13.09.2011 Балда – йәй тәме
Өфөлә үткән бал йәрминкәһендә республикабыҙҙың иң шәп умартасылары асыҡланды
Йөрәктәргә һағыш уты һалып, ерҙән Көҙһылыу атлай. ҡыҙыулығын юғалта барған ҡояш та, көндән-көн һалҡынайған ел дә йәмле йәйҙең артта ҡалыуын белдерә. Ауыл кешеһе өсөн күңелле ваҡыт. Буралар – иген, баҙҙар – картуф, салат-ҡайнатмалар менән тула. ҡара яҙҙан тынғыһыҙға әүерелгән умартасылар өсөн дә “себеш һанар” мәл етте. Шөкөр, быйылғы көҙ бик йомарт булып сыҡты.
Уҙған ялдарҙа Өфөнөң Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда бына инде һигеҙенсе мәртәбә бал күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Унда Башҡортостандың бөтә төбәктәренән дә тиерлек ҡатнаштылар. Ямғыр һибәләп, көн “киреләнеп” торһа ла, халыҡ бер өҙлөкһөҙ килде.
Иртәнсәк ололар күберәк булһа, төшкә ҡарай майҙанда йәштәр күренә башланы. Сараны асыҡ тип иғлан итеп, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Коваленко, ҡаланың Совет муниципаль районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтиәров, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов йыйылыусыларҙы сәләмләне. Эстрада “йондоҙҙар”ы һәм фольклор коллективтарының дәртле, сағыу сығыштары Бал байрамына тағы ла йәм өҫтәне.
Ике яҡтан да тығыҙ рәттәргә теҙелгән умартасылар алдындағы оло-оло феләктәрҙе, төрлө ҙурлыҡтағы банкаларҙы, бәләкәс пластик һауыттарҙағы балды күреп, аптырашып ҡалдыҡ. Ниндәйен генә тәҡдим итмәйҙәр?! Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, донник балы, хатта кәрәҙлеһе лә! Йәнең теләгәне бар!
– Шишмә балын тәмләп ҡарағыҙ! – тип әйҙәгән ағай янында туҡталдыҡ. Ул ҡалағын семәрле кәсәләге алтынһыу төҫтәге балға сумырҙы ла, беҙгә һондо. Их, татлылығы!.. Ауыҙҙа иреп кенә тора! Үҙен Шишмә районының Иҫке Муса ауылынан Рәмис Исхаҡов тип таныштырған ағайҙан был шөғөлө хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.
– ҡартатайым күп йылдар умарта тота. Уға эйәреп, бала саҡтан уҡ ошо эшкә ылыҡтым. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында умартасыға уҡып алғас, яратҡан шөғөлөм һөнәремә әйләнде. Бал ҡорттары холҡома тәьҫир итә, бер ни кимәлдә үҙемде лә тәрбиәләп, тәртипкә өйрәтте. Улар кешеләрҙең кәйефен һәр саҡ асыҡ тоя. Йәрминкәлә йыл һайын ҡатнашам. Быйыл кәрәҙле бал, һеркә, балауыҙ ҙа алып килдем, – тине ул.
Рәмискә сауҙаһының уңышлы барыуын теләп, артабан ҡуҙғалдыҡ. Иғтибарыбыҙҙы бал тәҡдим итеп торған һөйкөмлө генә үҫмер ҡыҙ йәлеп итте. Үҙен халыҡ төрлө яҡтан уратып алған, ҡыҙ тегеләрҙең һорауҙарына ихлас яуап биреп, әле бер, әле икенсе кешегә банка менән бал һона. Ул Мәләүез ҡалаһынан 16 йәшлек Әлфиә Мәжитова икән. 11-се синыфта уҡый.
– Былтыр атайым тыуған көнөмә дүрт умарта бүләк иткәйне. Ә хәҙер улар һигеҙ булып китте. Бал ҡорто менән булышыу миңә ныҡ оҡшай! Ошо бәләкәс кенә йән эйәләре шул тиклем аҡыллы, эшсән һәм бик ғәҙел. Умарталарҙы Көйөргәҙе районына ҡуябыҙ. Йәй буйы шуларҙы ҡарап, мәж киләм инде, – тип һөйләне ул.
Шул саҡ яныбыҙға Әлфиәнең атаһы Илшат ағай килде. Уңған ҡыҙҙың ғаиләһе менән ҡыҙыҡһындыҡ. Мәжитовтар 2000 йылдан умартасылыҡ менән шөғөлләнә икән. Бынан тыш, Илшат ағай 150 гектар пай ерендә, шулай уҡ колхоз биләмәһен ҡуртымға алып иген үҫтерә. Бына бит, йәшәйем тигән йүнсел хужалар барыһын да булдыра. Уларға, афарин, тип әйтергә ҡала.
Күргәҙмә-йәрминкәгә БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы “Йылайыр урманы”, “Ейәнсура урманы” һәм “Борай урманы” дәүләт унитар предприятиелары үҙ продукцияһын алып килгән. Улар, “татлы алтын”дан тыш, семәрле һандыҡ, ағастан юнып эшләнгән һындар, тырыздар, файҙалы үләндәр килтергән. Был предприятиеларҙа сувенирҙар эшләү цехы бар икән. Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Альберт Байтимеров: “Быйыл тәүге тапҡыр бындай сарала ҡатнашабыҙ. Экологик яҡтан таҙа булған райондарҙың балын тәҡдим иттек”, – тине.
Әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә әйҙәп торған күркәм тирмәгә табан атланыҡ. Уны Йылайыр районы вәкилдәре ҡорған. Был төбәктең үҙешмәкәр ансамблдәре әҙерләгән матур концерт номерҙары ла бар халыҡтың күңеленә ятты.
Ағалы-ҡустылы Юрий һәм Константин Рычиндар янында да халыҡ өҙөлмәне. Улар Йылайыр районының билдәле умартасылары булып сыҡты.
– 96 баш умарта тотабыҙ. Бер миҙгелдә яҡынса 3500 килограмм бал сыға, – тип һөйләне Юрий. – Уны туған-таныштар ярҙамы менән һатабыҙ. Бер тапҡыр алған кешеләр һәр ваҡыт тик беҙҙекен генә ҡуллана башлай. Яңыраҡ бер партия балды Италияға оҙатҡайныҡ, оҡшатҡандар. Былтыр миллион һумдан ашыу табыш алғайныҡ.
– Оһо!.. Бик һәйбәт. Умартасылыҡҡа яңы тотонғандарға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Эштәрен яратып башҡарһындар һәм балдарының сифаты һәр саҡ юғары булһын, – тине бер тауыштан Рычиндар.
Һатып алыусыны һәр саҡ бер һорау борсой – балы һәйбәтме, әллә уны тәҡдим итеүсе намыҫһыҙмы? Ә бына йәрминкәлә балдың сифатын тикшертергә мөмкин ине. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт иткән һәр кемдең балының сифатын урында уҡ бушлай тикшерҙе. Шулай уҡ улар халыҡҡа уның дауалау һәм тәм үҙенсәлектәре хаҡында ентекләп һөйләне. Йәрминкәлә йүкә балының өс литрлы банкаһын – 1 800, сәскәнекен – 1 300, ҡарабойҙайҙыҡын – 1 400, кәрәҙлеһен 1 500 һумға һатып алырға мөмкин ине.
Йәрминкә конкурс нигеҙендә үткәрелде. Уны ойоштороусылар – Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге еңеүселәрҙе асыҡланы.
«Юғары сифатлы бал продукцияһы һәм киң ассортимент өсөн” номинацияһында беренсе урынға Учалы районынан – Әлфиә Хажетдинова, икенсегә – Бөрйәндән Флүрә Йомағужина, өсөнсөгә Мәләүез районынан Илдар Хәлиуллин лайыҡ булды.
“Һатыу нөктәһенең иң яҡшы биҙәлеше һәм тауарҙарҙы тәҡдим итеү” номинацияһында Хәйбулла районына – беренсе, Мишкә районына – икенсе, Дәүләкән районына өсөнсө дәрәжә дипломдары тапшырылды.
«Иң яҡшы район-ҡатнашыусы» номинацияһында беренсе урын йылайырҙарға бирелде һәм улар күсмә кубоктың хужаһы булды. Икенсе урын – БР Урман хужалығы министрлығына, өсөнсө урын мәләүездәргә бирелде. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
... Ерҙән Көҙһылыу атлай. Ә тиҙҙән ҡыш хакимлыҡ итә башлар. Өшөп-туңып йөрөгән саҡта ҡуйы ғына итеп яһалған мәтрүшкәле сәйгә бал ҡушып, тәмләп кенә эсербеҙ. Хуш еҫле, татлы ризыҡ хәтфә болондарҙы, күкрәп атҡан сәскәләрҙе, ямғырҙан һуң ғына була торған ғәжәйеп сафлыҡты хәтерләтеп, йәй ҡояшы йылыһын бүләк итер.
Олег ГЛАЗОВ, 57 йәш:
– Мин Мәскәү ҡалаһында йәшәйем. Әле бына Өфөгә ҡунаҡҡа килдем. Туғандарым, башҡорт балын ауыҙ иттерәбеҙ, тип бында алып сыҡты. Ғаиләмә күстәнәскә сәскә балын һатып алдым. Мәскәүҙә лә бындай йәрминкәләр үтә. Унда һеҙҙең республиканан гел ҡатнашалар. Башҡорт балы илебеҙҙең баш ҡалаһында бик популяр.
Сәриә ӘБҮБӘКИРОВА, 59 йәш:
– Байрамда халыҡ былай уҡ күп булыр, тип уйламағайным. Рәхәтләнеп концерт ҡараным, умартасылар менән аралаштым. Был эшкә йәштәр күп тотонған икән. Балдың хаҡтарын сағыштырып ҡарап сыҡтым да, кемдекен алырға икән, тип уйлап торам. Бөрйән балы шәптер, тик ул ҡиммәтерәк. Башҡа райондарҙыҡы, моғайын, сифаты буйынса бер ҙә ҡалышмайҙыр.
Риф ТЕРЕҒОЛОВ, 61 йәш:
– Бындай сара ике яҡ өсөн дә отошло. Ойоштороусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Мин йыл һайын Күгәнсен районынан килгән бер үк кешенең балын алам. Сифаты шәп!
Лена һәм Рифҡәт ВӘЛИЕВТАР (улар ҙур ғына тоҡсай тотоп алғайны):
– Дүрт балабыҙ бар. Ошо йәрминкәлә һәр ваҡыт бер йылға етерлек итеп үҙебеҙгә лә, уларҙың ғаиләһенә лә бал һатып алабыҙ. Ейәндәребеҙ ҡышҡы һыуыҡта бал ашап кинәнһен, тибеҙ. Һаулыҡ өсөн бигерәк файҙалы бит ул.
Гөлдәр АҡҡУЖИНА, 38 йәш:
– Бындай йәрминкәләр халыҡҡа бик кәрәк. Республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте ҡулланайыҡ, фермерҙарға ла ярҙам кәрәк. Ауыл хужалығы, ит продукцияһы йәрминкәһе булһа, унда ла мотлаҡ киләсәкмен.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.