«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өскөл хаттар тупланмаһы – оло хеҙмәт



20.09.2011 Өскөл хаттар тупланмаһы – оло хеҙмәт

Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарылған «Аҡ аманат − һалдат хаттары» китабын ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. Йыйынтыҡ үлемесле яу батырҙарынан ҡалған меңәрләгән өскөл фронт хаты нигеҙендә нәшер ителгән. Уның тормошта рухи-патриотик, тәрбиәүи әһәмиәте оло баһаға лайыҡ.
Күренекле журналист Фәрит Назар улы Вахитовтың бай тарихи сығанаҡтар тупланмаһынан торған китабын уҡып сыҡҡан һәр кем авторҙың ниндәйерәк дәрәжәле әһәмиәткә эйә, батырлыҡҡа тиң, һоҡланғыс эш башҡарыуын тойор.
Йыйынтыҡта бәйән ителгәнсә, фронт хаттарының һәр юлында, һәр һүҙендә теге йәки был яугирҙың тыуған илен өҙөлөп яратыуы тасуирлана, йөрәк түренән әйткән изге ғорур һүҙҙәре ишетелгәндәй була. Нәҡ ошо яғы менән күңелде арбай бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған, тарихи хәтергә әүерелгән хат юлдары.
Хаттар, хаттар… Бер фронтовик хатынан өҙөк килтерәйек. «Был хатымды окопта прикладҡа һалып яҙам. Шыбырлап ямғыр яуа, ҡағыҙым еүешләнеп бара. Үҙем яҙам, күҙҙәремдән әсе йәштәр тама...» Бына тағы ла нимә ти китап авторы: «Алдымда тау-тау фронт хаттары ята. Өскөл хаттар… ҡайнар тир һәм дары еҫе һеңгән хаттар. ҡағыҙы таушалып, яҙыуы танымаҫлыҡ хәлгә килгән хаттар. Атакаға күтәрелер алдынан яҙылып, яугирҙың кеҫәһендә ҡанға батҡан хаттар…»
Утлы йылдар шаңдауы һеңешкән өскөл фронт хаттарының байтағының ҡала, мәктәп, дан музейҙарында һаҡланыуы мәғлүм. Улар ысын тарих, онотолғоһоҙ мәхшәр, хәл-ваҡиғалар дәүерен кәүҙәләндергән тарихи документ. Ғөмүмән, фронт хаттарын йыйыуы, уларҙы бергә туплап, халыҡ хөкөмөнә сығарыу − оло хеҙмәт. Ил яҙмышын хәл иткән дәүерҙе сағылдырған тарихи сығанаҡ та улар. Китап авторы бәйән иткәнсә, бөгөн дә Үҙәк хәрби дан музейына өсмөйөшлө хаттарҙың күсермәләренең айырым ғаиләләр архивынан килгеләп тороуы бер ҙә юҡҡа түгелдер.
Матбуғатта Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында күп яҙыла, күп һөйләнелә. Киләсәктә лә яңынан-яңы хәл-ваҡиғалар, иҫтәлекле мемуарҙар гәзит-журнал биттәрендә урын алыр, тигән теләктә ҡалабыҙ. Сөнки, нимә генә тимә, шанлы йылдар ҡалдырған ауыр эҙемтәләр әленән-әле үҙен белдереп тора. Шуныһын да әйтмәй булмай, беҙҙең кеүек фронтовик балаларын да һуғыш афәте урап үтмәне, күп нәмәнән мәхрүм булып, күп ауырлыҡ күреп үҫтек. Шунан сығып, «Аҡ аманат − һалдат хаттары»ның дауамы ла донъя күрһен ине, тип теләйем.

Зәкирйән ИТБАЕВ.

Хәйбулла районы,
Иҫәнгилде ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға