«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Матурлыҡ һәр ерҙә, ул – һеҙҙә!



17.09.2011 Матурлыҡ һәр ерҙә, ул – һеҙҙә!

Матурлыҡ һәр ерҙә, ул – һеҙҙә!
Өфө һылыуы Эльвира ҡантимерова – мәктәпкә бармаҫ элек үк үҙенең булмышын билдәләгән ҡыҙ, бөгөн уңышлы рәссамдарҙың береһе. Әле ул реклама, интерьер өлкәһендә рәссам-дизайнер булып эшләй. Яҡын арала шәхси күргәҙмәһен уҙғарырға йыйына. Ошо форсаттан файҙаланып, йәш рәссам менән уның ижад серҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

− Эльвира, тәүге тапҡыр ниндәй тойғолар һәм кисерештәр ҡәләмгә тотоноу теләген уятты? ҡасан һәм нисек рәссам булырға ҡарар иттең?
− Өс йәшемдән буш ваҡытымды гел һүрәт төшөрөп уҙғара торған булғанмын. Әсәйем, шөғөлөмдөң етдилеген күреп, 5 йәшемдә Калинин исемендәге мәҙәниәт йорто эргәһендәге һынлы сәнғәт студияһына бирҙе. Тап ошо аҙым профессиональ һәм ижади тәғәйенләнешемде билдәләгәндер. Майлы буяу еҫе иң тулҡынландырғыс тойғолар уятһа, дәрес ваҡыттары иң бәхетле мәлгә әүерелде. Шул ваҡытта уҡ киләсәктә нимә менән шөғөлләнеремде аныҡ белә инем һәм “Ҙурайғас кем булаһың?” тигән һорауға “Рәссам!” тип яуап бирә торғайным. Студиялағы уҡытыусым Аркадий Аркадьевич: “Рәссам буласаҡһың”, – тип ҡабатларға ярата ине, һәм мин булдым да.
− Үҙеңдең эшмәкәрлегеңдең, сәнғәттең мәғәнәһен һәм тәғәйенләнешен нисек билдәләйһең?
− Сәнғәт халыҡҡа хеҙмәт итергә, кешене ҡыуандырырға, матурлыҡты күрергә өйрәтергә тейеш. Сәнғәт ул – ижад. Хатта заказ­ға эшләгәндә лә, заказ биреүсенең шатлыҡлы күҙҙәрен күреүҙән дә яҡшырағы юҡтыр. Сәнғәттең мәғәнәһе һәм тәғәйенләнеше ошонан ғибәрәт тә инде.
− Илһам сығанағың?
− Мине сәйәхәт, ҡыҙыҡлы кешеләр, тәбиғәт һәм матур көй илһамландыра.
− Һүрәт төшөргәндә ниндәй материалдарҙы яратып ҡулланаһың?
− Яратҡан материалдарым – пастель, күмер, ҡәләм, акварель.
− Ниндәй жанрҙы үҙ итәһең? Ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра?
− Күберәк портреттар яҙам, сәскәләр һәм диңгеҙ күңелгә яҡын. Мине кеше, һәм уны уратып алған донъя, ир менән ҡатын мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындыра.
− Ғәҙәттә, ҡайҙа эшләйһең: оҫтаханаламы, әллә пленэрҙамы?
− Тәбиғәтте төшөргәндә, әлбиттә, пленэрҙа яратам, шулай ҙа күберәк оҫтаханала эшләргә тура килә.
− Рәссам эшенең төп судьяһы?
Матурлыҡ һәр ерҙә, ул – һеҙҙә!
− Нимәлер төшөрөр алдынан аҡ ҡағыҙ йәки киндер алдында кисергән тетрәнеүҙән дә рәхәтерәге юҡ. Сөнки бына-бына нимәлер яҙылыр ҙа, һине бәхетле итер… әммә һөҙөмтәнең һиңә ҡәнәғәтлек килтермәүе лә бар, ундай саҡта яңынан ҡәләм алаһың да, алға! Эшең иң тәүҙә үҙеңә оҡшарға тейеш, сөнки ул ижадсының күңел торошон сағылдыра. Йәғни әҫәрҙәренең төп судьяһы – рәссам үҙе. Эштәрен тамашасы хөкөмөнә сығарырғамы-юҡмы икәнен дә ул үҙе хәл итә. Заказ буйынса эшләү – икенсе мәсьәлә. Бындай осраҡта, ғәҙәти, заказ биреүсегә оҡшауы мөһим. Бигерәк тә портрет. Ул оҡшарға тейеш. Кешенең эске донъяһын, характерын, етеш­һеҙлектәрен йәшереп, яҡшы яҡтарын күрһәтә белеү мөһим.
− Һинең өсөн кемдең фекере мөһим?
− Иң тәүҙә хеҙмәттәштәремдең фекере һәм, әлбиттә, ябай тамашасыларҙың.
− Нисек уйлайһың, оло ҡаҙаныштарға өлгәшер өсөн профессиональ белем мотлаҡмы?
− Әгәр кеше үҙен профессиональ кимәлдә асырға һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешергә теләй икән, белем мөһим.
− Ниндәй рәссамдарҙың эше оҡшай, кемеһенең оҫталыҡ кимәленә етергә теләр инең?
− Репин, Суриков, Врубель, Серебрякова, Левитандарҙың ижадына һоҡланам, уларҙың оҫталыҡ кимәленә ынтылам. Импрессионистарға битараф түгелмен.
− Ниндәй әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирәһең һәм буш ваҡыттарыңды нисек уҙғараһың?
− Классик әҫәрҙәр, сит ил әҙәбиәте, детективтар, әкиәттәргә иллюстрация яһауы оҡшай. Студент ваҡытта балалар баҡсаһын биҙәй торғайным.
Матурлыҡ һәр ерҙә, ул – һеҙҙә!
Буш ваҡыттарымда заказға портреттар яҙам, Латин Америкаһы бейеүҙәре менән шөғөлләнәм, йөҙөргә, саңғыла шыуырға, сәйәхәт итергә бик яратам.
− Әгәр һиңә миллион һум биреп, ижадтан баш тартырға тигән тәҡдим булһа, ҡабул итер инеңме?
− Юҡ. Сөнки ижад – йәшәү рәүешем. Бүтәнсә йәшәй белмәйем. Сағыштырып ҡарағанда, был флегматик темпераментлы кешегә холерикка әйләнергә тәҡдим итеүгә тиңләшәлер, моғайын.
− Әле ниндәй проект өҫтөндә эшләйһең һәм киләсәккә пландарың ниндәй?
− Пландар бик ҙур, тик уларҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт ҡына етеңкерәмәй. Әлегә шәхси күргәҙмәмде астым. Ул 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем Каруанһарайҙағы галереяла уҙа.

Ләйсән ШӘРИПОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға