10.09.2011 Учалы – туристарҙы ылыҡтырырлыҡ төбәк
Учалы районы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына бер нисә ҡыҙыҡлы тәҡдим индергән.
Билдәле булыуынса, «Ирәмәл» тау комплексы был төбәктең иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Былтыр
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы булдырылған, шулай уҡ туристик комплекс ойоштороу буйынса ла проект әҙерләнә.
Учалылар тәҡдим иткән икенсе бренд – «Ахун мегалитик комплексы» уникаль археологик ҡомартҡыһы. Йыл әйләнәһенә бында илдең төрлө төбәктәренән туристар теләк теләргә килә. Археологик ҡомартҡы эргәһендә туристик туҡталҡа ла булдырылған.
Райондың тағы бер иҫтәлекле урыны – Әүлиә шишмәһенә ағымдағы йылдың май – июнь айҙарында ғына 40 меңдән ашыу кеше килгән. Урындағы эшҡыуарҙар бында туристик туҡталҡа төҙөгән.
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында иҫәпләүҙәренсә, юл буйында туристар өсөн ҡунаҡханалар, заманса кемпингтар төҙөүгә айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәк.