла, бесәнде лә байтаҡ әҙерләнек. Әле әбейҙәр сыуағын көтәбеҙ, эшләнәһе эштәр һаман да байтаҡ.

Лилиә ХАФИЗОВА, Салауат районының Малаяҙ ауылы, ЮХХДИ хеҙмәтенең административ практика инспекторы:
– Көҙҙө быйыл бик һәйбәт ҡаршыланым. Күптән түгел генә тыуған көнөмдө билдәләнем. Эшкә урынлаштым. Көн торошо ла һәйбәт. ҡояш йылы нурҙары менән арҡаларыбыҙҙы йылыта. Кискеһен урманға бәшмәккә йөрөйбөҙ. Ә унда иҫ киткес матур, урман үҙенең төрлө төҫкә мансылған, әкиәттәге һымаҡ матур донъяһына алып инеп киткән һымаҡ. Рәхәтләнеп ял итеп йөрөп ҡайтабыҙ.

Линар ХӘЛИЛОВ, «Shaw-show EnterТainment» концерттар ойоштороусы ойошманың креатив директоры:
– Сентябрь айын айырыуса яратам. Күптән түгел илһамланып китеп, «Башстайл» төркөмө менән «Көҙгө ямғыр» тип аталған йыр ҙа яҙҙыҡ. Ғөмүмән, бойоғоп ултырырға ваҡытым юҡ. Быйылғы көҙөбөҙ эш менән башланып китте. Гөрләтеп «Сәләм, студент!» байрамын ойошторҙоҡ. Ул беҙҙең үҙебеҙгә лә, тамашасыларға ла оҡшаны, бик күп ыңғай фекер ишеттек. Был беҙгә 1 октябрҙә тағы бер концерт ойоштороуға этәргес булды. Өфөнөң иң «текә» клубтарының береһе – «Правда»ла бындай башҡортса концерттар ойошторолғаны юҡ ине әле. Бер сәхнәгә төрлө жанрҙа ижад итеүсе һәм башҡарыусы артистарҙы йыясаҡбыҙ. Ул бик шәп үтер, тип ышанам. Шул эш менән шөғөлләнеп, күтәренке кәйефтә йөрөп ятам әле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға